Лао-цзы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә Робот: косметик үҙгәртеүҙәр
30 юл:
}}
 
'''Лао-цзы''' (Ҡарт Сабый, Аҡыл Эйәһе Бабай; {{Китайский||老子|Lǎo Zǐ}}, б.э.т. VI быуат),{б.э.т. VI—V быуаттың 3}боронғо ҡытай философы , ул классик дао фәлсәфәүи трактаты «Дао Дэ Цзин»ды яҙған тип иҫәпләнә. Хәҙерге фән уның тарихи шәхес булыуын шик аҫтына ала, әммә Лао-цзы фәнни әҙәбиәттә даосизмға<ref name="Torchinov">[http://dic.academic.ru/dic.nsf/china_philosophy/199/лао Лао-цзы] // Китайская философия. Энциклопедический словарь. 2009 (автор&nbsp;— Е.&nbsp;А.&nbsp;Торчинов)</ref> нигеҙ һалыусы тигән фекер бар.
 
== Биографияһы ==
{{Китайский текст}}
[[FileРәсем:Lao-Zi-ierogl.PNG|мини|Лао-цзы]]
[[FileРәсем:Laozi.jpg|left|300px|мини|Лао-цзы һыу һыйыры менеп Ҡытайҙан сығып китә]]
Даосизмдың башланған осронда уҡ әле Лао-цзы легендар шәхес булараҡ таныла һәм уны илаһилаштырыу күҙәтелә. Риүәйәттәр буйынса, имеш, әсәһе әллә нисә йылдар уға ғоманлы булған, шуға ла бабай булып тыуған, шуға ла, имеш, Ҡарт Сабый тип исемләгәндәр. Мәгәр «цзы» иероглифы «аҡыл эйәһе» тигәнде лә аңлата, шулай булғас уның исемен "Аҡыл Эйәһе Бабай" тип тә уҡырға мөмкин.
 
Уның тарихи шәхес булыуын шик аҫтына алып, бәлки Конфуций менән бутайҙарҙыр тигән фекер ҙә бар.
 
Шулай уҡ Лао-цзы&nbsp;— даосизм философияһына нигеҙ һалған, легендаларға күмелгән ҡытай фекер эйәһе тип һанау ҙа бар. Б.э.т. 604&nbsp;йылда тыуған тип һанайҙар. Ҡыҫҡа ғына биографияһында император йортонда йылъяҙмасы-архивариус булып эшләгән һәм әллә 160, әллә 200 йәш{{нет АИ|4|04|2011}} йәшәгән тигән һүҙҙәр бар.
 
Сыма Цянь тигән кеше тулыраҡ мәғлүмәт бирә: Лао-цзы Ҡытайҙың Чу тигән батшалғында тыуған. Ғүмеренең күп йылдарын император архивын Чжоу дәүләте китапханаһын һаҡлап тороусы булып уҙғарған.. 517 йылда [[Конфуций|Конфуций]] менән данлыҡлы осрашыу булған. Ҡартайғас, ул илдән көнбайышҡа табан юлға сыға. Ил сигенә еткәс, застава етәксеһе Инь Си Лао-цзының үҙ тәғлимәтен һөйләүен үтенгән. Лао-цзы Дао Дэ Цзин (Юл һәм Изге Көс ҡануны ) тигән яҙма яҙып ҡалдыра. Ҡайҙа китеп юғалғаны билдәһеҙ.
 
Икенсе бер риүәйәт буйынса Лао-цзы Остаз Ҡытайға , элекке тормошон юйҙыртып, сабый халәтендә Һиндостандан килгән,
 
=== Көнбайышҡа сәйәхәт ===
{{Даосизм}}
{{main|Путешествие на Запад}}
«Көнбайышҡа сәйәхәт» тигән романда Лао-цзыны тау эйәләре рәтенә алғас, илаһтар Сунь Укунды тоторға ҡушыуҙары бәйән ителә. Сунь Укун илаһтарға буйһонмаған, уларға ҡаршы этлектәр ҡылған имеш. Артабан Лао-цзының уны тотоуы, әммә бер нисек тә уны юҡҡа сығара алмауы һүрәтләнә. Хатта мейескә ултыртып 49 көн буйы яндырғандан һуң да тере ҡалып, мейсте емерә һуғып, кирбестәре осоп төшкән ерҙәрҙә утлы тауҙар барлыҡҡа килә. Бары Будда ғына уны еңеп, тау аҫтына ултыртып ҡуя. Лао-цзының һыу һыйыр (буйволы) уның мөғжизәле алмас беләҙеген урлап, Иблискә әйләнә һәм ҡот осҡос ҡыйралыштар эшләй башлай. Будда Ляо-цзыға Сунь-Укунды ярҙамға ебәрә, тегеләр икәүләп яуызды тота һәм кире һыу һыйырына әйләндерә.
 
Лао-цзының мейесе кирбестәренән барлыҡҡа килгән утлы тауҙар , Сюаньцзан тигән кешенең сәйәхәт ваҡытнда юлын быуа. Бер тау Урта Азия яғына йүнәлгән юлда була. Шул тауҙа юл быуған уттарҙы һүндергәндә килеп сыҡҡан мажаралар бәйән ителә.
 
=== Лао-цзы үҙе тураһында ===
75 юл:
== Фәлсәфәһе ==
 
Лао-цзының фәлсәфәһендә ике башланғыс&nbsp;— Дао һәм Дэ барлығы төп урында тора. «Дао» йәки «Тао» ҡытай телендә "юл" тигәнде аңлата;әммә был фәләсәфә системаһында ул киңерәк метафизик мәғәнәгә эйә. «Дао» есемдәрҙең асылын да, Ғаләм булмышын да үҙ эсенә ала.. Материалистик күҙлектән алғанда «дао» - ул тәбиғәт, объектив донъя.
 
Дэ төшөнсәһе ҡытай ғәҙәт-йолаларында бик ҡатмарлы урын биләй.. Бер яҡтан, Дэ&nbsp;— Даоны туйындырыусы, бар итеүсе ('''' . Шулай уҡ ул Даоны ҡулланыу һәм уға ярашлы йәшәү ысулы ла. Дэ&nbsp;— йәшәйеш принцибы. Ул йәшәү ҡеүәте тупларға биреүсе көс, ци. Дэ&nbsp;— йәшәйеш ҡеүәтен дөрөҫ файҙаланыу, дөрөҫ ҡылыҡ-фиғел. Әммә Дэ&nbsp;— әхлаҡ менән генә сикләнмәй. Дэ аңды көндәлек мәшәҡәттәрҙән өҫкә күтәреүсе лә .
 
<blockquote>
87 юл:
 
 
'''' <br />''''
</blockquote>
 
=== Төп идеялары ===
Ғаләм үҫешен билдәле өлгөлөр һәм принциптар менән аңлатып булмай. Әммә бик үк теүәл булмаһа ла&nbsp;— Дао тип атап була.
 
Артыҡ белемгә ынтылмаҫҡа кәрәк— киреһенсә, юнылмаған ағас, йәки сабый халәтендә булыу хәйерле.
Бар ҡапма-ҡаршылыҡтар ҙа үҙ-ара мөнәсәбәттә, шулай уҡ һыйыша ала. Мәҫәлән, йәшәү һәм үлем.. Үлем - ул ғүмер тамамланыу, шул уҡ ваҡытта икенсе тормошта йәшәй башлау. Һәр "үлемдең" ахыры - икенсе "үлемдең" башы. Эш һүҙҙәрҙә, төшөнсәләрҙә түгел, ә уларға ниндәй мәғәнә һалыныуында. Ингән ер - сығыу урыны ла.
 
Тормош&nbsp;— ул «йомшаҡ» һәм «һығылмалы». Үлем&nbsp;— ул «ҡаты» һәм «киҫкен». Даоса проблемаларҙы сисеү юлы&nbsp;— киреләнмәү, ыңғайға ҡуйыу. Быны гел буйһоноп тороу тип аңларға ярамай&nbsp;— мөмкин тиклем әҙерәк көс сарыф итеп, үҙеңдекенә өлгәшергә тырышыу тип аңларға кәрәк.
 
 
108 юл:
* «Тел менән әйтелгән хәҡиҡәт - хәҡиҡәт түгел инде, сөнки хәҡиҡәт менән баштағы бәйләнеште юғалтҡан ».
* «Белгән - һөйләмәй, һөйләгән - белмәй».
Кеше үҙендәге ялғандарҙан арынып, хәҡиҡәткә өлгәшә. Лао-цзы былай тип яҙған: «Күктән һәм Ерҙән алда уҡ булған Сикһеҙ бер Көс бар. Ниндәй тыныс, ниндәй сабыр ул! Яңғыҙлыҡта йәшәй һәм үҙгәрмәй.. Бар нәмәне ҡулында тота, әммә сәбәләнмәй.Беҙ уны Ғаләмдәр Инәһе тип атай алабыҙ. Мин уның исемен белмәйем. Үҙемсә Дао тип атайым».
 
=== Диалектика ===
Лао-цзының фәлсәфәһе бик үҙенсәлекле дидактикаға ҡоролған:
* «Ысынбарлыҡтан һәм юҡтан бар нәмә барлыҡҡа килгән; мөмкинлек һәм мөмкин булмағандан&nbsp;— башҡарылыш;оҙон һәм ҡыҫҡанан - рәүеш (форма). Юғары - түбәнде буйһондра; ҡалын һәм нәҙек тауыштар бергә гармония тыуҙыра; алдан килгәне үҙенән һуң килгәнде буйһондора.
 
Әммә Лао-цзы быларҙы ҡапма-ҡаршылыҡ көрәше түгел, ә килешеү тип һанай.
* «Кеше бер нәмә эшләмәҫкә ҡарар иткәндә еткәндә эшләр нәмә ҡалмаған булыр.»
* «Кем халыҡты ярата һәм уға идара итә, шул бер ни ҙә эшләмәҫкә тейеш»
 
Был фекерҙәрҙән Лао-цзының фәлсәфәһе, йәки этикаһы: бер ни ҙә эшләмәү икәне күренә. ''Көсләп'' нимәнелер тағыу, тәбиғәтте үҙгәртергә тырышыу ғәйепләнә.
* «Бик күп тау һыуҙары диңгеҙгә ағып төшә, сөнки диңгеҙ тауҙарҙан аҫтараҡ. Шуға ла бар сығанаҡтарға ла идара итә ала. Аҡыл эйәһе лә, кешеләрҙән өҫтәрәк булырға теләһә, үҙен уларҙан аҫтараҡ тота, алдараҡ булайым тиһә - артҡа баҫа. Шуға ла кеше уның өҫтәлегенең ауырлығын тоймай, артта торғас, алдалығын күрмәгәнлектән, ғәҙелһеҙлек тип уйламай»
* Илгә идара иткән «„Изге ир“ аҡыл эйәләрен нимәлер эшләүҙән тыя. Бер ни ҙә эшләнмәгәндә донъяла тыныслыҡ урынлаша»
* «Бер белеме лә булмаған кеше бер ваҡытта ла ауырымай» (Башҡорт халыҡ әйтеме - Белмәгәндең беләге тыныс)
126 юл:
* «Дәүләттең һалымдары күтәргеһеҙ ауыр. Бына шул халыҡты бөлдөрә.»
 
* Сыма Цянь Лао-цзының һәм конфуцийлыҡҡа ҡаршы сыҡҡан философ Хань Фэйҙың 韩非 биографияһын бергә ҡуша. «Хань Фэй-цзы» трактатында Лао-цзыға ике бүлек бағышланған(《解老》, 《喻老》).
 
== Әҫәрҙәренең исемлеге ==
136 юл:
== Башҡорт халҡының даосизмға ауаздаш мәҡәл һәм әйтемдәре ==
 
* Атым юҡ бурамда, ҡайғым юҡ буранда
* Белмәгәндең беләге тыныс
* Иртәгәһен ишәк ҡайғыртҡан
* Иртәгә лә көн бөтмәҫ
* Үгеҙ үлһә - ит, арба ватылһа - утын
* Аҙ ҙа етә, күп тә бөтә
 
Әммә был мәҡәлдәр күпселек тарафынан хәрәкәт итмәү, бошмауҙы ғәйепләп ҡулланыла.
Шул уҡ ваҡытта даосылыҡта ыңғай һыналған бәхәскә инмәү, тыныслыҡ һаҡлау, килешә белеү ысулы беҙҙең халыҡта ла өнәлә:
* Баҙнатлы тыныслыҡ яратыр
* Иҫәр менән иҫәр булма
* Йоҡлаған йыланды уятма
* Ҡырмыҫҡа ояһына таяҡ тыҡма
* Таш менән атҡанға аш менән ат
* Тыныслыҡтың төбө - уңышлыҡ
 
== Иҫкәрмәләр ==
197 юл:
}}
 
[[CategoryКатегория:Даосизм]]
[[CategoryКатегория:Даосский пантеон]]
[[CategoryКатегория:Философы эпохи Чжоу]]
[[CategoryКатегория:Философы VI века до н. э.]]
[[CategoryКатегория:Основатели религий]]
[[CategoryКатегория:Обожествлённые люди]]
[[CategoryКатегория:Умершие в VI веке до н. э.]]
 
{{Link GA|en}}
284 юл:
[[pt:Lao Zi]]
[[ro:Lao Zi]]
[[ru:Лао-цзы]]
[[rue:Лао Цзи]]
 
[[ru:Лао-цзы]]
[[sc:Lao Tze]]
[[scn:Lao Tzu]]
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Лао-цзы» битенән алынған