Футбол — версиялар араһындағы айырма

Дәүмәлдә үҙгәрештәр юҡ ,  8 лет назад
ә
Робот: косметик үҙгәртеүҙәр
ә (r2.7.1) (робот su:Sepak Bola интервикиһын su:Maén bal тип үҙгәртте)
ә (Робот: косметик үҙгәртеүҙәр)
| paralympic = Юҡ
}}
[[FileРәсем:Soccerball.jpg|thumb|Футбол тубы]]
[[FileРәсем:Glass Football.jpg|thumb|Быяла футбол тубы — еңеү өсөн бүләк.]]
'''Футбо́л''' ({{lang-en|foot}} — аяҡ, ''ball''  — туп) — командалы [[спорт]] уйын төрө, төп маҡсаты — ярышташтың ҡапҡаһына ҡулһыҙ ғына (аяҡ йәки башҡа тән ағзалары ярҙамында) мөмкин тиклем күп тапҡыр туп индереү. Хәҙерге ваҡытта донъяла иң популяр һәм киң билдәле спорт төрө.
 
== Уйындың исемдәре ==
Донъя футбол федерацияһы һәм [[Халыҡ-ара олимпия комитеты]] халыҡ-ара уйынды рәсми рәүештә «футбол» тип атайҙар.
Уйындың инглиз телендәге тулы исеме «association football» («Ассоциация ҡағиҙәләре буйынса футбол») 1863 йылда, инглиз Футбол ассоциацияһы барлыҡҡа килгәс, уйынды башҡа футбол төрҙәренән (регби («rugby football», «Регби мәктәбе ҡағиҙәләре буйынса футбол») айырыу өсөн һайланған. Ваҡыт үтеү менән оҙон исем ҡыҫҡартылған.
 
«Соккер» термины Англияла 1880 йылдарҙа барлыҡҡа килгән («association» һүҙенән «-soc-» өлөшөнә «-er» суффиксы өҫтәлгән).
Бөгөнгө көндә <«соккер» исемен бер нисә инглиз телле дәүләттә генә ҡулланалар. Мәҫәлән, [[Австралия]]ла һәм [[Яңы Зеландия]]ла электән футбол тип регбины атайҙар. Ирландияла «футбол» терминын гэль футболына ҡарата ҡулланалар. [[Көньяҡ Африка Республикаһы]]нда иһә «соккер»исеме киң таралған. [[АҠШ]] һәм [[Канада]]ла «соккер» термины осрай, сөнки футбол тип америка һәм канада футболын атайҙар. Англияла «соккер» исемен иҫкергән тип һанайҙар.
 
== Дөйөм мәғлүмәт ==
=== Футбол тарихы ===
Хәҙерге футболға оҡшаш уйындар күп халыҡтарҙа булған, ләкин беренсе яҙма ҡағиҙәләр 1848 йылда барлыҡҡа килгән. Футболдың тыуған йылы булып 1863 йыл һанала (футбол Ассоциацияһы барлыҡҡа килеп, ҡағиҙәләр төҙөлгән).
Футбол элек-электән билдәле. Египет, Германия, Ҡытайҙа футболға оҡшаш уйындар булған. Уларҙың иң уңышлыһын итальяндар уйлап сығарып, гарпастум тип йөрөткәндәр. Заманса футбол барлыҡҡа килеү менән гарпастум онотолған. Инглиздәр футболды уйлап сығарғас, бар донъяға тарата башлағандар. Ул ваҡытта чемпионатта күп инглиз командалары ҡатнашҡан.
 
=== Уйын ҡағиҙәләре ===
Уйындың төп маҡсаты&nbsp;— ҡаршы команда ҡапҡаһына күберәк гол индереп, үҙ ҡапҡаһын яҡлап ҡалыу. Матчты иң күп гол индергән команда еңә.
 
Әгәр ҙә командалар ике тайм эсендә бер иш гол индерһәләр, бер яҡ та еңмәй йәки еңеүсе билдәләнгән матч регламенты буйынса баһалана. Был осраҡта өҫтәлмә ваҡыт &nbsp;— 15-шәр минутлыҡ ике тайм бирелә. Төп һәм өҫтәлмә ваҡыт араһында тәнәфес бирелә. Өҫтәлмә таймдар араһындағы ваҡыт урындарҙы алмаштырыу өсөн генә була. Элгәре беренсе гол индергән («алтын гол» ҡағиҙәһе) йәки өҫтәлмә таймдарҙың ҡайһыһында булһа ла еңгән («көмөш гол» ҡағиҙәһе) команда еңеүсе булып һаналғайны. Хәҙерге ваҡытта өҫтәлмә ваҡыт йә бөтөнләй уйналмай, йә тулыһынса уйнала (2 тайм 15-шәр минут). Әгәр ҙә өҫтәмә ваҡыт эсендә еңеүсене билдәләп булмай икән, матч һуңынан пенальти серияһы үткәрелә: каршы команда ҡапҡаһына 11 м аранан бишәр туп тибелә. Пенальтинан һуң гол иҫәбе бер иш икән, еңеүсе билдәләнгәнсе тағы бер пар пенальти уйнала.
 
=== Футбол донъяла ===
[[FileРәсем:Kid playing soccer.jpg|thumb|Футбол уйнаған бала]]
Донъя футбол федерацияһы (ФИФА) мәғлүмәттәре буйынса, 2001 йылда Ер шарында 250 миллион кеше футбол уйнаған. Уларҙың 20 миллиондан ашыуы&nbsp;− ҡатын-ҡыҙҙар. 1,5 миллион тирәһе команда теркәлгән һәм 300&nbsp;000 профессиональ клуб бар.
 
Илдәр буйынса алғанда, беренсе урында АҠШ (18 миллион, уларҙың 40% − ҡатын-ҡыҙҙар), унан һуң Индонезия (10 миллион), Мексика (7,4 миллион), Ҡытай (7,2 миллион), Бразилия (7 миллион), Германия (6,2 миллион), Бангладеш (5,2 миллион), Италия (4 миллион), Рәсәй (3,8 миллион) бар. Әммә футболсыларҙың һаны сифатҡа бәйле түгел. Футбол буйынса донъя чемпионаттарын күбеһенсә Европа һәм Көньяҡ Америка йыйылма командалары еңә, ә Уругвайҙа (ике тапҡыр Донъя футбол федерацияһы кубогын еңеүсе), Рәсәйҙә теркәлгән футболсыларға ҡарағанда, дөйөм халыҡ һаны әҙерәк.
 
=== Тактика ===
Футбол - команда уйыны булғас, үҙ-ара аңлашыусанлыҡ, бергә еренә еткереп уйнай алыу кеүек сифаттар беренсе урында тора. Уйынсыларҙың тактик төҙөлөшө мөһим. Заман футболында 4 һаҡлаусы, 4 ярымһаҡлаусы, 2 һөжүм итеүсе (4-4-2) менән уйын схемаһы таралған. Әммә схемалар һаны күп. Квалификацияларына ҡарап, уйынсылар үҙенекенән башҡа урындарҙа ла уйнай алалар.
 
== Футбол структуралары ==
 
== Ярыштар ==
Ярыштар&nbsp;— уйындың мөһим өлөшө. Уйындарҙы федерация ойоштора, һәр бер турнирҙың үҙ регламенты була. Ярыштар эске һәм халыҡ-ара төрҙәренә бүленә. Халыҡ-ара ярыштар, үҙ сиратында, клуб һәм милли йыйылма командалар араһында үтә.
 
Иң билдәле ярыштар:
* Клубтар араһында
** УЕФА чемпиондары лигаһы
** УЕФА Европа Лигаһы
** УЕФА суперкубогы
Көньяҡ Америка футбол конфедерацияһы (КОНМЕБОЛ):
 
== Футбол төрҙәре ==
Футболдың күп төрҙәре бар: футзал (AMF) һәм футзал (FIFA)&nbsp;— мини-футбол (залда махсус түшәм өҫтөндә уйнала), йорт футболы (төрлө түшәмдә төрлө уйынсылар һаны менән уйнала), пляж футболы (ҡомда уйнала), «йылға футболы» (тубыҡҡа тиклем һыуҙа уйнала, йыл һайын Англияның Бёртон ҡалаһында үтә), «һаҙ футболы» (һаҙлыҡта уйнала), һ.б.
 
Шулай уҡ виртуаль һәм өҫтәл футболы (спорт уйыны), ҡағыҙҙағы футбол (логик уйын) бар.
14 646

үҙгәртеү