Һөйәнтүҙ: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
7 юл:
1735-1740 йылдарҙағы ихтилалдарҙа Балыҡсы ырыуы башҡорттары ла дәррәү ҡатнашҡан. 1735 йылдың декабре аҙағында Ырымбур экспедицияһы етәкселәренең береһе А. И. Тевкелев язалаусы отрядтар менән Өфөнән Бөрө аша Әй йылғаһы буйына йүнәлгән. [[Баш күтәреүселәр]] Йосоп Арыҡов һәм Төлкөсура Алдағолов етәкселегендә Тевкелев һалдаттарын Балыҡсы һәм Мырҙалар улусы сиктәрендәге тау юлдарында көтөп алып, тар-мар итмәксе булалар. Балыҡсы улусы старшинаһы Чекат (Сиҡат) бында 700 кешенән торған ҡораллы отряд туплаған булған. Мәгәр властарға тоғро мишәрҙәр һәм татарҙар язалаусы отрядтар етәкселәрен уларҙы ҡайҙа көтөүҙәре тураһында иҫкәртеп ҡуя. 1736 йылдың 19 ғинуарында А.И.Тевкелев Һөйәнтүҙ ауылына килеп инә, һәм ауыл халҡының үҙ отрядына ҡаршы сығырға йыйынған булыуын белгәс, уларҙы вәхшиҙәрсә ҡырырға бойороҡ бирә. ,
 
1736 йылдың 24 ғинуарында Тевкелев ауылды юҡҡа сығарырға ҡуша. Шул ваҡиғаларҙың шаһиты П. И. Рычков былай тип яҙып ҡалдырған: <blockquote>«Был ауылда меңләп кеше, ҡатын-ҡыҙ, бала сағаһы менән, атып, штык ҡаҙап үлтерәлдеүлтерелде, власҡа тоғро мишәрҙәр һәм башҡорттар (?) һөңгө менән үлтереп сыҡты. Бынан тыш 105 кеше аҙбарға ябылып, утта яндырылды. ... Шул рәүешле Һөйәнтүҙ кешеләре ҡатын-ҡыҙҙары, бабала-сағаһы менән - сабыйынан ҡартына тиклем - бер төн эсендә ут менән, ҡорал менән ҡырып бөтөрөлдә, ә йорттары янып көлгә ҡалды. » <ref name="richkov"> Рычков П.И. История Оренбургская: 1730-1750. ОренбургЫрымбур, 1896.</ref> .</blockquote>
 
Бынан һуң Тевкелевтың һәм полковник Мартыновтың язалаусы отрядтары Себер юлының Балыҡсы, Унлар, Ҡыр-Танып улустарында йәнә 51 ауылды талап, яндырып сыға, 2 меңдән ашыу кешене үлтерә (хәҙер Башҡортостандың Асҡын, Балтас, Ҡариҙел райондары биләмәһе) <ref> [http://encycl.bash-portal.ru/seayntaus.htm статья «Сеянтус» в Башкортостан: Краткая энциклопедия]</ref> . Батша хакимиәтенең Ырымбур экспедицияһына ҡаршы торорға тырышҡан башҡорттарҙы ҡырыуы ихтилалдың тағы ла нығыраҡ ҡыҙып китеүенә килтерә.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Һөйәнтүҙ» битенән алынған