Киҫәксә: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә r2.7.1) (робот өҫтәне: fa:حرف (دستور زبان)
ә r2.7.2+) (робот үҙгәртте: cv:Татăк (пуплев пайĕ); косметические изменения
1 юл:
Башҡорт телендә айырым һүҙҙәргә, шулай уҡ бөтә һөйләмдең йөкмәткеһенә өҫтәлмә мәғәнә биҙәктәре биреүсе ярҙамсы һүҙҙәр бар. Улар '''киҫәксә''' тип атала.
== Киҫәксә тураһында төшөнсә ==
Улар айырым һүҙгә йәки бөтә һөйләмгә көсәйтеү, раҫлау, сикләү, һорау, икеләнеү һ.б. мәғәнә биҙәктәре бирәләр.
 
== Киҫәксәләрҙең бүленеше ==
Мәғәнә үҙенсәлектәренә ҡарап, киҫәксәләр түбәндәге төркөмсәләргә бүленеп йөрөтөлә.
 
=== Көсәйтеү, раҫлау ===
ла/лә(варинттары: та/тә, да/дә, ҙа/ҙә), таһа/тәһә(варианттары: даһа/дәһә. ҙаһа/ҙәһә, лаһа/ләһә), та баһа/тә баһа(варианттары: ҙа баһа/ҙә баһа, да баһа/дә баһа), бит, тағы, иң, ап-, һап-, йәп-, йәм-, сы/се, со/сө, һ.б. Мәҫәлән: ''Аһа, Байрасты бөтөнләй алып китмәйҙәр ҙә баһа''! (З.Биишева.)
=== Сикләү ===
ғына/генә, ҡына/кенә, уҡ/үк. Мәҫәлән:Һыу ярҙың ситенә үк күтәрелгән. (Ф. Иҫәнғолов.)
=== Икеләнеү ===
-тыр/-тер(-дыр/-дер,-ҙыр/-ҙер, -лыр/-лер). Мәҫәлән: Аҡтарҙыр... Ыласындарымдың башын ашар өсөн килгәндәрҙер...(З,Биишева.)
=== Һорау ===
-мы/-ме(-мо/-мө),-мы ни/-ме ни(-мо ни/-мө ни), -мы икән/-ме икән(-мо икән/-мө икән). Мәҫәлән: Төптәнерәк уйлап ҡараһаң, ошо үҙе батырлыҡ түгелме ни?(Н.Мусин.)
=== Иҫкәрмә ===
Киҫәксәләрҙең бер нисә мәғәнәһе булыуы мөмкин, уларҙың мәғәнә биҙәктәре телмәр ағышында ғына асыҡлана. Мәҫәлән:Һай, иҫәүән, һорамай ҙа ҡалдымсы...(З.Биишева.)-ғәжәпләнеүҙе көсәйтеү; Бирешмәсе, зинһар, бирешмәсе...(М.Кәрим.)- үтенеүҙе көсәйтеү. "Әлләсе, тине Бибеш, ҡыҙарынып.-Белмәйемсе"(З.Биишева.)-икеләнеү һ.б.
 
== Киҫәксәләрҙең дөрөҫ яҙылышы ==
* ''да/дә, ҙа/ҙә, ла/лә, та/тә'' киҫәксәләре һәр ваҡыт айырым яҙыла.
 
39 юл:
в) икеләнеү киҫәксәһе: '''ҡайтҡандыр, аттыр.'''
 
5. ''-мы ни, -мы икән,-ме ни, -ме икән'' формаларында килеүсе киҫәксәләрҙең икенсе өлөшө айырым яҙыла: ''барҙыңмы ни, барғанмы икән һ.б''
=== Иҫкәрмә ===
 
==Әҙәбиәт==
47 юл:
{{Башҡорт теле (тел ғилеме)}}
 
[[КатегорияТөркөм:Һүҙ төркөмдәре|*]]
 
[[ar:حرف معنى]]
54 юл:
[[ca:Partícula gramatical]]
[[cs:Částice (slovní druh)]]
[[cv:Татăк (пуплев пайĕ)]]
[[de:Partikel (Grammatik)]]
[[en:Grammatical particle]]
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Киҫәксә» битенән алынған