Тултырыусы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә r2.7.2+) (робот өҫтәне: ar, br, ca, ckb, cs, da, de, eo, es, et, fa, fr, gd, gl, he, hu, is, it, ja, ka, kk, ko, li, lt, mk, nl, nn, no, pl, ro, ru, simple, sk, sl, sv, uk, vec, zh; косметические изменения
3 юл:
Һөйләмдә ҡылымды асыҡлаусы эйәрсән киҫәк тултырыусы тип атала. Тултырыусы ҡараған ҡылым һөйләмдә күбеһенсә хәбәр ролен башҡара. Тултырыусы төбәү, төшөм, сығанаҡ һәм урын-ваҡыт килештәрҙең һорауҙарына, кем менән? нимә менән? кем өсөн? нимә өсөн? кем тураһында? нимә тураһында? кем тарафынан? нимә тарафынан? кем булып? нимә булып? кем итеп? нимә итеп? кем урынына? нимә урынына? һорауҙарына яуап ҡайтара[1].
 
== Тултырыусы түбәндәгесә белдерелә ==
 
* Төбәү, төшөм, сығанаҡ һәмурын-ваҡыт килештәге исемдән һәм бүтән һүҙ төркөмдәренән килә: Тауҙары — алтын-көмөшкә, һыуҙары — балыҡҡа, ҡырҙары — игенгә, урмандары һылыу ағастарга бай ул ерҙең. (Р. Ниғмәти.). Ҡайындың туҙын маҡта, имәндең үҙен маҡта. (Мәҡәл.) Астан ҡаҙан аҫтырма, яланғастан кейем бестермә. (Мәҡәл.) Гёте башҡорт егеттәренең думбырала, ҡумыҙҙа һәм ҡурайҙа уйнауҙарын ҡыҙыҡһынып тыңланы, төрлө нәмәләрҙе һорашты. (Я. Хамматов.)
 
* Тултырыусы вазифаһын менән, өсөн, башҡа, тыш, тураһында, тарафынан, булып, итеп, урынына бәйләүестәре менән килгән исемдәр йәки бүтән һүҙ төркөмдәре үтәй: Улың менән маҡтанма, улыңдың эше менән маҡтан. (Мәҡәл.) Егет үҙе өсөн тыуа, иле өсөн үлә. (Мәҡәл.) Әсәйем менән Серафим ағай нефть тураһында, буровойҙағы мәшәҡәт хаҡында һөйләшеп ултыралар. (Ә. Бикчәнтәев.) Эшселәр һәр көн ҡаланың ҡыҙылдар тарафынан алыныуын көтәләр. (М. Ғафури.) Ауыл хужалығы мәктәбенә мөдир булып яңы кеше килде. (А. Таһиров.) Ҡотлобаев колхозда ике йыл ғына агроном булып эшләне лә рәйес итеп үрләтелде. (Ә. Хәкимов.) Мин һине, ҡустым, Аҡназар урынына үҙемә ярҙамсы итеп алам. (Б. Бикбай.)
 
== Тултырыусылар тура һәм ситләтелгән тултырыусыларға бүленә ==
 
Тура тултырыусы эш-хәрәкәт төшкән предметты аңлата. Ул һәр ваҡыт төшөм килештә тора, ә хәбәр күсемле ҡылымдан килә. Тура тултырыусы билдәле төшөм килештә лә, билдәһеҙ төшөм килештә лә килергә мөмкин. Мәҫәлән: Мин хатты яҙам. Мин хат яҙам. Тәүге һөйләмдә бер билдәле хат тураһында һүҙ бара, ә икенсеһендә ниндәйҙер билдәһеҙ хат хаҡында әйтелә.[2].
 
=== Ҡайһы бер һүҙҙәр һәр ваҡыт билдәле төшөм килештә генә ҡулланыла ===
 
* Кешенең исемен, фамилияһын белдергән һүҙҙәр: Мин Мәскәүҙә Рәсимәне осраттым. (Мин Мәскәүҙә Рәсимә осраттым тип һөйләмәйҙәр.)
19 юл:
* Тултырыусы ролен башҡарған һүҙҙең алдында был, теге, ошо, шул, былтырғы, кисәге, быйылғы, бөгөнгө, ауылдағы, ҡалалағы аныҡлаусылары торһа, тултырыусы тик билдәле төшөм килештә килә: Мин был кешене белмәйем. Ул ҡалалағы апайымды күргән.
 
=== Бүтән тултырыусыларҙың һәммәһе лә ситләтелгән тултырыусы тип йөрөтөлә. ===
Улар төшөм килештән башҡа бөтә килештәрҙә лә ҡулланыла һәм төрлө бәйләүестәр менән килә: Йәштәрҙә ололарса ҡарата ихтирам булдырыу хаҡында нығыраҡ уйланһаҡ икән. («Башҡортостан ҡыҙы».)
 
26 юл:
Һөйләмдең үҙенсәлегенә ҡарап, тултырыусы үҙ аллы һәм буйһондороҡло булып килергә мөмкин. Әгәр тултырыусы күсемһеҙ ҡылымға ҡараһа, ул саҡта тултырыусы билдәле дәрәжәлә үҙ аллы була, әгәр ул күсемле ҡылымға бәйләнһә, тултырыусы буйһондороҡло эйәрсән киҫәк булып йөрөй.
 
== Әҙәбиәт ==
[1]Ураҡсин З.Ғ., Ишбаев К.Ғ. Хәҙерге башҡорт теле. Педагогия институтының башланғыс кластар факультеты студенттары өсөн дәреслек. Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте,1986,300-308-се биттәр.
 
[2]Сәйетбатталов Ғ.Ғ. Әсә теле. Синтаксис. 7-8-се синыфтар өсөн дәреслек. Өфө, Китап,2001,16-57-се биттәр.
 
[[КатегорияТөркөм:Башҡорт теле]]
 
[[ar:مفعول به]]
[[br:Renadenn eeun]]
[[ca:Complement directe]]
[[ckb:بەرکار]]
[[cs:Předmět (mluvnice)]]
[[da:Objekt (grammatik)]]
[[de:Objekt (Grammatik)]]
[[en:Object (grammar)]]
[[eo:Objekto (gramatiko)]]
[[es:Complemento directo]]
[[et:Sihitis]]
[[fa:مفعول]]
[[fr:Complément d'objet direct]]
[[gd:Cuspair (gràmar)]]
[[gl:Complemento directo]]
[[he:מושא]]
[[hu:Tárgy (nyelvtan)]]
[[is:Andlag]]
[[it:Oggetto (linguistica)]]
[[ja:目的語]]
[[ka:დამატება]]
[[kk:Толықтауыш]]
[[ko:목적어]]
[[li:Objek (taol)]]
[[lt:Papildinys]]
[[mk:Предмет (граматика)]]
[[nl:Object (taalkunde)]]
[[nn:Objekt]]
[[no:Objekt (grammatikk)]]
[[pl:Dopełnienie (językoznawstwo)]]
[[ro:Complement direct]]
[[ru:Дополнение (лингвистика)]]
[[simple:Object (grammar)]]
[[sk:Predmet (jazykoveda)]]
[[sl:Predmet (slovnica)]]
[[sv:Objekt (satsdel)]]
[[uk:Додаток (мовознавство)]]
[[vec:Ojeto direto]]
[[zh:受詞]]
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Тултырыусы» битенән алынған