Ырымбур экспедицияһы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Haqmar (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
[[Рәсем:Annaioannovnarussia1693-2.jpg|thumb|200px|left|Императрица Анна Иоанновна]]
 
'''Ырымбур экспедицияһы''' – [[1734]] йылдың [[1май|1 майында]] императрица [[Анна Иоанновна| Анна Иоанновнаның]] Империя сиген Башҡортостан сигенә еткереү, Башҡорт ерҙәрен үҙләштереү өсөн комиссия төҙөү тураһындағы ҡарары (указы). Экспедицияның бурыстары түбәндәгеләрҙән ғибәрәт:
*Ур йылғаһының [[Урал (Яйыҡ) (йылға)|Яйыҡҡҡа]] ҡушылған ерендә нығытылған ҡәлғә төҙөү һәм Башҡортостанды көньяҡтан һәм көнсығыштан ҡәлғәләр теҙмәһе менән уратып алыу.
*Башҡорт ихтилалдарын туҡтатыу.
*Империя сиген Башҡортостан сигенә еткереп, артабан Ҡаҙағстан аша Урта Азияға үтеп инеү.
[[Рәсем:Annaioannovnarussia1693-2.jpg|thumb|200px|left|Императрица Анна Иоанновна]]
[[Рәсем:Orenburg_XVIII_vek.jpg ‎| Ырымбур, XVIII быуат]]
 
 
Ошо маҡсатты тормошҡа ашырыуҙа өcөy [[Ырымбур]] ҡалаһы төҙөлөргә тейеш булған. Был пландың начальнигы Сенаттың обер-секретары [[И. К. Кирилов]] былай тигән: «Ырымбур Башҡортостандың сигендә төҙөлә. Ул башҡорттарҙы буйһондороу өсөн кәрәк. Башҡорттар йәшәгән ерҙәр стена менән уратылып алынған кеүек була».
Экспедиция начальнигы итеп И. К. Кирилов үҙе тәғәйенләнә. Уға ошо уңай менән статский советник титулы бирелә. Был дәрәжә хәрбиҙәрсә бригада-генералы тигән исемгә тиң. Кириловтың урынбаҫары итеп православие диненә күскән, суҡынмыш татар мырҙаһы [[А. И. Тевкелев]] билдәләнә. Башҡорттар был палачты [[Тәфтиләү]] тип атаған. [[1734]] йылдың [[15 июнь|15 июнендә]] экспедиция Петербургтан юлға сыға, [[10 ноябрь|10 ноябрҙә]] И. К. Кириловтың 3,5 меңлек отряды [[Өфө|Өфөгә]] килеп етә, [[1735]] йылдың[[15 август|15 авгусында]] И. К. Кирилов Ур йылғаһының (урыҫса —Орь) Яйыҡҡа ҡойған урынында Оренбург тәлғәһенә ([[Башҡорт теле|башҡортса]] — Ырымбур) нигеҙ һала. Ырымбур [[1740]] йылда Красная Гора тигән икенсе урынға, ә [[1743]] йылда өсөнсө (хәҙерге) урынға, [[Һаҡмар (йылға)|Һаҡмар]] йылғаһының [[Урал (Яйыҡ)| Яйыҡҡа]] ҡушылған еренә күсерелә. Тәүге Ырымбур Орск ҡәлғәһе тип атала башлай, хәҙер — ҡала.
 
[[Рәсем:Orenburg_XVIII_vek.jpg| thumb|250px|right|Ырымбур, XVIII быуат]]
 
[[XVIII]] быуаттың 30 — 50-се йылдарында Башҡортостанды уратып һәм илебеҙҙең эсендә 53 ҡәлғә һәм заводтар һалыу дауам итә. Экспедиция ойошторолғанға тиклем Башҡортостанда барлығы 10 завод булһа, XVIII быуат уртаһында уларҙың һаны 32-гә етә, Ырымбур экспедицияһы империяның көнсығыш сиктәрен [[Урал (Яйыҡ)|Яйыҡ]] йылғаһынаса күсереу маҡсатын ҡуя. Ошо маҡсатта Ырымбур сик буйы линияһы төҙөлә. Уны төҙөү тормошҡа ашһа, Башҡортостандың бойондороҡһоҙлоғо тамам юҡҡҡа сыға икәнен башҡорттар бик яҡшы аңлаған. «Әгәр ҙә батша хөкүмәте уйлаған эшенән баш тартмаһа, башҡорттар үҙҙәренең хоҡуктарын ҡорал менән һаҡлаясаҡ», — тигән улар. Хөкүмәт иҫкәртеүгә ҡолаҡ һалмағас, ҡоралға тотонорға мәжбур булғандар.