Ҡудашева Фәриҙә Йәһүҙә ҡыҙы — версиялар араһындағы айырма

Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
 
Фәриҙә кескәй сағынан уҡ йырларға ярата. Дүртөйлөлә 7 синыфты тамамлағас 1936 йылда [[Өфө сәнғәт техникумы]]ның театр бүлегендә белем ала. 1939 -1941 йылдарҙа Дүртөйлө колхоз-совхоз театрында эшләй. 1948 йылда уның йырлағанын радионан ишеткәс бөтә илгә таныла.
1944- 1947 йылдарҙа [[Башҡорт дәүләт академия драма театры]]нда, Башҡортостан радиокомитетында эшләй. 1956 йылдан, [[Башҡорт дәүләт филармонияһы]]нда йырсы булып эшләгәгәндә тамашасылар һөйөүен яулай, киң билдәлелек ала. Тормош иптәше, күренекле башҡорт артист-композиторкомпозиторы [[Бәхти Ғайсин]] менән бергәләп ижад итәләр.
 
Башҡорт эстрада сәнғете үҫеше Фәриҙә Ҡудашева ижадына бәйле. Уның сығыштарын Башҡортостан, [[Татарстан]], [[Мәскәү]], [[Санкт-Петербург]], [[Ҡаҙағстан]], [[Себер]] һәм [[Азия]], Балтик буйы илдәрендә йәшәгән [[башҡорттар|башҡорт]] һәм [[татарҙар|татар]] халҡы яратып ҡарайҙар.
Аноним ҡатнашыусы