Мэрилин Монро: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә r2.7.2+) (бот изменил: zh:玛丽莲•梦露 на zh:玛丽莲·梦露; косметические изменения
20 юл:
Мэрили́н Монро (Норма Джин Мортенсон) — билдәле кино актрисаһы, йырсы.
 
== Биографияһы ==
[[FileРәсем:Marilyn Monroe Birth Certificate.jpg|thumb|170px|left|Норма Джин Мортенсондың тыуыу тураһындағы таныҡлығы]]
Норма Джин Бейкер 1926 йылдың 1 июнендә Лос-Анджелес ҡалаһында ғаиләлә 3-сө бала булып донъяға килә. Әсәһе фильмдарҙы монтажлаусы булып эшләгән. Атаһы тураһында мәғлүмәттәр юҡ.
Исеме ул ваҡыттың билдәле актрисалары Норма Толмадж һәм Джин Харлоуға бағышлап бирелгән.
Бала сағының күп өлөшө балалар йорттарында үткән.
Уҡыу ваҡытында Джеймс Догерти менән таныша һәм 1942 йылдың 19 июнендә уға кейәүгә сығып, уҡыуын ташлай. 1944 йылдың аҙағында Норма Джин эшләгән заводҡа әрме фотографы килә һәм фото төшөргә тәҡдим итә. Норма Джин риза була.
1946 йылдың авгусында ''20th Century Fox'' студияһынан статистка булып эшләргә тәҡдим ала. Студияла үҙ исемен алмаштырып, Кэрол Линд, Клэр Норман, Мэрилин Миллер исемдәрен ҡарап сығалар, Мэрилин Монро иң килешкәне тип табыла. Монро — әсәһенең ҡыҙ фамилияһы.
Карьера төҙөү менән мауығып китә, шуға күрә 1946 йылда никахы тарҡала.
1948 йылдың октябрендә экрандарға «Хористкалар» фильмы сыға. Унда Мэрилин уйнай һәм йырлай. Мэрилин Монро ''20th Century Fox'' студияһы менән ете йыллыҡ контракт төҙөй һәм «Асфальт джунглиҙары» фильмында төшә.
1954 йылда бейсболист Джо Ди Маджоға кейәүгә сыға. Ошо ваҡытта уҡ «Бизнестан яҡшыраҡ — шоу-бизнес» киноһы сыға. Иренең көнләшеүе сәбәпле был никах та тарҡала. Шуға ҡарамаҫтан, Ди Маджо Мэрилинға әхлаҡи ярҙам күрһәтә һәм ғүмере буйы ҡурсалай.
1954 йылда Мэрилинға «Иң популяр актриса» исемен бирәләр. 1955 йылда «Мэрилин Монро Продакшнс» корпорацияһы төҙөлөүе тураһында хәбәр итә, үҙе президенты була.
 
[[FileРәсем:Marilyn Monroe and Jane Russell at Chinese Theater 2.jpg|270px|thumb| Джейн Расселл менән 1953 йылда]]
Әле 1950 йылда уҡ Мэрилин драматург Артур Миллер менән таныша, әммә юлдары айырыла һәм яңынан 1955 йылда осрашалар. 1956 йылдың 29 июнендә өйләнәләр, ә ике көндән йәһүд туйын үткәрәләр (Артур йәһүд була). Монро аҡыллы тормош иптәше тураһында хыяллана һәм хыялы тормошҡа аша. Был никах иң оҙоно була. Әммә 1961 йылда айырылышалар. Мэрилин балаға уҙа алмай интегә.
1961 йылда Мэрилин буласаҡ президент Джон Кеннеди менән таныша.
 
== Үлеме ==
[[FileРәсем:Monroecrypt1.jpg|thumb|270px|Вествуд зыяратында Мэрилин Монроның төрбәһе]]
1962 йылдың 4 авгусында үҙ өйөндә үлгән килеш табыла.
 
== Ҡыҙыҡлы факттар ==
[[FileРәсем:Walk of fame, marilyn monroe.JPG|thumb|200px|Голливудтағы «Дан аллеяһында» Мэрилин Монроның йондоҙо]]
* 1960 йылда Мэрилин Монроға голливуд «Дан аллеяһында» йондоҙ бағышлана.
* 1960 йылда Мэрилин Монро һәм Радж Капур беренсе тапҡыр икеһе лә «Алтын глобус» премияһына лайыҡ булалар.
* Леди Гаганың «Government Hooker», Blue System төркөмөнөң «The Wind Cries (Who Killed Norma Jean)», Марк Эшлиҙың «Marilyn’s Dream», Глена Данцигтың «Who Killed Marylin» һәм Элтон Джондың «Candle in the Wind» йырҙары Мэрилин Монроға бағышланған.
* 2011 йылда Чикаго ҡалаһында 8 метрлыҡ «Мэрилин мәңгегә» скульптураһы асыла.
 
== Библиография ==
The Guardian мәғлүмәттәре буйынса, Монро тураһында 300 тирәһе китап, диссертациялар һ.б. яҙылған. Биограф Морис Золотовтың «Мэрилин Монро» китабы үҙе тере саҡта донъя күрә.
 
 
[[af:Marilyn Monroe]]
Юл 146 ⟶ 145:
[[qu:Marilyn Monroe]]
[[ro:Marilyn Monroe]]
[[rue:Мерілін Монро]]
[[ru:Мэрилин Монро]]
[[rue:Мерілін Монро]]
[[sah:Мэрилин Монро]]
[[sc:Marilyn Monroe]]
Юл 177 ⟶ 176:
[[yi:מארלין מאנרא]]
[[za:Marilyn Monroe]]
[[zh:玛丽莲·梦露]]
[[zh-min-nan:Marilyn Monroe]]
[[zh-yue:瑪莉蓮夢露]]