Ғафури районы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
53 юл:
}}
'''Ғафури районы''' ({{lang-ru|Гафурийский район}}) – [[Башҡортостан]]дағы муниципаль район.
Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының көнбайыш итәгендә урынлашҡан. 1930 йылда Красноусол районы ойошторолған, 1940 йылда хәҙерге исеме бирелә. Район үҙәге — [[Красноусольский|Красноусол]] ҡасабаһы. Өфөгә — 130 км, Стәрлетамаҡҡа — 60 км. Майҙаны — 3039 км2км². Халыҡ һаны 2010 йыл — 35,6 мең (1970 йыл — 54,8; 1979 йыл — 44,4; 1989 йыл — 36,8, 1995 йыл — 35,1). Халыҡтың уртаса тығыҙлығы — 1 км2км²-ға 12 кеше. Районда 97 ауыл бар: шуларҙың иң ҙурҙары — [[Красноусольский|Красноусол]] ҡасабаһы (10,8 мең кеше), [[Табын (Ғафури районы)|Табын]] (1,9 мең) һәм [[Сәйетбаба (ауыл)|Сәйетбаба]] (1,4 мең) ауылдары. [[Башҡорттар]], [[урыҫтар]] һәм [[татарҙар]] күпселекте тәшкил итә.
== Географияһы ==
Район территоряһының ҙур өлөшө таулы (иң бейек урыны 600—700 м-ға етә), ярайһы уҡ дымлы, киң япраҡлы һәм [[ҡайын]] ҡатыш [[уҫаҡ]] урмандар менән ҡапланған. Көнбайышыдағы тар тигеҙлекте [[Ағиҙел]] йылғаһы үҙәне биләй. Климаты бер аҙ ҡоро. Район ерҙәрендә һоро урман, туғай тупрағы һәм көлһыу ҡара тупраҡ өҫтөнлөк итә. Гидрографик селтәрен Ағиҙелдең уң яҡ ҡуш-ры [[Еҙем]], [[Егән]] һәм [[Тоҙйылға]] (Усолка) йылғалары барлыҡҡа килтерә.