Википедия:Ҡыйыу булығыҙ: өлгөләр араһындағы айырма
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Haqmar (фекер алышыу | өлөш) "{{shortcut|ЭЙ:ҠБ}} {{Тәржемәһен тамамларға}} {{nutshell|Хата күрһәгеҙ — ҡыйыу булығыҙ һәм …" исемле яңы бит булдырылған |
Guram52 (фекер алышыу | өлөш) Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ |
||
2 юл:
{{Тәржемәһен тамамларға}}
{{nutshell|Хата күрһәгеҙ — ҡыйыу булығыҙ һәм уны үҙегеҙ төҙәтегеҙ — башҡа берәүҙең төҙәткәнен көтөп тормағыҙ.}}
Википедия берләшмәһе үҙенең ҡатнашыусыларын тартыныуһыҙ, ҡурҡып тормай мәҡәләләрҙе тулыландырырға, хаталарҙы төҙәтергә саҡыра.
Ҡатнашыусылар хаталарҙы төҙәткәндә, [[грамматика|грамматикаға]]һәм [[Телмәрҙең функциональ стилдәре|стилгә]] ярашлы хәлгә килтергәндә, мәҡәләләрҙе яңы [[факт]]тар һәм [[фотография]]лар тулыландырғанда, Википедия тиҙерәк үҫешә.
Нисәмә тапҡыр нимәнелер уҡығанда, ошоно-ошоно төҙәтергә ине, уйлағанһығыҙҙыр, моғайын? Википедия мәҡәләләрҙе төҙәтергә һәм тулыландырырға мөмкинлек тыуҙырып ҡалмай, ул тап шул маҡсатта донъя күргән дә. Әлбиттә, теүәллек һәм иплелек кәрәк, мәгәр был принцип үҙен ярайһы аҡлай.
Кемдер түбән сифатлы мәҡәлә йәки [[Википедия:Мәҡәлә болванкаһы |мәҡәлә әҙерләнмәһе]] яҙған икән, төҙәтмәләрегеҙ уға оҡшамауынан ҡурҡмағыҙ. Төҙәтегеҙ, тулыландырығыҙ һәм әҙерләнмәне [[Википедия:Нимә ул өлгөлө мәҡәлә|өлгөлө мәҡәләгә]] әйләндерегеҙ.Был Википедияның асылы.
Әлбиттә, башҡа ҡатнашыусылар шулай уҡ һеҙ яҙғанды төҙәтә ала. Быны күңелегеҙгә яҡын алмағыҙ, [[ВП:ЧНЯВ]]ны уҡығыҙ. Википедияны бөтәһе лә яҡшыраҡ итеп күргеһе килә бит.
== …әммә саманы онотмағыҙ ==
Яңы ҡатнашыусылар йыш ҡына Википедияның шулай асыҡ булыуына сихырланып, башкөллө тәрәнгә үк төшөп китә. Был бик яҡшы. Мәгәр, '''«ҡыйыу төҙәтегеҙ»''' принцибы шунда уҡ ҙур төҙәтмәләр индерә башларға, оҙон мәҡәләләрҙе ныҡ итеп ҡыҫҡартырға мөмкин тигәнде аңлатмай әле. Бигерәк тә (мәҫәлән, [[Карабах һуғышы]] йәки [[ Украинала йот]] кеүек)ҡапма-ҡаршылыҡлы һәм төҙәтмәләр тарихы бик оҙон булған мәҡәләләр булғанда быны онотмағыҙ.
Бынан тыш, [[Википедия:Нимә ул өлгөлө мәҡәлә|өлгөлө мәҡәләларҙә]] теүәллеге, тамамланғанлығы һәм урталыҡты тотоуы өсөн иң яҡшы тип танылған мәҡәләләргә ҙур үҙгәрештәр индереүҙе хуплап булмай. Шулай уҡ, ''ҡыҙыҡ өсөн төҙәтергә'' тотонорға ярамай.
Йыш ҡына һеҙ күргән мәҡәлә бәхәсләшеүсе яҡтар менән оҙайлы һәм ауыр һөйләшеүҙәр һөҙөмтәһе булып тора, һәм уйламай ғына индергән төҙәтмә утҡа май ҡойоу һымаҡ килеп сығыуы ихтимал. Шуның өсөн, әгәр бәхәсле мәҡәләгә үҙгәрештәр индерергә теләйһегеҙ икән, уны тулыһынса уҡып сығығыҙ, фекерләшеүҙәр битендәге яҙмалар менән танышығыҙ һәм [[:m:Ярҙам:Биттең тарихы|төҙәтмәләр тарихын]] ҡарап сығығыҙ. Шул саҡта ғына һеҙ мәҡәләнең бөгөнгә торошона баһа бирә алырһығыҙ. Бәхәсле мәҡәләлә ҙур төҙәтмәләр индерергә ниәтләнгән осраҡта фекерләшеүҙәр битендә үҙ ҡарашығыҙҙы белдереүегеҙ урынлы булыр, бынан һуң һис юғы бер көн яуап бирелгәнде көтөү фарыз, сөнки Википедия ҡатнашыусылар төрлө ваҡытта эшләй һәм шунда уҡ ҡына яуап бирә алмай.
Әгәр ҡаршы булыусылар табылмаһа, үҙгәрештәр индерегеҙ һәм башҡа ҡатнашыусыларға төҙәтмәләр тарихын ҡарау еңелерәк булһын өсөн«[[Википедия:Үҙгәрештәр тасуирламаһы|Ҡыҫҡаса тасуирлама]]» менән файҙаланырға онотмағыҙ.
== Өркәк тә булмағыҙ ==
Күпселек мәҡәләләрҙе иркен рәүештә төҙәтергә мөмкин. Бәхәсле мәҡәләләр артыҡ күп түгел, уларҙы еңел генә танып була.
Танымаһағыҙ ҙа, бәхәсләшергә теләгегеҙ бар икән, "ҡыйыу төҙәтегеҙ" принцибы үҙен аҡлай. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеүсе тәүгеһе лә, һуңғыһы ла булмаҫһығыҙ. Бынан тыш, мәҡәләгә ниндәйҙер яңылыҡ өҫтәү уны ҡыҫҡартыуға ҡарағанда һәйбәтерәк һанала.
== Күпкә китер төҙәтмәләр ==
Шулай уҡ башҡа күп биттәргә ҡағыласаҡ төҙәтмәләр тураһында ла әйтеү кәрәк. Мәҫәлән, [[Википедия:Ҡалыптар|ҡалыпты]] төҙәтеүгә йәки башҡа мәҡәләләрҙә һылтанмалар булған мәҡәләләрҙең исемен үҙгәртеүгә ҡағылышлылары. Был тиклем ҙур үҙгәртмәләр индергәндә тейешле ҡағиҙәләрҙе һәм ҡулланмаларҙы (мәҫәлән, исем үҙгәрткәндә[[Википедия:Ҡалыптар|ҡалыпты]]) яҡшылап өйрәнеп сығығыҙ. Бындай осраҡтарҙа үҙгәреш индерер алдынан фекерләшеүҙәр битендә йәки ҡатнашыусыларҙың дөйөм форумдарында яҙып сығыу яҡшыраҡ булыр. Бик ҙур булмаған (ҡара [[Википедия:Бәләкәй үҙгәртмәләр]]), әммә бик күп мәҡәләләрҙә төҙәтергә кәрәк булған үҙгәртмәләргә лә ошондай уҡ талаптар ҡуйыла.
== Шулай уҡ ҡара ==
* [[Википедия:Мәҡәләләрҙе нисек төҙәтергә]]
* [[Википедия:Изге ниәт менән тотоноғоҙ]]
* [[Википедия:Тиҙ старт өсөн ҡулланма]]
* [[Википедия:Консенсус]]
{{ Википедия ҡағиҙәләре}}
[[af:Wikipedia:Voel vry en gaan jou gang]]
|