Энрико Ферми: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә Робот: косметик үҙгәртеүҙәр
28 юл:
}}
 
'''Энри́ко Фе́рми''' ({{lang-it|Enrico Fermi}}; [[29 сентябрь,]] [[1901]], [[Рим]] — [[28 ноябрь,]] [[1954]], [[Чикаго]]) — данлыҡлы итальян-американ [[физигы]], теоретик һәм экспериментатор, бөгөнгө теоретик һәм эксперименталь физикаға ҙур өлөш индергән шәхес, [[Квантовая физика|квант физикаһына]] нигеҙ һалыусыларҙың береһе. [[Нобелевская премия по физике|Физика буйынса Нобель премияһы ]] лауреаты([[1938]])<ref name="БСЭ">{{Из|БСЭ|http://slovari.yandex.ru/Ферми%20энрико/БСЭ/Ферми%20Энрико/|заглавие=Ферми Энрико|издание=3-е}}</ref> 1939 йылда АҠШ-ҡа күсенә{{переход|#Нобель премияһы һәм эмиграция}}. [Национальная академия деи Линчеи| Деи Линчеи Милли академияһы]] ағзаһы ([[1935]]), [[Члены-корреспонденты РАН за всю историю существования| СССР ФА - ның сит ил мөхбир ағзаһы ]] ([[1929]]). 1939 йылда "сылбыр реакцияһы" тигән төшөнсә индерә, һуңғараҡ атом проекттарында ҡатнаша.
 
Уның хөрмәтенә [[ Ферми — Дирака бүленеше]], [[ Томас — Ферми моделе]] тигән төшөнсәләр индерелгән, химик элементҡа [[фермий]] атамаһы бирелгән һ.б..
 
== Биографияһы ==
 
Ферми [[1901 йылда]] [[Рим]]дә тимер юлсы Альберто Ферми һәм уҡытыусы Ида де Гаттис ғаиләһендә тыуған. Бала саҡтан математикаға һәләтле икәнен күрһәтә.
[[1922 йылда]] Пизалағы Юғары Нормаль Мәктәпте тамамлай һәм рентген нурҙары менән һынауҙары өсөн Пиза университетында ғилми дәрәжә ала.
 
Ферми [[масон]] булған<ref>[http://www.gumer.info/bibliotek_Buks/History/Moram/13.php Морамарко М. Масонство в прошлом и настоящем БИОГРАФИИ МАСОНОВ — Электронная Библиотека истории масонства]</ref>.
 
1926 йылда Ферми Рим университетына профессор итеп тәғәйенләнә<ref name="uchicago"/>,шул ваҡыттан бик емешле хеҙмәт осоро башлана. Ядро физикаһы проблемаларын тәрәндән өйрәнеүгә тотона.
 
Ферми, үҙ заманының байтаҡ итальян ғалимдары кеүек үк, фашистик партияла тора. Әммә был уға 1928 йылда билдәле йәһүд ғаиләһенән Лаура Капонға (Laura Capon) өйләнеүгә кәртә булмай. 1938 уларҙың ике балаһы тыуып та өлгөрә. (Giulio)<ref name="uchicago"/>.
 
=== Нобель премияһы һәм эмиграция ===
Ферми төркөмөнөң нейтрон физикаһы буйынса эше танылыу яулай. Ферминың асыштары атом техникаһында ҡулланыш таба.Радиоактив элементтарҙы нейтрон бомбардировка юлы менән бүлеүҙе һәм ядро сылбыр реакцияһын асҡаны өсөн [[1938 йылда]] Энрико Фермиға [[Физика буйынса Нобель премияһы]] бирелә <ref name="uchicago"/>. [[1939 йылда]] [[Стокгольм]]ға ғаиләһе менән премия алырға киткән еренән Ферми [[Италия|Италияға]] ҡайтмай, сөнки власҡа килгән Муссолини ғилми эштәр өсөн шарттарҙы юҡҡа сығарыу юлына баҫа. Етмәһә, йәһүдтәрҙе эҙәрлекләү башлана<ref name="uchicago"/>. Ферми [[АҠШ]]-ҡа китә, бында [[Нью-Йорк]]тағы [[Колумбия университеты]]нда эш башлай .
 
 
Ферминың физиканан асыштары алдағы йылдарға йүнәлешле булыуы менән ҡиммәт. Уның ҡайһы бер эштәренә тейешле баһа үҙе үлгәндән һуң ғына бирелә.
 
1954 йылдың йәйен Ферми Европала үткәрә, ашҡаҙан рагы һуңғы стадияға еткән була. Францияла, Германияла һәм Италияла лекциялар уҡый,элекке дуҫтары менән осраша. Чикагоға ҡайтҡас, 1954 йылдың [[28 ноябрендә]] 53 кенә йәшендә вафат була<ref name="uchicago"/>.
 
== Иҫтәлеге ==
[[Файл:Viaenricofermi.jpg|thumb|Рим. Энрико Ферми урамы.]]
Ферминың вафатынан саҡ ҡына алда Атом энергияһы буйынса комиссия ғалим өсөн махсус премия булдыра<ref name="uchicago"/>. [[1956 йылда]] [[Энрико Ферми Премияһы ]] исеме йөрөтә башлай һәи даими рәүештә энергия өлкәһендә асыштар яһаған ғалимдарға бирелә. <ref>[http://science.energy.gov/fermi The Enrico Fermi Award] [[Министерство энергетики США]]</ref>. 100-се [[химик элемент]]ҡа  [[фермий]] исеме бирелә.[[Чикаго ядро тикшеренеүҙәре институтына]] уның исеме бирелгән, [[Фермилаб - тиҙләнеш лабораторияһы]], [[Ферми исемендәге космик телескоп]] бар<ref>[http://www.osti.gov/accomplishments/fermi.html Enrico Fermi and the First Self-Sustaining Nuclear Chain Reaction] [[Министерство энергетики США]]</ref>, а Италиялағы күп урамдарға уның исеме бирелгән.
 
== Баҫылған эштәре ==