Тултырыусы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"'''Тултырыусы'''—— һөйләм киҫәге. Һөйләмдә ҡылымды асыҡлаусы эйәрсән киҫәк ту…" исемле яңы бит булдырылған
 
5 юл:
==Тултырыусы түбәндәгесә белдерелә==
 
· * Төбәү, төшөм, сығанаҡ һәмурын-ваҡыт килештәге исемдән һәм бүтән һүҙ төркөмдәренән килә: Тауҙары — алтын-көмөшкә, һыуҙары — балыҡҡа, ҡырҙары — игенгә, урмандары һылыу ағастарга бай ул ерҙең. (Р. Ниғмәти.). Ҡайындың туҙын маҡта, имәндең үҙен маҡта. (Мәҡәл.) Астан ҡаҙан аҫтырма, яланғастан кейем бестермә. (Мәҡәл.) Гёте башҡорт егеттәренең думбырала, ҡумыҙҙа һәм ҡурайҙа уйнауҙарын ҡыҙыҡһынып тыңланы, төрлө нәмәләрҙе һорашты. (Я. Хамматов.)
 
· * Тултырыусы вазифаһын менән, өсөн, башҡа, тыш, тураһында, тарафынан, булып, итеп, урынына бәйләүестәре менән килгән исемдәр йәки бүтән һүҙ төркөмдәре үтәй: Улың менән маҡтанма, улыңдың эше менән маҡтан. (Мәҡәл.) Егет үҙе өсөн тыуа, иле өсөн үлә. (Мәҡәл.) Әсәйем менән Серафим ағай нефть тураһында, буровойҙағы мәшәҡәт хаҡында һөйләшеп ултыралар. (Ә. Бикчәнтәев.) Эшселәр һәр көн ҡаланың ҡыҙылдар тарафынан алыныуын көтәләр. (М. Ғафури.) Ауыл хужалығы мәктәбенә мөдир булып яңы кеше килде. (А. Таһиров.) Ҡотлобаев колхозда ике йыл ғына агроном булып эшләне лә рәйес итеп үрләтелде. (Ә. Хәкимов.) Мин һине, ҡустым, Аҡназар урынына үҙемә ярҙамсы итеп алам. (Б. Бикбай.)
 
==Тултырыусылар тура һәм ситләтелгән тултырыусыларға бүленә==[2].
 
Тура тултырыусы эш-хәрәкәт төшкән предметты аңлата. Ул һәр ваҡыт төшөм килештә тора, ә хәбәр күсемле ҡылымдан килә. Тура тултырыусы билдәле төшөм килештә лә, билдәһеҙ төшөм килештә лә килергә мөмкин. Мәҫәлән: Мин хатты яҙам. Мин хат яҙам. Тәүге һөйләмдә бер билдәле хат тураһында һүҙ бара, ә икенсеһендә ниндәйҙер билдәһеҙ хат хаҡында әйтелә.[2].
 
===Ҡайһы бер һүҙҙәр һәр ваҡыт билдәле төшөм килештә генә ҡулланыла===
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Тултырыусы» битенән алынған