Ҡыуатов Ғүмәр Ғәлим улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
40 юл:
Революциянан һүң Ғүмәр Ҡыуатов Башҡортостандың беренсе һаулыҡ һаҡлау халыҡ комиссары итеп тәғәйенләнә. Был вазифаны башҡарыу уға бик ауыр йылдарға тура килә. [[Граждандар һуғышы]] Башҡортостанды тамам бөлгөнлөккә төшөрә. Бөтә ерҙә аслыҡ, яланғаслыҡ хөкөм һөрә, төрлө йоғошло яман сирҙәр тарала. Ул йылдарҙа һаулыҡ һаҡлауҙа кадрҙар етешмәй. Тәүге халыҡ комиссары эш башлағанда ни бары 6 врач була. Ғүмәр Ҡыуатовтың белеме, ойоштороу һәләте, арымай талмай фиҙәҡәр эшләүе һаулыҡ һаҡлау эшенә йәмәғәтселекте ылыҡтыра.
 
1930 йылда Ҡыуатов Мәскәүҙең ҮҙәҡҮҙәк нерв системаһы эшсәнлеген өйрәнеү институтына уҡырға инә. Яуаплы вазифалар биләү менән бер рәттән фәнни эш менән шөғөлләнә. Бик күп фәнни эштәре нәшер ителә.
 
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында хәрби госпитальдәрҙә эшләй, хирургик операциялар яһай.
46 юл:
==Иҫтәлек==
* Башҡортостанда иң ҙүр клиник дауахана Ҡыуатов исемен йөрөтә
* [[Өфө]] ҡалаһы Калинин районындағы урам Ҡыуатов исемен йөрөтә
 
[[ru: Куватов, Гумер Галимович]]