Мамыҡ: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
17 юл:
 
== Тарихы ==
Мамыҡты башта [[Һиндостан]]да эшкәртә башлағандар һәм бының өсөн "талҡығыс" — аҫлы-өҫлө урынлаштырылған ябай ғына ике йомро киҫкә ҡулланылған. Уның өҫкөһө ҡуҙғалмаған, ә аҫҡыһын тотҡа менән әйләндергәндәр. Епсәләр киҫкә араһынан тартылып икенсе яҡҡа йыйылған, ә орлоҡтар үтмәй ал яҡта ятып ҡалған. Әлбиттә, был тиклем ябай ҡулайлама менән ике-өс кеше көнөнә 6-8 кг-нандан да артыҡ мамыҡ ала алмаған. Туҡыма бик ҡыйбатҡа төшкән.
 
[[1792 йылда]] махсус бысҡы уйлап сығарылған [[коттон-джин]] [[Уитни, Эли|Ели Уитни]],мамыҡты етештереү тиҙләшкән дә, арзанайған да. Шул тиклем үк эшсе көс менән башта йөҙҙәрсә, һуңғараҡ меңәдәрсә кг. сеймал етештерелә башлаған. Бысҡылар һаны артҡан, ә уларҙың дәүмәле, машиналар сифаты үҙгәргән. Механизм двигателдәрен эшләтеүгә кеше, эре мал да, [[һыу]] ҙа һ.б. файҙаланылған. Шунан бирле мамыҡ етештереү донъялағы сәнәғәттең барса тармаҡтарын уҙып үҫешә башлаған.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Мамыҡ» битенән алынған