Стоунһендж: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә roboto aldono de: mk:Стоунхенџ
Xqbot (фекер алышыу | өлөш)
ә robot Adding: dv:ސްޓޯންހެންޖް; cosmetic changes
1 юл:
<!-- [[Изображение:Stonehenge_Total.jpg|thumb|300px|Стоунхендж]]
-->
'''Стоунхендж''' - Англияла тиҫтәләгән йылдар буйына тикшереүселєрҙең иғтибарын йәлеп итеүсе боронго таш ҡоролма. Ул [[Лондон]] ҡалаһынан 130 км көнъяҡ-көнбатышта Солсберий тигеҙлегендә урнашкан. Күп тикшереүселәр Стоунхенджды боронғо британлыларҙың [[таш быуат|таш быуыттағы]] күк йесемдәрен күҙәтеү өсөн төҙөлгән [[астраномия|астрономик]] обсерватория тип иҫәпләй.Археологтар фекеренсә, ул өс этапта, безҙең эрагатиклем 3500 йыллдан алып 1100 йылға тиклем төҙөлгән.
 
Стоунхендж ул —- биш тонналы 82, егерме биш тонналы 30 һәм илле тонналы 5 ташты билдәле бер тәртиптэ түңәрәк буйынса урнаштырыуҙан барлыҡҡа килгән ҡоролма. Бер-береһенә “П” хәрефе рәүешле теҙелгєн блоктарҙан аркалар барлыҡҡа килә. Ҡайсандыр улар донья тарафтарын бик дөрөҫ күрһәтеүсе компас булараҡ файҙаланылған, тигән фекер бар. Икенсе бер тикшерүселәр фекеренсә, был монумент беҙҙең эрага тиклем 3100 йылда Британия утрауҙарында йәшәгән кабиләләр тарафыннан [[Ҡояш]] һєм [Ай|Айҙы]] күҙәтеү өсөн төҙөлгән.
 
Әммә һуңгы йылдардағы фәнни тикшеренеүҙәр нәтижәләре быға ҡәҙәр йәшәп килгән фекерҙәрҙе шик аҫтына ҡуя. Эш шунда, инде уҙган быуаттың егерменсе йылдарында уҡ билдәле геолог Х. Томас таштарҙың хәҙерге Стоунхендж урнашҡан ергә өс йөҙ [[саҡрым]] йыраҡлыҡтан килтерелүен асыҡлаған. Илле, егерме биш, хатта биш тонна ауырлыҡтағы йөктө бындый ҙур араға күсереү бөгөнгө көндә лә бик еңел эш түгел. Ул замандарда бының өсөн техника ла, технологиялар ҙа булмаған.
 
1994 йылда Уэльс университеты профессоры Дэвид Боуэн, яңа ысулга таянып, Стоунхенджның йәшен билдәләгән. Уның тикшеренеүе нәтижәләре буйынса, ул 140 мең йыл тәшкил итә. Һәркемгә мәктәп йылдарыннан уҡ билдәле булыуынса, аңлы кешелек доньяһы нибары 40 мең йыл элек барлыҡҡа килгән. Стоунхендж төҙөлгән осорҙа иһә ерҙә ябай эш ҡоралдары менән генә файҙалана белгән, әле формалашып килеүсе генә телдә һөйләшкән кешеләр йәшәгән. Уларга бындай ауыр структуралы ҡоролманы төзөү ни өсөн кәрәккән?Йә иһә ул кешелеккє мөнәсәбәте булмаған башҡа берєр [[цивилизация|цивилизациянең]] ижад емешеме? Был һорауҙарға әлегє яуап юҡ.
Тап ошо билдәһеҙлек киң йэмэғэтселектенең Стоунхенджға ҡарата ҡыҙыҡһынуын уята ла инде. Англияла ул күптән [[миф|мифтар]], риүәйәттәр менән уратып алынған изге урынға эүерелгән. Таштарҙан кешене барлыҡ ауырыуларҙан да һауыҡтыра алырлыҡ энергия бөркөлә, тигән ышаныс йәшәй. Шул сәбәпле, боронғо ҡоролмаға доньяның барлыҡ илдәренән дә сәфәр ҡылыусылар һаны йылдан-йыл арта.
 
Стоунхендж менән ҡыҙыкһынуҙы көсәйтеүсе яңылыҡтар ҙа ваҡыт үткән һайын күбәйә генә. Әйтәйек, билделе астроном Фред Хойл, ҡоролманың барлык [[геометрия|геометрик]] үҙенсәлектәрен дә тикшергәндән һүң, уны төҙөүселәрҙең йыһан тураһыннда бик күп белеүҙәрен белдергән. Ни өсөн тигәндә, уның структураһында Ҡояштың [[галактика]] буйлап хәрәкәтенә ишара бар икән. 1998 йылда ғалим-астрономдар компьютер ярҙамында Стоунхендждың боронғо күренешен асыҡлаған һәм уны төрлө яҡтарҙан тикшергән. Нәтижәләр шаҡ ҡатарлыҡ. Боронғо монолит [[Ай]] һәм [[Ҡояш]] календары ғына түгел, [[Ҡояш системаһы|Ҡояш системаһының]] теүәл моделе лә икән ул! Әммә бер генә айырма бар: был модельдә туғыҙ түгел, ә унике [[планета]]. Уларҙың икеһе бөгөнгө көндә билдәле булған Ҡояштан иң йырак планета —- [[Плутон|Плутондан]] һуң урнашкан. Тағы берәүһе— [[Юпитер|Юпитер]] менән [[Марс|Марс]] орбитаһы араһында. Астрономия китабынан һәр мәктәп уҡыусыһына мәғлүм булыуынса, ошо урында [[астероид| астероидтәр]] сылбыры һузылган. Ҡайсандыр бик элек ул планета булған, тик ул ниндәйҙер сәбәптәр аркаһында таркалған,тиән фараз да бар. Тимәк, Стоунхендж картаһы алдамай?!
Ғалимдәр әлегә боронго таш ҡорjлманың кем тарафынан төҙөлгәнен белмәй. Әммә тикшеренеүҙәрҙән шул мәғлүм: уны төҙөүелєр –[[ беҙҙең эра|беҙҙең эрага]] ҡәҙәр яҡынcа 3000-2000 йылдарҙа Англия территорияһында йәшәгән друид кәбиләәре түгел. Уларҙың [[астрономия]], [[математика]], [[геология]], [[архитектура]] буйынса бындый дәрәжәләге белемдәре булмаған. Ысын архитекторҙары кем икәнлеген фаразлыйһы ғына [[ҡала]]
{{координаты объекта|51|10|43.9|N|1|49|35.08|W|type:landmark_region:GB}} [[Рәсем:800px-Stonehenge_back_wide.jpg|thumb]]
 
= Һылтанмалар =
* [http://www.mith.ru/cgi-bin/yabb2/YaBB.pl?board=mith;action=display;num=1112618373 Стоунхендж, Дельфы и особая форма погребения]
*[http://ru.wikipedia.org/wiki/%D0%A1%D1%82%D0%BE%D1%83%D0%BD%D1%85%D0%B5%D0%B4%D0%B6] Википедияла урыҫ телендә мәҡәлә.
38 юл:
[[da:Stonehenge]]
[[de:Stonehenge]]
[[dv:ސްޓޯންހެންޖް]]
[[el:Στόουνχεντζ]]
[[en:Stonehenge]]
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Стоунһендж» битенән алынған