Сергеев Александр Саввич: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
15 юл:
[[1705 йыл]]дың февралендә Александр Сергеев ғәскәрҙәре менән [[Өфө]]гә инә. Ҡаҙан комиссары башҡорттарҙы мыҫҡыллау, ҡурҡытыу һәм уларҙа ризаһыҙлыҡ тыуҙырыу өсөн булған мөмкинлектәрҙең барыһын да файҙалана. Уларҙың үтенес ҡағыҙында Сергеевтың Өфөгә барған юлында артиллерия ҡулланып, һәр төрлө ҡурҡытыу акциялар ойоштороуы хаҡында әйтелә. Урындағы халыҡ, Ҡазан ғәскәрҙәренең яҡынлашыуы тураһында ишетеү менән, хатта мал һәм мөлкәттәрен, йәшәгән ерҙәрен ташлап китергә мәжбүр була. Өфөгә йыйылған башҡорт улус вәкилдәре килем йыйыусыларға ҡаршылыҡ күрһәткәндәре өсөн яза бирелерен көтәләр. Сергеев асыҡтан-асыҡ рәүештә үҙенең «батша улы», йәғни Петр I улы икәнлеге хаҡында хәбәр итә. Ҡазан комиссары үҙен ялған батшалыҡта ғәйепләмәҫтәренә ышанған була, әйткәндәй, [[XVIII быуат]]та бындай ҡылыҡ дәүләткә ҡаршы енәйәт булараҡ билдәләнә. Үҙен «батша улы» тип танытҡандан һуң, ул башҡорттарға, «император ғали йәнәптәренең мәрхәмәтле указы менән» килеүен белдерә. Ул йән башына һалынған һалымдың яңы статьяһы урынына башҡорт вәкилдәренән дәүләткә 5000 ат тапшырырға вәғәҙә биреүҙәрен талап итә. Был тәҡдимгә ҡаршы булған осраҡта, Сергеев уларҙы аҫасағы һәм торлаҡтарын яндырасағы менән янай. Мәжбүри рәүештә ризалыҡтарын алыуға ҡарамаҫтан, башҡорт вәкилдәрен ҡайтармай. Улай ғына түгел, баҙарҙарҙан һәм урамдарҙан «''ҡаланың ҡунаҡ йорттарында булған бөтә дәрәжәле башҡорттарҙы йыйырға, уларҙы ябып, ҡарауыл ҡуйырға һәм шарап һәм бал килтерергә ҡуша. Уларҙы көсләп эсерәләр, үҙ ғүмерҙәрендә шарап та, бал да эсмәгән мулла, ахундарҙы баш тартҡан осраҡта, таяҡ менән туҡмап, көсләп эсерәләр, иҫергән һәм аңын юғалтып ятҡан кешеләр өҫтөндә дары шартлаттыра, һалам яндыра, ҡулдарына һәм башҡа ерҙәренә майшәм ҡуйып, уға дары өҫтәп шартлата, иҫһеҙ ятҡандарҙы яңынан торғоҙоп, уларҙың ихтыярынан тыш эсергән һәм шуның менән үлем хәленә еткерергә теләгән''». Был «һый» һөҙөмтәһендә тағы туғыҙ кеше вафат була.
 
Полковник Александр Сергеев башҡорт ауылдарына хәрби отрядтар ебәрә, улары, үҙ сиратында, ерле халыҡты талай һәм күпләп ҡыра. А. С. Сергеевтың был ҡылыҡтары ҙур '''[[Башҡорт ихтилалы (1704—1711)|башҡорт ихтилалы (1704—1711)]] хәрәкәтенең башланыуына сәбәпсе була.'''
 
[[1705 йыл]]дың көҙөндә батша [[Пётр I|Бөйөк Петр]] Волга буйына фельдмаршал Б. П. Шереметев етәкселегендәге ғәскәрҙәрен ебәрә, уға Әстерхан ихтилалын баҫтырырға һәм баш күтәргән башҡорттар менән һөйләшеү башларға ҡуша. Александр Сергеев фельдмаршалға ихтилалдың уның ғәмәлдәре һәм һалым менән һис кенә лә бәйле түгеллеген, ә башҡорттарҙың элеккесә [[яһаҡ]] түләргә риза булмауҙары менән аңлатырға тырыша. Шереметев Ҡаҙан воеводаһы ҡулға алған башҡорттарҙы төрмәнән сығара. Борис Шереметев [[Өфө өйәҙе|Өфө өйәҙенә]] хат менән бер [[Офицер|офицерҙы]] ебәрә, хатында ул башҡорттарҙы ихтилалды туҡтатырға саҡыра һәи һөйләшеп килешеү өсөн үҙ кешеләрен ебәреүҙәрен һорай. Әммә Ҡаҙан властары Шереметьевтың уларға үҙ пландарын бойомға ашырырға мөмкинлек бирмәүенән ҡурҡып, фельдмаршалдың [[Башҡорттар|башҡорт]] вәкилдәре менән осрашыуына аяҡ салалар. Александр Сергеев застава һәм ҡарауыл начальниктарына башҡорттарҙың үтенес менән килгән кешеләрен Ҡаҙан өйәҙенә үткәрмәҫкә бойора.Ҡазан властары батшаға Шереметьев гражданлыҡ эштәре менән идара итеүгә ҡыҫыла тип ялыу ебәрәләр. Һуңынан Борис Шереметьев Сергеевтың бойороғо буйынса, Волга буйы ҡалалары воеводаларына фельдмаршалдың приказдарына буйһонмаҡа тигән әмер ебәрә, кире булған осраҡта, яза менән ҡурҡыта.
23 юл:
[[1716 йыл]]да Александр Сергеев үҙенең элекке начальнигы — Семёнов (Ижор) канцелярияһы башлығы Александр Данилович Меншиков ҡылған енәйәт тураһында батшаға хәбәр итергә була. А. Д. Меншиков территорияһында һалым һәм һалым йыйыу өсөн яуаплылы элек Ҡаҙан һарайы идара иткән биләмәләрҙән һалым һәм яһаҡ йыйыуға яуаплы була. Сергеева рус биләмәһен йәшертен генә үтә һәм Копенгагенда булған Петр I ҡеүәтле Меньшиков өҫтөнән ялыу бирергә теләй. Батшаның А. С. Сергеевяҙған ялыу хаты менән танышыу мөмкинлеге А. Д. Меньшиковты борсоуға һала, был хаҡта кенәздең батшабикә Екатерина Алексеевнаға [[1716 йыл]]дың 23 сентябрендә яҙған хаты дәлилләй. Рәсәй комиссарының йәшерен сығып китеүенә ҡамасаулай алмаған Александр Меншиков батшабикәне Александр Саввичтың «бөтә башбатаҡлығы» тураһында иҫкәртә һәм уны 4000 һум аҡса урлауҙа ғәйепләй. Йәшәп килгән ғәмәл буйынса, ялыу иҫбатлана ҡалһа, ғәйепләнеүсенең ярты мөлкәте уға күсергә тейеш була. Әммә былбыл эш ни менән тамамланғаны билдәһеҙ.
 
[[Башҡорт ихтилалы (1704—1711)|Башҡорт ихтилалы]] барышында, 1708—1722 йылдарҙа башҡа старшиналар менән бергә [[Арыҫлан Аҡҡолов]] яңы һалымдарҙы һәм йөкләмәләрҙе бөтөрөү үтенесе менән, [[Башҡорттарҙың аҫабалыҡ хоҡуғы|аҫаба ерҙәрҙе]] баҫып алыуҙар, [[Өфө]] чиновниктарының башбаштаҡлыҡтарын, шул иҫәптән яһаҡ йыйыусы Андрей Жихарев һәм Михаил Дороховтарҙың 72 яңы һалым индереүҙе, комиссар [[Сергеев Александр Саввич|Александр Сергеевтың]] төбәк халҡын талауҙы, тикшереү тураһында батша [[Пётр I]] бер нисә тапҡыр мөрәжәғәт итә. 1722 йылдың 12 февралендә Арыҫлан Аҡҡолов етәкселегендәге барлыҡ дүрт даруғанан килгән һәм 55 кешенән торған башҡорт делегацияһын етәкләй, улар ошо эште тикшереү буйынса суд процессында ҡатнашырға ирешә. Суд властарҙың сәйәсәтенә ҡарата башҡорттарҙың ялыуҙарын ғәҙел тип таный, бөтә ғәм алдында Өфө һәм Ҡаҙан хакимиәттәренең башҡорттарға ҡарата ҡанһыҙлығын тәнҡитләй. Суд ҡарарына ярашлы Сергеев үлем язаһына тарттырыла<ref>{{статья|автор =[[Ҡолбахтин Нәзир Мырҙабай улы|Кулбахтин Н. М.]]|заглавие =Кинзя-абыз и его дети|ссылка = |издание = [[Ватандаш (журнал)|Ватандаш]]|год = 2005|номер = 1|страницы=46—72|issn = 1683-3554}}</ref>.
 
== Иҫкәрмәләр ==