Фридрих Ницше: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
38 юл:
Фридрих Ницше Рёккендә (Лейпциг янында, Көнсығыш Германия) лютеран пасторы Карл Людвиг Ницше (1813—1849) ғаиләһендә тыуған. Атаһы үлгәндән һуң әсәһе тәрбиәһендә ҡала, 1858 йылда атаҡлы «Пфорта» гимназияһына һабаҡҡа төшә. Ул бик ҡыҙыҡһынып төрлө фәндәрҙе өйрәнә, музыка, әҙәбиәт мауыҡтыра.
 
=== Йәшлек йылдары ===
1862 йылда Бонн университетына уҡырға инеп, теология һәм филологияны өйрәнә башлай. Һабаҡташтары араһында фекерҙәштәр тапмай, шул сәбәпле лә уҡытыусыһы Фридрих Ричль артынан Лейпциг университетына күсә. Унда ла, әйткәндәй, ҡәнәғәтлек тапмай. 24 кенә йәшендә, студент сағында әле, Базельуниверситетына  классик филология профессоры итеп саҡырыла— Европа университетарында булмаған хәл!