Наполеон I: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
272 юл:
=== Наполеон һуғышында башҡорттар ===
 
1812 йылғы Ватан һуғышында башҡорттар ҙа ҡатнашҡан. Наполеонға ҡаршы 28 башҡорт полкы ойошторола. Улар Рәсәй армияһы сафында төрлө походтарҙа ҡатнаша, Парижғаса барып етә. Ошо һуғыш иҫтәлеге булып халҡыбыҙҙа "Любизар", һәм"Кутузов", "Француз көйө", "Ҡаһым түрә" тигән йырҙар ҡалған.
 
 
332 юл:
 
Маладис, маладис!''
 
'''КУТУЗОВ'''
 
Полководец батыр ир Кутузов,
 
Уттар, һыуҙар кисте, ҡурҡманы,
 
Һай, Кутузов,
 
Полководец икән Кутузов.
 
 
Наполеондың баҫҡынсы яуҙарын
 
Көтөү кеүек әйҙәп туҡманы,
 
Һай, Кутузов,
 
Полководец икән Кутузов.
 
 
Рәсәй ҙә генә иле, һай, киң икән,
 
Донъяла иң гүзәл ер икән,
 
Һай, Кутузов,
 
Полководец икән Кутузов.
 
 
Ирҙәре лә батыр ирҙәр икән,
 
Ил дошманын яуҙа еңә икән,
 
Һай, Кутузов,
 
Полководец икән Кутузов.
 
'''ФРАНЦУЗ КӨЙӨ'''
 
 
Ҡыҙыл ғына менән Яйыҡ һыуы,
 
Салт аяҙ көн булмай, туңмай ҙа.
 
Беҙ китә лә тип үк иламағыҙ,
 
Илаһағыҙ, юлым уңмай ҙа.
 
 
Беҙ китәбеҙ инде, ай, үҙебеҙ,
 
Алыҫ ҡалыр тыуған илебеҙ.
 
Беҙ килә лә тип үк, ҡарай-ҡарай,
 
Тилмерер ҙә ике күҙегеҙ.
 
 
Атҡа ғына мендек беҙ үҙебеҙ,
 
Ҡалманымы әйтер һүҙегеҙ?
 
Ҡалһа-ҡалһын әйтер һүҙҙәрегеҙ,
 
Сабырһыҙ ҙа булмаң үҙегеҙ.
 
 
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Наполеон_I» битенән алынған