Ҡылым: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
MerlIwBot (фекер алышыу | өлөш)
ә робот өҫтәне: ur:فعل
ә робот косметические изменения
11 юл:
'''Киләсәк заман''' эш-хәрәкәттең, хәлдең һөйләү ваҡытынан һуң эшләнәсәген, буласағын йәки булмаясағын белдерә:''әйтер, һөйләр, әйтәсәк, әйтмәйәсәк.''
 
Ҡылымдарҙың затта һәм һанда үҙгәреше:
 
 
84 юл:
 
 
==== Яһалышы ====
Исем ҡылымдар тамыр йәки нигеҙ ҡылымға -ыу, -еү, -оу,-өү, -у, -ү ялғауҙары ҡушылыуҙан яһала: килеү, эшләү, ҡайтыу, башлау, һуғыу, көлөү, бороу һ.б.
==== Эйәлек заты менән үҙгәреше ====
Исем ҡылымдар эйәлек заты һәм килеш менән үҙгәрәләр, күплек ялғауҙарын да ҡабул итәләр.
 
=== Уртаҡ ҡылым ===
Уртаҡ ҡылым зат менән үҙгәрмәй һәм эш-хәрәкәттең барышын сағылдыра.
Уртаҡ ҡылым формалары, ярҙамсы ҡылымдар менән бергә килеп, эш-хәрәкәттең, тороштоң маҡсатын белдерә.
105 юл:
2) йүнәлеш: уҡылған әҫәр, әйткән һүҙгә һөйөнгән бала; өй эшләшкән өмәсе, килешелгән эш;
 
3) ҡылым рәүешлеге: ''урамда уйнап йөрөгән бала, йырлап ебәргән һәүәҫкәр, һөйләп бөткән һүҙ, бер аҙ уҡыштырылған китап.''
 
4) мөмкинлек-мөмкин түгеллек: ''йөрөй алған ауырыу, йөрөй алмаған ауырыу;''
 
5) -ма, -мә ялғаулы юҡлыҡ формаһы: ''дәрестә уҡымаған бала, дәресте уҡыған бала;''
 
6) килеш менән башҡарыу: ''ҡаланан килгән ярҙам, ҡалаға килгән уҡыусы, ҡалала уҡыған студент.''
 
Сифат ҡылым сифаттың түбәндәге грамматик үҙенсәлектәренә эйә:
1) предметтың һәм заттың билдәһен белдерә: комбайнда эшләгән кеше; киләһе йыл уҡыясаҡ бала, был яҡ ярҙа тороусы кешеләр;
 
2) Сифаттар кеүек үк исем урынында ҡулланылғанда исем вазифаһын башҡара: килеш менән үҙгәрә, һөйләмдең эйәһе, тултырыусыһы булып та, хәбәр составында ла килә ала: ''Бөтәбеҙҙе лә халыҡ һайлап ебәргән. Беҙ уларҙың ҡушҡанын үтәйбеҙ. (Ғ. Ибраһимов.)
''
3) Сифат ҡылымдың төп вазифаһы — һөйләмдә аныҡлаусы булып килеү: ''Ғинуар айында һыуыҡтар бик көслө булды бит: өшөп килгән Ҡансыуаровҡа колхозсының йылы өйө бик килешеп ҡуйҙы. (С. Агиш.)''
Үткән заман сифат ҡылым предметтың, заттың үткәндәге һөйләү моментына тиклем булған эшмәкәрлеге буйынса билдәһен белдерә һәм һөйләмдә аныҡлаусы вазифаһын башҡара, -ған, -гән, -ҡан, -кән ялғауҙары менән яһала. Мәҫәлән: «Шулай ҙа эҫе була икән ул күңелгә тыуған-үҫкән ер,» — ағай кеше быныһын ололарса һиммәт менән бер килке хисләнеп шым торғандан һуң әйтте. (С. Шәрипов.)
Хәҙерге заман сифат ҡылым тамыр йәки нигеҙ ҡылымға -ыусы, -еүсе, -усы, -үсе (төрлө фонетик варианттарҙа) ялғауы ҡушылып яһала: йыуыусы, йыйыштырыусы, уҡыусы, эшләүсе, ярҙамлашыусы, ярҙам итеүсе һ. б.
126 юл:
Өсөнсө форма киләсәк заман сифат ҡылым тамыр йәки нигеҙ ҡылымға -аһы, -әһе, -йһы, -йһо, -йһе, -иһә аффикстары ярҙамында барлыҡҡа килә: ''Йыуатаһы, кәңәш итәһе урынға Әмир уны рәнйетте. (Х. Ғиләжев.)'' Бараһы ер хәтһеҙ бит әле. — ''Саҡыраһы кешеләр бар, ҡәйнеш ҡайтыуға ик-өс өйлө ҡунаҡ йыйырбыҙ, тип еңгәң дә йомартланырға уйлай. (С. Шәрипов.)''
 
=== Хәл ҡылым ===
► Хәл ҡылым зат, һан менән үҙгәрмәй, һәм ул икенсе бер ҡылымдан аңлашылған эш-хәлдең, хәрәкәттең башҡарылыу рәүешен сағылдыра. Семантикаһы, грамматик һыҙаттары яғынан ул үҙендә ҡылым менән рәүеш билдәләрен берләштерә. Мәҫәлән: ''Бәләкәс кенә 'ҡураныс -ҡына әҙәм аяҡ баҫҡан һайын ҙурая, оҙоная, мыҡтылана бара, имеш; уны ер ҙә тартмай, күк тә баҫтырмай, йәш сағындағы һымаҡ атлай-йүгерә талпынып килә. (М. Кәрим.)''
Хәл ҡылымға хас булған ҡылым билдәләре:а) мәғәнәһе менән предметтың эшмәкәрлек процесын белдерә: Һин ҡайтҡансы бында матур-матур йырҙар сығарып торҙолар бит әле. (М. Кәрим.)
б) юҡлыҡ формаһының -ма, -мә ялғауы ҡушылыуы: ''Йәмғи, әйткәнде лә көттөрөп тормайынса, гәзит башын күтәреп, уға ҡарап торған Фәтих янына барып ултырҙы. (Х. Ғиләжев)'';
Хәл ҡылымға рәүеш үҙенсәлектәре лә хас: а) икенсе бер эш-хәрәкәттең, тороштоң башҡарылыу рәүешен сағылдыра: ''Уйнап һөйләһәң дә, уйлап һөйлә. (Мәҡәл.) Уны (Баҙлый ҡартты) тимерлеккә йәки малсылыҡ фермаһына ҡуйһалар, ул үзенең егәрлелек стихияһына бирелеп, бөтә күңелен һалып эшләр. (Б. Бикбай)'';
б). күләм категорияһының рәүештәрҙә була торған төрлө дәрәжә яһаусы аффикстарҙың булыуы: ''Хәким: «Дә-ә, тыуып уҫкән ер...» — тип һүҙен теүәлләй биреберәк ҡуйҙы ла муйыл курепте ығыштыра-ығыштыра аяҡтарын боҙлауыҡлы тапандыға әйләнгән ҡарға терәне. (С. Шәрипов.) Уларҙың аяҡ аҫтынан тиерлек үҙ өшәләктәренә боҫҡан ҡуяндар сығып ҡасты, туғайға еткәсерәк бер төлкө шырлыҡҡа инеп китте. (Ғ. Ибраһимов);''
167 юл:
Ҡылым күләмдәренең мәғәнә биҙәктәре бик күп төрлө. Ул хәрәкәттең барышын башынан алып аҙағынаса ни дәрәжәлә, ниндәй кимәлдә башҡарылыуын, дауам ителеүен йәки тамамланыуын сағылдырыуҙы маҡсат итеп ҡуя.
 
== Ҡылым рәүешлеге ==
'''Ҡылым рәүешлеге категорияһы( ҡылым модаллеге) тип тел белемендә ысынбарлыҡта булып торған эш-хәрәкәтткә, төрлө хәл-ваҡиғаларға мәнәсәбәтен сағылдырусы лексик-грамматик категорияға әйтәләр.'''
 
175 юл:
а) хәбәр һөйкәлешенең үткән һәм хәҙерге заман формаларын ''-сы, -се, -со, -сө'' киҫәксәләре ҡушылған ҡылымдар эшмәкәрлекте, һөйләүсе әсән көтөлмәгән хәл булыуын аңлата: ''Мин, иҫәүән, һыр бирмәгән булып, Сәлмәндең үҙенә лә шул мәрәкә хаҡында һүҙ ҡуҙғатып торманымсы... (С. Шәрипов.) Һай, ҡалай киләләрсе! Тас алыҫ походтан ҡайтҡадағыса, ҡушарланған аттарын сығырлатып атлайҙар. (Ғ. Ибраһимов.)''
б) теге йәки был эштең үтәлеүенә тулы ышаныс булыуын раҫлауҙы, һөҙөмтә яһауҙы аңлатыусы рәүешлек формаһы хәбәр һөйкәлеше ҡылымының үткән, хәҙерге, киләсәк заман формалары икән киҫәксәһенең йәнәш тороуынан яһалған аналитик ҡылымдан килә. Мәҫәлән: Ҡарауылсы һаман төпсөнә икән: ''«Ә был ҡауындарҙы кем өҙҙө һуң?» Бер көндө Хужа юлдан аҡса тапҡан икән. (Көләмәс.)''
2. Ысынбарлыҡҡа тап килмәгән рәүешлекте белдергән ҡылым формалары:
а) үткән заман сифат ҡылымға булыу ярҙамсы ҡылымы йәнәш тороп яһалған форма: ''Мөхәррәм ишектән ингәндә шәкерттәр көйләп, дәрестәрен уҡып ултырган булалар ине. һеҙ әрәмтамаҡтарға ышанып, улдарым бар тигән булып йөрөгән булам. (Ж. Кейекбаев.)'' Ярым мыҫҡыл итеү, көлөү мәғәнәһе һалынған булһа, ул саҡта -ған, -гән аффикслы ҡылымдан һуң «кеше» һүҙе ҡуйылырға мөмкин: Ҡыңғырау шылтыратып йөрөнөләр: ҡыңғырау тауышына байтал кешнәп килеп сыҡмаҫмы тип уйлаған кеше булдылар. Ж. Кейекбаев.) ''Алтын еңгәм аптыраған кеше булды. (Һ. Дәүләтшина.)''
3. Түбәнселек (инсафлыҡ, итәғәтлелек, күнеүсән лек, кәмһетеү) рәүешлеген белдереүсе формалар. Был төр ҡылым формаларының мәғәнәләре, уларҙың төрлө биҙәктәре бик күп: улар һөйләмдәге эйәнең йәки субъекттың эшенә һәм хәрәкәтенә, хәл-торошона кәмһетеп, түбәнһетеп, меҫкенләнеп ҡарауҙы; мыҫҡыллауҙы, көлөүҙе, йәлләүҙе, иркәләүҙе белдерәләр. Ундай ҡылым формаһы ''-ған, -гән, --ҡан, -кән'' аффикслы төп мәғәнәне белдереүсе ҡылымға булыу ярҙамсы ҡылымдың ҡушарлап килеүенән яһала: ''Байҙар уның менғн «баймын» тигән булып, кәртә тулы йылҡы аҫраган булалар. (Ж. Кейекбаев.) Атайым шулай тигәс, табаҡ-һауыттарымды, самауырымды йыйыштырған булдым. (Һ. Дәүләтшина.)''
4. Мөмкинлек һәм мөмкин түгеллек рәүешлегә. Улар түбәндәгесә яһала:
а) ''-ып, -еп, -п'' ялғаулы хәл ҡылым + булыу; б) ''-а, -ә, -й'' ''Ҡыя яҙылыш''ялғаулы хәл ҡылым + алыу; в) ''-ырға, -ергә, -рға, -ргә'' ялғаулы уртаҡ ҡылым + мөмкин, ярай һәм булыу ярҙамсы ҡылымдары ҡалыбы менән яһала.
5. Тейешлек-кәрәклек рәүешлеген белдереүсе ҡылым формалары а) -ырға, -ергә, -рға, -ргә ялғаулы уртаҡ ҡылым + кәрәк, кәрәкмәй, кәрәк тә түгел; 6)-ырға, -ергә, -рға, -ргә ялғаулы уртаҡ ҡылым + тейеш, тейеш түгел ҡалыбы менән яһала; в) уртаҡ ҡылым + ''-аһы, -әһе'' ялғаулы мәжбүрилек формаһына бар, юҡ мөнәсәбәт һүҙҙәре эйәреп яһала.
6. Аныҡһыҙлыҡ, самалау, ҡарар итеү, фараз итеү рәүешлеген белдереүсе ҡылым формалары. Улар а) -''п'' ялғаулы хәл ҡылымынан һуң булһа кәрәк, булырға кәрәк һүҙҙәре килеп; б) ''-ған, -гән, -ҡан,''-кән ялғаулы ҡылымға булырға тейеш һүҙбәйләнеше ҡушылып; в) ''-ыу, -еу, -оу, -өу, -у, -у'' ялғаулы исем ҡылымға бар, мөмкин мөнәсәбәт һүҙҙәре йәнәш ҡуйылып; г) ''-дыр, -дер, -ҙыр, -ҙер, -лыр, -лер ''ялғауҙары ҡушылған ҡылымдан; ғ) моғайын, ахырыһы, әйтерһең, бәлки, ихтимал мөнәсәбәт һүҙҙәр менән яһалалар.
 
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Ҡылым» битенән алынған