Салауат районы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә r2.7.1) (робот өҫтәне: it:Salavatskij rajon
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
17 юл:
|Майҙаны = 2182 [[квадрат километр|км²]]
}}
'''Салауат районы''' ({{lang-ru|Салаватский район}}) – [[Башҡортостан]]дағы муниципаль район. Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан, [[Силәбе өлкәһе]] менән сиктәш. 1935 йылда Малаяҙ районы булараҡ ойошторолған, 1941 йылда хәҙерге исеме бирелә. Майҙаны — 2182 км2км². Район үҙәге — [[Малаяҙ]] ауылы Өфөгә 183 км, яҡындағы Кропачево тимер юл станцияһына (Силәбе өлкәһе) 29 км. Халҡы 2010 йыл — 27,8 мең кеше (1970 йыл — 32,9; 1979 йыл — 28,8; 1989 йыл — 26,9 мең; 1995 йыл 27,3 мең кеше). Халыҡтың тығыҙлығы — 1 км2км²-ға 12 кеше, шул иҫәптән ауыл ерендә — 11 кеше. Районда 62 ауыл, [[Мөрсәлим]] (2,4 мең — 1989 й.) һәм [[Первомайский (Салауат районы)|Первомайский]] (0,5 мең) ҡасабалары бар. Ҙур ауылдар: [[Малаяҙ]] (3,8 мең), [[Арҡауыл (Салауат районы)|Арҡауыл]] (1,3 мең), [[Лаҡлы]] (1,2 мең). Күпселекте [[башҡорттар]], [[татарҙар]], [[урыҫтар]] тәшкил итә.
== Географияһы ==
Райондың төп биләмәләре [[Йүрүҙән]], [[Әй]] йылғалары һыу айырғыстарына тура килә. Көньяҡ.-көнсығыш өлөшө буйлап Уралдың көнбайыш итәгенең алдынғы һырттары һуҙылған (Башташ, Һилейә һырттары). Көньяҡ-көнбайышта Ҡаратау һырты, ә төньяҡ-көнбайышта Өфө яйлаһы ята. Ер өҫтөнөң уртаса бейеклеге 370 м. [[Янғантау]] тауы, Күҫәләр көкөртлө-водород сығанағы, [[Ҡорғаҙаҡ шишмәһе]], [[Лаҡлы мәмерйәһе]] тәбиғәт ҡомартҡылары тип иғлан ителгән.