Әл-Харам мәсете: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
79 юл:
Ташҡын булып килгән халыҡтың аяҡ аҫтында ултырып намаҙ уҡыусылар ҙа бар. Тапап китерҙәр тип тә ҡурҡмайҙар. Ә беҙҙе, аяҡ кейемегеҙ йә башҡа бер нәмәгеҙ төшһә, алырға маташмағыҙ, аяҡ аҫтында ҡалып һәләк булыуығыҙ бар, тип иҫкәрткәйнеләр. Сәғиттәр шундай фажиғә шаһиты булған - арттан ҡыҫырыҡланып килгән хажиҙар ағымы туҡтай аламы ни, абынып иҙәнгә йығылған берәү уларҙың күҙ алдында шәһит үлеме менән донъянан киткән. Тауаф ҡылғанда беҙҙең алдан да бер нисә табут алып сыҡҡайнылар...
 
Аҡ мәрмәрҙә тулып ятҡан һыңар аяҡ кейемен дә, китаптарҙы ла, башҡа ваҡ-төйәкте лә аша атлап үтәһең. Анауындай мәхшәрҙә йыйыштырыусылар юлды ҡамай һалып, хуш еҫле шыйыҡса менән ялт иттереп йыуып алырға ла өлгөрәләр бит әле. Йөк машиналары менән кузов-кузов «сәпелдәк» түгәләр, ти.
 
Әйткәндәй, ғәрәптәр ислам ҡабул иткәнгә тиклем дә Ҡәғбәтулланы һәм Сафа-Мәрүә араһын урап уҙа торған булған. Быға аптырайһы түгел, сөнки Мөхәммәт саллалаһу ғәләйһи үә сәлләм ниндәйҙер яңы дин уйлап сығармауын, ә бары тик Ибраһим пәйғәмбәр динен - Исламды тергеҙеүен Ҡөрьән Кәримдә ҡат-ҡат телгә ала. Тәү атабыҙ - Әҙәм ғәләйһис-сәләмгә иңдерелгән изге китап бәндәлек сифаттары арҡаһында боҙолған һайын, төп нөсхәне тергеҙеү йәки заманаға ярашлы телгә күсереү өсөн, Аллаһ ерҙә үҙ илселәрен тәғәйенләгән.