Британия Виргин Утрауҙары: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Баныу (фекер алышыу | өлөш)
ә Баныу Британия Виргин утрауҙары битенең исемен үҙгәртте. Яңы исеме: Британия Виргин Утрауҙары: Хата
130 юл:
 
== Иҡтисады ==
Виргин утрауҙарының иҡтисады — Кариб төбәгендә иң тотороҡло һәм үҫеүсе.
 
Иҡтисади эшмәкәрлектең төп өлкәһе — туризм (утрауға йыл һайын 800 меңгә яҡын турист килә, башлыса Америка Ҡушма Штаттарынан), шулай уҡ финанс секторының әһәмиәте даими үҫешә.
 
Британия Виргин утрауҙарында ойошмалар табышына һалым (корпоратив һалым) һәм физик шәхестәр табышына һалым (табыш һалымы), шулай уҡ өҫтәмә хаҡҡа һалым һәм һатыуҙан һалым юҡ<ref>''Захаров А. С.'' «Британские виргинские острова (B.V.I.) и обмен налоговой информацией: есть ли опасность для российских бенефициаров?»</ref>. Ләкин коммерция компанияһы, сығарыуға рөхсәт ителгән акцияларҙың максималь күләменә һәм компанияның теркәү датаһына ҡарап, йыл һайын пошлина түләргә тейеш.
 
Британияның Виргин утрауҙары, шул иҫәптән [[Рәсәй Федерацияһы|Рәсәй]] эшҡыуарҙары араһында ла, популяр офшор юрисдикцияһы булып тора. Әлеге мәлдә 650 меңдән ашыу компания теркәлгән: донъялағы бөтә офшор компанияларының 40 процентҡа тиклеме. Офшор компанияларының эшмәкәрлеген күбеһенсә 2004 йылғы Британия Виргин утрауҙарының коммерция компаниялары тураһындағы Закон көйләй. Популярлыҡтың төп сәбәптәре: юридик шәхесте теркәү һәм ҡарау хаҡының осһоҙлоғо, директорҙың резидентлығына талаптарҙың юҡлығы, устав капиталының минималь дәүмәленә формаль талаптар, шулай уҡ компанияны тиҙ генә (1 көн эсендә) теркәү мөмкинлеге. Конфеденциаллек һуңғы ваҡытҡа тиклем тағы ла бер йәлеп итерлек мәл була: Британияның Виргин утрауҙарында берҙәм дистрибьюторҙар реестры юҡ.
 
Бынан тыш, компанияның милексеһе тураһындағы мәғлүмәтте айырым бер кешеләр генә белә. Әммә күптән түгел был Британия диңгеҙ аръяғы сит ил юрисдикцияһы властары милекселәрҙең берҙәм асыҡ реестрын булдырыу мөмкинлеген тикшерә башлай: Виргин утрауҙарының финанс хеҙмәттәре буйынса комиссия үҙенең сайтында бенефициар милексеһе хаҡында мәғлүмәткә ҡағылышлы хөкүмәт консультация документын баҫып сығарҙы, уның эксперттар тикшереүе [[2013 йыл]]дың 31 декабренә тиклем оҙайтылды<ref>{{Cite web |url=http://www.bvifsc.vg/Portals/2/Consultation%20Paper%20on%20Beneficial%20Ownership%20Information.pdf |title=Public consultation paper on beneficial ownership information |accessdate=2013-12-23 |archiveurl=https://web.archive.org/web/20131224112201/http://www.bvifsc.vg/Portals/2/Consultation%20Paper%20on%20Beneficial%20Ownership%20Information.pdf |archivedate=2013-12-24 |deadlink=yes }}</ref>.
 
[[Сәнәғәт]] — ром етештереү, еңел сәнәғәт, төҙөлөш.
 
[[Ауыл хужалығы]] — шәкәр ҡамышы (ром етештереү өсөн), йәшелсә һәм емеш-еләк үҫтереү, мал һәм ҡош-ҡорт үрсетелә, балыҡсылыҡ алып барыла.
 
[[1959 йыл]]дан алып Британияның Виргин утрауҙары үҙ валютаһы сифатында [[АҠШ доллары]]н файҙалана. Британия Виргин утрауҙары доллары һәм центтары күпләп туристарға һатыла торған сувенир сығарылыштар булып тора. Аҡса һуғыу йорттары (2017 йылға ҡарата 320 тип) утрауҙар өсөн яҡшыртылған сифатта долларҙар һәм центтар номиналында иҫтәлекле тәңкәләр һуға, әммә ғәмәлдәге Британия монархы портреты менән.
 
== Иҫкәрмәләр ==
<references/>