Ноғоманов Борис Миңлеғәлим улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"'''Ноғоманов Барый Миңлеғәлим улы''' — 1936 йылдың 8 апрелендә Ҡырмыҫҡалы районы …" исемле яңы бит булдырылған
(айырмалар юҡ)

04:51, 12 декабрь 2012 өлгөһө

Ноғоманов Барый Миңлеғәлим улы — 1936 йылдың 8 апрелендә Ҡырмыҫҡалы районы Иҫке Бәпес ауылында тыуған.

Бала сағы ауыр һуғыш йылдарында тура килә. Атаһы фронтта вафат булып ҡала. Ғәиләлә ете бала етем ҡала. Барыйҙы атаһының өлкән апаһы Мөкәйгә тәрбиәгә ала. Ул ауылда өс класты тамамлағас, ауылына ҡайта. Урта мәктәп тамамлай. Мәктәптән һуң комсомол юлламаһы менән Шкапов ауылына бара һәм ташсы-арматурсы булып эшләй. Йәше еткәс армия сафтарына алына. Хәрби хеҙмәттән һуң, Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. Ижадҡа ул мәктәптә уҡыған сағында уҡ килә. 10 класта уҡығанда уҡ матбуғат биттәрендә шиғырҙарын, хикәйәләрен баҫтыра.

Әҙәбиәт өлкәһендәге хеҙмәттәре өсөн Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт хеҙмәткәре тигән исем бирелә.

1979 йылдан яҙыусылар берлеге ағзаһы.