Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Маҡтау. Шулай дауам итегеҙ!

Assele (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
{{Babel|ba|ru-3|tt-3|en-2}}
{{цитата|
''Ағасым – алмағас, ''

''Ҡошом – һандуғас,''

''Тамғам – ҡурай сәскә, ''

''Девизым – һис ҡасан бирешмәҫкә!''

Исемем – [[Ләйсән]] Ғилметдинова. [[Башҡортостан]]дың [[Салауат]] ҡалаһында тыуғанмын, әммә тамырҙарым – [[Ейәнсура районы]]нда. Ғаиләм менән [[Өфө районы]]ның [[БАССР-ҙың 15 йыллығы исемендәге Йоматау шифаханаһы|Йоматау шифаханаһы]] ауылында йәшәйем. [[Википедия]] – минең өсөн хобби, инглиз һәм башҡа телдәрҙә белемемде камиллаштырыу мөмкинлеге, белем даирәһен киңәйтеү ысулы һәм иң мөһиме – [[башҡорт теле]]н үҫтереүҙә үҙ бурысымды атҡарыу мөхите.

Башҡорт Википедияһы проектында – 2007 йылдан, шулай уҡ [http://translatewiki.net/wiki/User:Assele интерфейс хәбәрҙәрен тәржемә итеү проектында] ҡатнашам.
==Минең мәҡәләләрем==
===Шәхестәр===

* '''[[Сыңғыҙхан]]'''
::''... Шулай итеп, Темуджин монгол далаларында берҙән-бер хан булып ҡала. Был оҙаҡ йылдар бер-береһе менән дошманлашып, Ҡытай династиялары тарафынан ҡыҫылып, иҡтисади тотороҡһоҙлоҡ кисергән монголдар өсөн оло уңыш була. Артабан монгол хандары Ҡоролтайында Темуджин Сыңғыҙхан тип иғлан ителә...'' [[Сыңғыҙхан|уҡырға]]

* '''[[Жанна д’Арк]]'''
::''... Жанна ғәйепте таныуҙан баш тартҡас, уның ирҙәр кейемен ҡабаттан кейеүен һылтау итеп, дингә ҡайтанан ҡаршы килеүендә ғәйепләп, Орлеан ҡыҙын улем язаһына хөкөм итәләр. [[1431]] йылдың [[30 Май (Һабанай)|30 майында]] Жанна д’Арк Руан ҡалаһында тереләй яндырыла...'' [[Жанна д’Арк|уҡырға]]

* '''[[Джордж Вашингтон]]'''
::''...[[1789]] йылда һайлаусылар коллегияһы Вашингтонды бер тауыштан президент вазифаһына һайлай. 1789 йылдың 30 апрелендә Нью-Йорктың Федерал-холлында ул президент антын бирә, шулай итеп, Вашингтон Америка Ҡушма Штаттарының беренсе президенты вазифаһына аяҡ баҫа...'' [[Джордж Вашингтон|уҡырға]]

* '''[[Искәндәр Зөлҡәрнәй]]'''
::''...Ул тарихҡа иң уңышлы хәрби етәксе булараҡ билдәле — ул бер яуҙа ла еңелмәгән. Ғүмеренең аҙағына ул Боронғо Грецияға билдәле донъяның күпселек өлөшөн үҙенә буйһондора...'' [[Искәндәр Зөлҡәрнәй|уҡырға]]

* '''[[Хатшепсут]]'''
::''...Хатшепсуттан тыш та Мысыр тарихында тәхеткә ултырыуға ирешкән ҡатын-ҡыҙҙар булһа ла, нәҡ Хатшепсуттың хакимлығы иң оҙайлы ваҡытҡа һуҙыла, һәм тарихсылар уның хакимлығын иң уңышлыһы тип таный....'' [[Хатшепсут|уҡырға]]

* '''[[Клеопатра VII]]'''
::''...[[Фирғәүен]] булған дәүерендә ул [[Юлий Цезарь]], һуныңан [[Марк Антоний]]ҙы арбап, улар ярҙамында үҙенең тәхеттә хакимлығын нығытыуға ирешә. Клеопатра — Боронғо Мысырҙың һуңғы фирғәүене...'' [[Клеопатра VII|уҡырға]]

* '''[[Колкер Борис Григорий улы]]'''
::''...[[1973]] йылда [[Ленинец (гәзит)|Ленинец]] гәзитендә уның эсперанто дәрестәре баҫылып сыға, был дәрестәр рус телендәге иң киң билдәле эсперанто дәреслектәренең нигеҙе булып тора һәм күп мәртәбә яңыртыла...'' [[Колкер Борис Григорий улы|уҡырға]]

===Мысыр===

* '''[[Мысыр]]'''
::''...Мысыр үҙенең боронғо цивилизацияһы һәм донъяляғы иң билдәле һәйкәлдәре, шулар араһында [[Гиза пирамидалары|Гизалағы пирамидалар]] һәм [[Ҙур Сфинкс]] менән танылған. Көньяҡтағы [[Луксор]] ҡалаһын "асыҡ һауалағы иң оло музей" тип атайҙар — бында [[Карнак]] һарайы, [[Батшалар үҙәне]] һымаҡ бик күп боронғо архитектура һәйкәлдәре урынлашҡан...'' [[Мысыр|уҡырға]]

* '''[[Карнак]]'''
::''...Карнак тарихы — тулыһынса тиерлек [[Фива]] һәм уның Мысыр мәҙәниәтендәге роленең үҙгәреүе тарихы. Утыҙлап [[фирғәүен]] төҙөлөштәргә үҙ өлөшөн индереп, уны башҡа бер ҡайҙа ла осрамаған кимәлгә ҙурайтҡан, ҡатмарлаштырған, төрләндергән...'' [[Карнак|уҡырға]]

* '''[[Батшалар үҙәне]]'''
::''...KV62 — 18-се династия фирғәүене [[Тутанхамон]]дыҡы. Был кәшәнә бөгөнгө көнгәсә үҙәндәге иң оло табыш тип иҫәпләнә. Ҡәберлектәге бар йыһаздар бөтөн килеш һаҡланған була. Бында табылған алтын биҙәүестәр һам башҡа хазиналар кәшәнәгә, уның эйәһе Тутанхамонға һәм уны табыусы египтолог [[Говард Картер]]ға ысын мәғәнәһендә танылыу килтерә...'' [[Батшалар үҙәне|уҡырға]]

* '''[[Фирғәүен]]'''
::''...Фирғәүен – [[Боронғо Мысыр]] монархының титулы. Боронғо Мысыр халҡы фирғәүендең Мысыр хакимлығы аллаһы [[Хор]] булыуына ышанған....'' [[Фирғәүен|уҡырға]]

===Халыҡтар===

* '''[[Бәҙүәндәр]]'''
::''...Йәшәү сығанаҡтары сикле булған был ҡырыҫ мөхиттә дөйә, һарыҡ, кәзә көтөүе менән утлау эҙләп туҡтауһыҙ сәйәхәт итеү — уларҙың быуаттар дауамында һаҡланып килгән йәшәү ысулы...'' [[Бәҙүәндәр|уҡырға]]

===Телдәр===

* '''[[Ғәрәп теле]]'''
::''...[[Ислам]] донъяһына ҡараған [[фарсы теле|фарсы]], [[төрөк теле|төрөк]], [[ҡаҙаҡ теле|ҡаҙаҡ]], [[һинд теле|һинд]] һәм башҡа телдәр менән бер рәттән, [[башҡорт теле]]нең һүҙлегенә бихисап ғәрәп һүҙҙәре кергән. Ғәрәп теленән һүҙҙәр үҙләштереү башҡорттарға ислам дине килеп кергәс, сама менән 7-8 быуаттарҙа башланған булырға тейеш, тип фараз итеп була...'' [[Ғәрәп теле|уҡырға]]

* '''[[Эсперанто теле]]'''
::''...Эсперанто телен уйлап сығарғандан һуң ун йыл дауамында Заменгоф әҙәби әҫәрҙәрҙе был телгә әйләндергән һәм шулай уҡ ошо телдә [[проза|прозаик әҫәрҙәр]] һәм [[шиғриәт|шиғырҙар]] ижад иткән, ә 1887 йылдың июлендә [[Варшава]] ҡалаһында [[Unua Libro|эсперанто теленең грамматикаһы]] баҫылып сыҡҡан...'' [[Эсперанто теле|уҡырға]]

* '''[[Өфө эсперанто клубы]]'''
::''...Өфө эсперанто клубы ҡатнашыусылары йыл һайын уҙғарылған ижади ярыштарҙа әүҙем ҡатнашып, эсперанто теленә иң яҡшы тәржемә, иң яҡшы башҡарыу һымаҡ төрлө номинацияларҙа еңеүсе булып сыға. Эсперанто телендә яҙыусы билдәле шағир Ғ. Ғәзизов ([[Ғәфүр Ғәзизи]]) эшмәкәрлеген Өфө эсперанто клубында башлай...'' [[Өфө эсперанто клубы|уҡырға]]

===Бөйөк депрессия===

* '''[[Бөйөк депрессия]]'''
::''...[[Вермар республикаһы]]ның көрсөккә ҡаршы тора алмауы, социаль ҡаршылыҡтарҙың киҫкенләшеүе, бүтән ил башлыҡтарының Германияның эске хәленә ғәмһеҙлеге 1933 йылда власҡа [[Национал-социализм|национал-социалистар]] килеүенә булышлыҡ итә. Артабан был режим [[фашизм]] исеме ала...'' [[Бөйөк депрессия|уҡырға]]

* '''[[1929 йылғы Уолл-Стрит һәләкәте]]'''
::''...Фонд биржаһы был көндә йәмғеһе 14 миллиард доллар аҡсаһын юғалта. Аҙна эсендә иһә 30 миллиард доллар юғала - был АҠШ-тың Беренсе донъя һуғышы ваҡытында сарыф иткән аҡсанан да күберәк тәшкил итә...'' [[1929 йылғы Уолл-Стрит һәләкәте|уҡырға]]

* '''[[Смут-Хоули тариф акты]]'''
::''...Смут-Хоули акты 3200-ҙән артыҡ тауарға һалымды 60 процентҡа күтәрә. Ҡайһы бер белгестәр иҫбатлауынса, Смут-Хоули актын ҡабул итеү һөҙөмтәһендә Бөйөк депрессия артабан тәрәнәйә...'' [[Смут-Хоули тариф акты|уҡырға]]

===Әҙәбиәт===

* '''[[Асыу тәлгәштәре]]'''
::''...Китап хайран ҡалдырырлыҡ ҙур уңышҡа өлгәшә — уның тиражы 14 миллион экземплярға етә. Роман "милли ваҡиға масштабындағы күренеш була. Ул "халыҡ тарафынан асыҡ тыйыла һәм яндырыла, уның турала милли радио селтәрҙәрендә фекер алышына, әммә барыһынан да бигерәк, ул уҡыла."...'' [[Асыу тәлгәштәре|уҡырға]]

==Бүләктәр==
{{Орден|нәмә=гөл|текст=үҙемдән һәм берләшмә исеменән интерфейс тәржемә итеү өсөн|урынлаштырыу=left|имза=[[Ҡатнашыусы:Comp1089|Вячеслав]]шулай уҡ [[Special:Contributions/Comp1089|Comp1089]] [[User talk:Comp1089|aralaşırbıđmı?]] 15:59, 27 Сентябрь (Һарысай) 2010 (UTC)}}