Башҡортостан Хәрби-революцион комитеты: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Rescuing 1 sources and tagging 0 as dead.) #IABot (v2.0.9.4
 
52 юл:
Ревкомдың беренсе рәйесе [[Ҡулаев Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улы|Мстислав Ҡулаев]] була. Башревком 15 комиссариаттан тора — сит ил эштәре, хәрби ([[Әхмәтзәки Вәлиди]]), социаль яҡтан тәьмин итеү ([[Мутин Илдархан Ибраһим улы|Илдархан Мутин]]), аҙыҡ-түлек ([[Әҙеһәмов Абдулла Камалетдин улы|Абдулла Әҙеһәмов]]), һаулыҡ һаҡлау һәм финанс ([[Ҡыуатов Усман Мөхәмәтғәлим улы|Усман Ҡыуатов]]), игенселек ([[Ҡарамышев Гәрәй Батыргәрәй улы|Гәрәй Ҡарамышев]]), эске эштәр һәм милләттәр ([[Фәтих Төхвәтуллин]]), хеҙмәт ([[Алкин Ильяс Сәйетгәрәй улы|Ильяс Алкин]]), мәғариф ([[Йәғәфәров Аллабирҙе Нурмөхәмәт улы|Аллабирҙе Йәғәфәров]]), юстиция ([[Бикбов Юныс Юлбарыҫ улы|Юныс Бикбов]]), тышҡы һәм эске сауҙа ([[Мағазов Сәйетгәрәй Сәйетйәғәфәр улы|Сәйетгәрәй Мағазов]]). Кантондар кимәлендә кантревкомдар барлыҡҡа килә.
 
Яңы хөкүмәт, ойошторолоуының беренсе көндәренән алып, Башҡорт ғәскәрҙәренең Совет власы яғына күсеү мәсьәләләре менән мәшғүл була. Һөҙөмтәлә [[1919]] йылдың 20 мартында Мәскәүҙә [[Үҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеү|үҙәк Совет власы менән Башҡорт Хөкүмәте Автономиялы Совет Башҡортостан араһында Килешеү]] төҙөлә. Был тарихи актты Совет хөкүмәте яғынан Совнарком рәйесе [[Владимир Ленин]], Бөтә Рәсәй үҙәк башҡарма комитеты рәйесе Михаил Владимирский һәм милләттәр эштәре буйынса халыҡ комиссариаты етәксеһе [[Иосиф Сталин]], башҡорттар яғынан — Башҡорт хөкүмәте рәйесе [[Ҡулаев Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улы|Мөхәмәтхан (Мстислав) Ҡулаев]], Башревком ағзаһы [[Халиҡов Муллайән Дәүләтша улы|Муллаян Халиков]] һәм Башҡорт ғәсҡәре адъютанты [[Бикбауов Әбдрәшит Ильяс улы|Әбдрәшит Бикбауов]]<ref>[http://www.agidel.ru/?param1=14667&tab=2 Башҡортостан Республикаһы Автономияһы] {{Webarchive|url=https://web.archive.org/web/20190416153956/https://agidel.ru/?param1=14667&tab=2 |date=2019-04-16 }}</ref>. Артабан Башревком үҙәк Совет власының Башҡорт Хөкүмәте менән Автономиялы Совет Башҡортостан тураһындағы Килешеүҙе тормошҡа ашыра башлай, дәүләт идаралығы реформаһын советтар ҡоролошона тап килтереп үткәрә.
 
1919 йылдың апреленән август айына тиклем, [[Колчак Александр Васильевич|Колчак]] армияһы һөжүме осоронда, Башревком [[Саранск]] ҡалаһына эвакуациялана.