Бүре: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
TjBot (фекер алышыу | өлөш)
ә r2.7.2) (робот өҫтәне: jv:Serigala
ә «»
26 юл:
{{Һайланған мәҡәлә}}
 
'''Бүре''' ({{lang-la|Canis lupus}}) — [[эт]]тәр ғаиләһенә ҡараған һөтимәр йыртҡыс. Был ғаиләгә ҡараған хайуандар араһында иң ҙуры. Уның оҙонлоғо 160 сантиметрға, бейеклеге 90 сантиметрға, ауырлығы 40 - 45 килограмға барып етә. Ата бүре инә бүрегә ҡарағанда бер аҙ ҙурыраҡ, маңлайы киң, эре һөйәкле була. Башы, бигерәк тә муйыны ҙур. Тештәре һәм яңаҡтары шул тиклем көслө, хатта ҡапҡанға эләккәндә тимер сымдарҙы һәм пружиналарҙы өҙәләр. Йөнө ҡуйы. Башлыса бүре [[һоро]] төҫтә була. [[Урыҫтар]]ҙа "«серый волк"» тигән әйтем дә бар. Һоро төҫлө булыуы менән аңлатылһа ла, араларында аҡ төҫлөләре лә осрай. [[Башҡорттар]] уларҙы күк бүре тип йөрөтәләр. Бүреләрҙең төҫө уларҙың ҡайҙа йәшәүенә лә бәйле. Мәҫәлән, Алыҫ Төньяҡта — күк төҫлөләре, көньякҡа табан һоролары осрай.
 
== Йәшәгән урыны ==
37 юл:
Бүре [[эт]] ғаиләһенә ҡараған йәнлектәрҙең иң аҡыллыһы һанала: өйөрҙөң ойошоуы, унда һәр береһенең уҙ урынын белеуе быны иҫбатлай. Ҡулға эйәләштерелгән бүре иһә бөтә нәмәгә лә, [[эт]]кә ҡарағанда, тиҙерәк өйрәнә, хәрәкәттәрҙе лә тиҙерәк иҫендә ҡалдыра.
 
Һунарҙа улар шул тиклем дәррәү эш итә, быға хатта белгестәр ҙә аптырай. Табыш артынан барғанда бер-береһе артынан, эҙҙәренә баҫып тигәндәй, сылбыр рәүешендә китһәләр, уға килеп етеү менән тиҙ генә һәр ҡайһыһы уҙ урынына "«һибелә"». Һунарҙа еҫ тойоу һәм ишетеү һиҙемләүенә ышаналар. Байтаҡ аранан да һунарсы менән мылтыҡһыҙ кешене айыра алалар.
 
Бүре — хәрәкәтсән йыртҡыс. Сапҡанда сәғәтенә һигеҙ-туғыҙ километр араны үтһә, табышын эҙәрлекләгәндә йәки һунарсынан ҡасҡанда сәғәтенә 60 километрға тиклем 20 минут буйы саба һәм көнөнә 30 — 50 [[километр]] юл үтә ала. Оҙонлоҡҡа иһә биш метрға тиклем һикерә.
 
Бүреләр уҙ биләмәләренең бер генә мөйөшөндә тормай. Һәр урында 1 — 6
тәүлек кенә булалар. Һунарға йөрөгәндә лә бүренең айырым "«маршруты"» була. Быны ул йылдар буйы үҙгәртмәҫкә мөмкин.
 
== Һунар ==
48 юл:
Был йыртҡыс ҙур йәнлектәр менән генә
[[Рәсем:Wolfmoult.png|thumb|left|Gray wolves molt some of their coats in late spring or early summer]]
туҡланмай. Эргә-тирәһендәге бөтә януарҙар араһынан ул табышын эҙләй. [[Сысҡандар]] күбәйеп китһә, уларҙы тота, [[ҡуян]]дар бар икән, уны эләктерә. Дала яғында хатта сиңерткәләр менән тамаҡ туйҙыра. Ауылдарға яҡын урындарҙа йорт хайуандарына һөжүм итә, эттәрҙе һәм бесәйҙәрҙе лә аямай. Бүре ашауға талымһыҙ. Бүрене башҡа йәнлектәргә һөжүм итеүенә ҡарап, "«йыртҡыс"» тиҙәр, әммә бүре үләндән, еләк-емештән дә баш тартмай.
[[Рәсем:Canis lupus pup closeup.jpg|thumb|right]]
Был йәнлектәр, нигеҙҙә, төндә һөжүм итә. Табышты тамаҡтарына төшөрөүҙәренең бер нисә алымы бар. Яңғыҙ бүре, мәҫәлән, уға шым ғына яҡынлаша һәм ҡапыл һикерә. Өйөр иһә һунар иткәндә "«ҡыуып индереү"» ысулын ҡуллана. Был осраҡта йыртҡыстарҙың төп маҡсаты — көтөүҙе ҡапыл ҡурҡытып, араларынан иң көсһөҙ бер-икәүһен һайлап ҡалдырыу. Әгәрҙә табыш артынан ҡыуыу 200 — 300 метрҙан да ашһа, өйөр туҡтай: көстәрен бушҡа әрәм итмәйҙәр.
[[Рәсем:Wolf pack in Yellowstone NP.jpg|thumb|left]]
Өйөргә ярты [[тонна]]лы [[мышы]]ны йәки [[болан]]ды йығыуы бер ни тормай. Табышты эләктергәс, иң башта өйөр башлығы тамағын туйҙыра. Ул иттең яҡшыһын ғына ашай, малдың ҡанын эсә. Һуңынан, өйөрҙә тотҡан урындарына ҡарап, башҡалар өлөш бүлешә. Ашап туйғас, улар һыуһынын ҡандырыр һәм табыштарының ҡанынан йөндәрен йыуыр өсөн яҡындағы йылғаға һәм күлгә төшә. Бер аҙ ял иткәс, тағы ашарға киләләр. Әгәр ҙә өңдәрендә уларҙы имеҙгән инә бүре ҡалһа, ата бүре сей килеш ҡорһағында иҙгелгән килеш биш килограмға яҡын ит алып ҡайта ала.
57 юл:
Ғүмеренең байтаҡ өлөшөн ғаиләлә, һуңынан ғаиләнән хасил булған өйөрҙә үткәрә. Был һунар итеү өсөн ҡулайлы булыу менән аңлатыла. Өйөрҙөң төп нигеҙен үрсем биреүсе парҙар тәшкил итә. Был бүреләр тоғролоҡтарын ғумерҙәре буйы, әгәр ҙә береһе үлмәһә, һаҡлай. Тоҡомдарын дауам иттереү ваҡыты етһә, улар өйөрҙән айырылып тора. Ҡышын иһә ололарға һәм көсөктәргә яңы тыуған йәштәр ҡушыла. Шулай итеп, алты — ун ике йәнлектән торған өйөр барлыҡҡа килә. Әгәр ҙә ул артыҡ ҙурайып китһә, ике һәм унан да күберәк өлөшкә бүленә. Йәш төркөм иһә яңы ер эҙләп китә.
 
Бүре өйөрөндә, ғәҙәттә, ике параллель — ата һәм инә бүреләр өсөн айырым [[иерархия]] урынлаштырыла. Һәр береһенең башында башлыҡ була. Уны белгестәр "«альфа"» тип атай. Ата "«альфа"» бөтә өйөргә лә хужа. Инә башлыҡ ҡайһы бер осраҡтарҙа бөтә өйөрҙөң иғтибар үҙәгендә була. Мәҫәлән, ҡышын нәҡ ул дөйөм олоуҙы (башҡа өйөр менән аралашыуҙы, ҡурҡыныс янауын, табыш тураһында иҫкәртеүҙе һәм башҡаларҙы аңлата) башлап ебәрә.
 
Өйөрҙә һәр ваҡыт [[социаль статус]] билдәләнеп тора: иерархияның түбәндәрәк баҫҡысында торғандар гелән өҫкәрәк үрләргә тырыша. Шуға башлыҡ һәр саҡ үҙ урынын иҫбатлай, әммә был өйөр эсендә талашҡа килтерә тигән һүҙ түгел. Бөтә мөнәсәбәттәр айырым ымдар, ырылдауҙар һәм йәнлектәрҙең кәүҙәләренең тотошо аша алып барыла. Өйөрҙәр бер-береһе менән бик һирәк осраша. Күрешкәндә лә һуғышып бармайҙар. Аралашыуҙары ым һәм ырылдау менән сикләнә. Хатта һирәк кенә осраҡта өйөрҙәрҙең берләшеүе ихтимал.
65 юл:
Олоуҙың да үҙенсәлектәре була. Ата бүре менән инә бүре, бер йәшлектәр һәм унан ҙурыраҡтар, кесерәктәр — һәр береһе төрлөсә олой. Был тауыштарының төрлөлөгөнән генә килмәй, өйөрҙә тотҡан социаль урындарына ла ҡарай.
 
Бүре көсөктәре инә һөтөн өс-дүрт ай имә. Көсөктәр ике-өс айлыҡ булғас, уларға әсәһе ярым эшкәртелгән итте ашата һәм сей иткә өйрәтә башлай. Көсөктәр өс-дүрт айлыҡ саҡтарынан уҡ өлкәндәрҙең хәрәкәтен ҡабатлай. Ә дурт-биш айлыҡтары сысҡан һымаҡ ваҡ йәнлектәргә һөжүм итеп ҡарай. Йәштәре тулғансы улар "«икенсе ролдә"» йөрөй. Бүренең ғүмеренә килгәндә, тәбиғәт шарттарында һирәк кенә һигеҙ-ун йыл йәшәйҙәр, ә зоопарктарҙа егерме йәшкә еткәндәре лә осрай.
 
== [[Башҡорт]] халҡында бүрегә табыныу ==
74 юл:
Йыртҡыстың тешен, тырнаҡтарын бетеү итеп муйындарына аҫҡандар, йөрәген, күҙҙәрен дауалау сараһы булараҡ файҙаланғандар.
Украиндар мифологияһына күҙ һалһаҡ, бүреләр йылына бер тапҡыр балалай. Ә биш тапҡыр инә булғандарҙың көсөктәре [[һеләүһен]]гә әйләнә. Күп халыҡта [[һеләүһен]] һәм [[айыу]] ҙа ҡара көс әһелдәре тип йөрөтөлә. Насраниҙарҙың (христиандар) пасхаль Всемощная тип аталған көнөндә олоған бүре ит ашаған [[Раштыуа]]нан алып [[Бөйөк пост]]ҡа тиклемге көндәр һаны тиклем бала таба икән.
Йәғни ул бүре "«сит"», "«ят"» тигән мәғәнәлә лә йөрөй, әҙәм затына ят булған ҡара көстәр (мәйеттәр, шайтандар һ.б.) менән йәнәш тора. Ошо хаҡтағы легендаларҙа, шайтан бүрене балсыҡтан яһаған йәки ағастан юнған, тип әйтелә, әммә уға йән бирә алмай. Аллаһы Тәғәлә генә йән бирә. Был һын ҡапыл шайтандың үҙенә ташлана һәм уның аяғын тешләй. Бүренең [[балсыҡ]]тан әүәләнеүе уны [[йылан]]дар менән "«туғанлаштыра"», сөнки йыландарҙы [[шайтан]] бүрене яһағандан ҡалған балсыҡтан, ағас йышҡыларынан барлыҡҡа килтергән, имеш.
 
[[Мифология]]ла бүрене, ҡара көс булараҡ, тәре менән ҡыуыуҙары ла һүрәтләнә. Шулай уҡ сит ил баҫҡынсыларын да бүре өйөрөнә тиңләйҙәр. Ҡайһы бер милләт вәкилдәре ағас олонондағы ҡара [[бәшмәктәр|бәшмәкте]] һәм ағастың ҡара үҙәген "«бүре"» тип атай. Кеше тәненә сыҡҡан шеште бүре һөйәге менән йәки бүре ите ашаған кеше ярҙамында дауалайҙар. Хатта туйҙағы кейәү йәки килен яғынан килгән туғандарҙы "«бүре өйөрө"» тип йөрөтәләр.[[Рәсем:Gray wolf endangered species sheet.jpg|thumb|right]]
[[Мифология]]ла бүрене ҡара көскә тиңләү ҡапма-ҡаршы итеп һүрәтләнә: беренсенән, ошо көс уны ҡыуа һәм ашай. Икенсенән, шайтан үҙе эргәһендә һәр ваҡыт берәй бүрене эйәртеп йөрөтә.
Бүренән һаҡланыу өсөн төрлө им-том, уларҙың башлығы тип иҫәпләнгән изгеләргә һәм ендәргә мөрәжәғәттәр ҙә бар. Йыртҡыстың тешен, тырнаҡтарын бетеү итеп муйындарына аҫҡандар, йөрәген, күҙҙәрен дауалау сараһы булараҡ файҙаланғандар. Әйтәйек, сабыйҙың һөт теше сыға башлаһа, бүре тешен баланыҡына тейҙергәндәр. Ҡойроғон ауырыу кеше тағып йөрөр булған. Шулай уҡ сирләй яҙып йөрөгән кешене бүрегә яҡын исемдәр, ҡушаматтар һаҡлай тип уйлағандар. [[Ат]] ҡолонлаһа ла, [[һыйыр]] быҙаулаһа ла: "«Был быҙау түгел, был — бүре"», — тигәндәр. Юрауҙарҙан, әйтәйек, ошондайҙарҙары ла бар: ауылға бүре инһә — уңыш булмай; бүре үрсеһә — һуғышҡа һ.б.
Ҡыҫҡаһы, уның кире яҡтары тураһында донъя халыҡтары мифологияһында мәғлүмәт етерлек..
[[Рәсем:WolfSkelLyd1.png|thumb]]
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Бүре» битенән алынған