Иләс — версиялар араһындағы айырма

18 байт алынған ,  7 лет назад
== Ауыл тарихы ==
 
Иләс ауылы старшина Һағынбай Күҫәков командаһына ҡараланҡараған.
Тарихтан билдәле булыуынса, 1798 йылдан алып башҡорттар шулай уҡ Үҫәргәндәр ҙә, хәрби казачье сословиеға әүерелә. Улар үҙ сығышы иҫәбенә - үҙенең аты, һуғыш ҡоралы, аҙыҡ-түлеге, кейем-һалымы менән ил сиген һаҡларға тейеш булған. Ил сиге Яйыҡ (Урал) йылғаһы буйлап һуҙылған, ә Яйыҡ иләстәргә бары 25-35 километр самаһы алыҫлыҡта ғына ағып ята. Яйыҡ буйлап крепостар, уларға яҡын тирәлә дистанциялар, пикеттар барлыҡҡа килтергән, пикет - бәләкәй генә һаҡсы отряд, дозор торған урын. Ҡайһы бер дистанциялар, пикеттар урынында ауылдар үҫеп сыҡҡан. Мәҫәлән, Ырымбур өлкәһе сигендәге Новочеркасск-Разоренный ауылын элек башҡорт ҡарттары "Бикәт, Пикәт" тип атап йөрөткәндәр.
Иләс ҡарт XVIII быуат аҙағында (1787 йылда) үҙенең дүрт улы менән Ҡыҙыл Мәсет (Мораҡ) яғынан Һүрән буйынан күсеп ултырған. Башта Умань (урыҫ ауылы, хәҙер инде юҡ) эргәһенә нигеҙ һала, ә һуңынан хәҙерге урынына күскән.
Бер мәл, бер ауылдан икенсе ауылға, икенсе волость, икенсе ырыу кешеләрен дә күсереп ултыртыу башланған. Быны Иләс-Турат ауылы миҫалынан да күреп була. 1834 йылда Башҡорт ғәскәрҙәре Баш командующийының бойороғо нигеҙендә 9-сы кантондың 15-се йортонан шул уҡ кантондың 5-се йортона, йәғни Иләсҡа, Ҡыпсаҡ волосы "Ҡары" (Ҡара) түбәһенән 26 ир-егет һәм 21 ҡатын-ҡыҙҙан торған ете ғаилә күсерелгән. "Ҡары" (Ҡара) түбәһенә Ҡарағужа, Биктимер, Ҡабан һәм Ҡолсом ауылдары ингән. Ҡыпсаҡтар ҡушылғас, "дистанция" халҡы күбәйә төшкән. 8-се ревизияла 98 кеше йәшәһә, шул уҡ 1834 йылдың аҙағында, ревизиянан һуң унда 135 кеше көн күргән. Шулай итеп, Иләс-Туратта Үҫәргән (Айыуҙар) һәм Ҡыпсаҡтар (Ҡары) (Ҡара) башҡорттары йәшәп алып киткәндәр.
 
* [ www.Ilyas-Turat.clan.su Башҡа төр мәғлүмәттәрҙемәғлүмәт ауыл сайтында эҙләгеҙбар.]
 
 
== Билдәле кешеләр ==