Яҙма (Әлифба): өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
33 юл:
[[Рәсем:WritingSystemsoftheWorld4.png|right|600px]]
[[Рәсем:Writing directions of the world.svg|thumb|right|400px|Яҙыу ысулдары:1, күк төҫ — һулдан-уңға, өҫтән-аҫҡа;2, ҡыҙғылт һары — уңдан -һулға, өҫтән-аҫҡа;3, ҡара йәшел —өҫтән-аҫҡа, уңдан-һулға;4, алһыу — ике ысул да — 2 и 1;5, светло-зелёный — оба способа — 3 и 1.]]
 
==Башҡорт халҡында әйберләтә яҙма==
 
Башҡорт халҡында Ислам ҡабул иткәндән һуң ғәрәп яҙмаһы ҡулланыла. Әммә ҡыҙҙарҙы уҡырға өйрәткән осраҡта ла, йыш ҡына яҙырға өйрәтмәгәндәр - егеттәр менән хатлашып, исеме сығыуҙан хәүефләнгәндәр. Шулай ҙа теләгән кеше яйын таба инде: Һәҙиә Дәүләтшинаның "Ырғыҙ" романында ошоға дәлил күрәбеҙ. Төп героиня Гөлйөҙөм өҙөлөп һөйгән егете Айбулатҡа хистәрен белдереп күстәнәсле төйөнсөк ебәрә. Уның эсенә ҡыҙ аҡ кешәмир яулығының ике аҡ сәскәһен өҙөп алып һалған, яндырылған шырпының бер башына ҡош ҡанаты бәйләп, шул ал сәскәләрҙең эсенә төргән. Егеттең еңгәһе был "хаттың" йомағын бик оҫта итеп сисеп тә бирә:
был яулыҡты ҡыҙ былтыр яҙ көнө өс ҡайын төбөндә осрашҡанда ябынған булған; тимәк, сәскәләр - шул онотолмаҫ осрашыу билгеһе, уның йөрәгендә һаҡлана. Гөлйөҙөм шул янған шырпы кеүек янып-көйөп йәй үткәргән, осоп барып күрергә күгәрсен ҡанаттары ғына юҡ шул. Сит-ситенә төрлө сағыу суҡтар тағып, йәшел атласҡа ҡыҙыл бәрхәт ҡушып теккән тәмәке янсығы ла ебәргән - был инде егеткә биргән вәғәҙә.
* Һәҙиә Дәүләтшина. Ырғыҙ. - Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1957.
 
== Иҫкәрмәләр ==