Бүре: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Xqbot (фекер алышыу | өлөш)
ә r2.7.3) (робот өҫтәне: pa:ਬਘਿਆੜ
ә r2.7.2+) (робот өҫтәне: ceb:Canis lupus; косметик үҙгәртеүҙәр
47 юл:
Бүре бик көслө йәнлек. Алты йыртҡыстан торған өйөр оло мышыны йыға ала. [[Һарыҡ]]-[[кәзә]]не елкәһенә һалып та ул хатта эҙәрлекләүҙән ҡотола. Ике бүренең үҙҙәре йыҡҡан атты һаҙлылыраҡ урындан бейек ярға һөйрәп мендергән осрағы ла була.
Был йыртҡыс ҙур йәнлектәр менән генә
[[РәсемФайл:Wolfmoult.png|thumb|left|Gray wolves molt some of their coats in late spring or early summer]]
туҡланмай. Эргә-тирәһендәге бөтә януарҙар араһынан ул табышын эҙләй. [[Сысҡандар]] күбәйеп китһә, уларҙы тота, [[ҡуян]]дар бар икән, уны эләктерә. Дала яғында хатта сиңерткәләр менән тамаҡ туйҙыра. Ауылдарға яҡын урындарҙа йорт хайуандарына һөжүм итә, эттәрҙе һәм бесәйҙәрҙе лә аямай. Бүре ашауға талымһыҙ. Бүрене башҡа йәнлектәргә һөжүм итеүенә ҡарап, «йыртҡыс» тиҙәр, әммә бүре үләндән, еләк-емештән дә баш тартмай.
[[РәсемФайл:Canis lupus pup closeup.jpg|thumb|right]]
Был йәнлектәр, нигеҙҙә, төндә һөжүм итә. Табышты тамаҡтарына төшөрөүҙәренең бер нисә алымы бар. Яңғыҙ бүре, мәҫәлән, уға шым ғына яҡынлаша һәм ҡапыл һикерә. Өйөр иһә һунар иткәндә «ҡыуып индереү» ысулын ҡуллана. Был осраҡта йыртҡыстарҙың төп маҡсаты — көтөүҙе ҡапыл ҡурҡытып, араларынан иң көсһөҙ бер-икәүһен һайлап ҡалдырыу. Әгәрҙә табыш артынан ҡыуыу 200 — 300 метрҙан да ашһа, өйөр туҡтай: көстәрен бушҡа әрәм итмәйҙәр.
[[РәсемФайл:Wolf pack in Yellowstone NP.jpg|thumb|left]]
Өйөргә ярты [[тонна]]лы [[мышы]]ны йәки [[болан]]ды йығыуы бер ни тормай. Табышты эләктергәс, иң башта өйөр башлығы тамағын туйҙыра. Ул иттең яҡшыһын ғына ашай, малдың ҡанын эсә. Һуңынан, өйөрҙә тотҡан урындарына ҡарап, башҡалар өлөш бүлешә. Ашап туйғас, улар һыуһынын ҡандырыр һәм табыштарының ҡанынан йөндәрен йыуыр өсөн яҡындағы йылғаға һәм күлгә төшә. Бер аҙ ял иткәс, тағы ашарға киләләр. Әгәр ҙә өңдәрендә уларҙы имеҙгән инә бүре ҡалһа, ата бүре сей килеш ҡорһағында иҙгелгән килеш биш килограмға яҡын ит алып ҡайта ала.
 
76 юл:
Йәғни ул бүре «сит», «ят» тигән мәғәнәлә лә йөрөй, әҙәм затына ят булған ҡара көстәр (мәйеттәр, шайтандар һ.б.) менән йәнәш тора. Ошо хаҡтағы легендаларҙа, шайтан бүрене балсыҡтан яһаған йәки ағастан юнған, тип әйтелә, әммә уға йән бирә алмай. Аллаһы Тәғәлә генә йән бирә. Был һын ҡапыл шайтандың үҙенә ташлана һәм уның аяғын тешләй. Бүренең [[балсыҡ]]тан әүәләнеүе уны [[йылан]]дар менән «туғанлаштыра», сөнки йыландарҙы [[шайтан]] бүрене яһағандан ҡалған балсыҡтан, ағас йышҡыларынан барлыҡҡа килтергән, имеш.
 
[[Мифология]]ла бүрене, ҡара көс булараҡ, тәре менән ҡыуыуҙары ла һүрәтләнә. Шулай уҡ сит ил баҫҡынсыларын да бүре өйөрөнә тиңләйҙәр. Ҡайһы бер милләт вәкилдәре ағас олонондағы ҡара [[бәшмәктәр|бәшмәкте]] һәм ағастың ҡара үҙәген «бүре» тип атай. Кеше тәненә сыҡҡан шеште бүре һөйәге менән йәки бүре ите ашаған кеше ярҙамында дауалайҙар. Хатта туйҙағы кейәү йәки килен яғынан килгән туғандарҙы «бүре өйөрө» тип йөрөтәләр.[[РәсемФайл:Gray wolf endangered species sheet.jpg|thumb|right]]
[[Мифология]]ла бүрене ҡара көскә тиңләү ҡапма-ҡаршы итеп һүрәтләнә: беренсенән, ошо көс уны ҡыуа һәм ашай. Икенсенән, шайтан үҙе эргәһендә һәр ваҡыт берәй бүрене эйәртеп йөрөтә.
Бүренән һаҡланыу өсөн төрлө им-том, уларҙың башлығы тип иҫәпләнгән изгеләргә һәм ендәргә мөрәжәғәттәр ҙә бар. Йыртҡыстың тешен, тырнаҡтарын бетеү итеп муйындарына аҫҡандар, йөрәген, күҙҙәрен дауалау сараһы булараҡ файҙаланғандар. Әйтәйек, сабыйҙың һөт теше сыға башлаһа, бүре тешен баланыҡына тейҙергәндәр. Ҡойроғон ауырыу кеше тағып йөрөр булған. Шулай уҡ сирләй яҙып йөрөгән кешене бүрегә яҡын исемдәр, ҡушаматтар һаҡлай тип уйлағандар. [[Ат]] ҡолонлаһа ла, [[һыйыр]] быҙаулаһа ла: «Был быҙау түгел, был — бүре», — тигәндәр. Юрауҙарҙан, әйтәйек, ошондайҙарҙары ла бар: ауылға бүре инһә — уңыш булмай; бүре үрсеһә — һуғышҡа һ.б.
Ҡыҫҡаһы, уның кире яҡтары тураһында донъя халыҡтары мифологияһында мәғлүмәт етерлек..
[[РәсемФайл:WolfSkelLyd1.png|thumb]]
 
== Халык әйтһә, хаҡ әйтә... ==
132 юл:
[[ca:Llop]]
[[ce:Borz]]
[[ceb:Canis lupus]]
[[chy:Hó'nehe]]
[[co:Lupu]]
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Бүре» битенән алынған