Әл-Харам мәсете: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
57 юл:
[[Сәғүд Ғәрәбстаны]] [[Мәккә]] ҡалаһында урынлашҡан.
 
==Гүзәл Ситдиҡованың "Йәннәт баҡсаһы" китабынан==
 
Баш осонда - йәш ай, һилал. Беҙҙә уны, урыҫҡа эйәреп, «ярым ай» тип исемләгән булалар. Ана ниндәй матур атамаһы бар уның - һилал. Был һүҙ хәҙер фамилияларҙа ғына һаҡланып ҡалған. Ҡара бәрхәт күк йөҙөндәге сихриәткә арбалып берауыҡҡа онотолам - әйтерһең, Ҡәғбәтулланың тап уртаһына күҙгә күренмәҫ манара күтәрелгән дә, осона ысын ай үҙе беркетелгән. Ул беҙҙәге кеүек ҡырын ятмай, ә ултыртып ҡуйылған кәсә рәүешле. Шуға ла Ғәрәбстандағы мәсет манараларындағы һилалдың тарбаҡтары ике яҡҡа ла тигеҙ итеп ҡуйылғандыр әле.