Мореснет: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә орфографик хаталар төҙәтелде
1 юл:
[[Рәсем:800px-Flag of Moresnet.svg.png|thumb|Мореснетттың рәсми булмаған байрағы (1883)]]
'''Мореснет''' ('''Морне''') йәғни '''Нейтраль Мореснет''' ('''Нейтраль Морне''') – 3,5 кв. км. ҙурлығындағы [[1816]] йылдан [[1919]] йылға тиклем йәшәгән кес кенә [[Европа]] иле. Уның ике ҙур күршеһе – [[Нидерланд]] һәм [[Пруссия]] - был ерҙәр кемгә тейеш булыуында уртаҡ фекергә килә алмай, һөҙөмтәлә, уны ике ил дә тигеҙ етәкселек иткән нейтраль өлкә яһарға ҡарар итә. Һуңынан был өлкә үҙаллылыкүҙаллылыҡ ала. Төрлө илдәрҙән ҡасҡалаҡтар Мореснетҡа ағыла, бында полиция булмай, бында йәшәүселәр гражданлығы булмаған кешеләр булып һанала, әммә уның үҙ гербы һәм флагы була. Тик 1919 йылдан һуң ғына – [[Беренсе донъя һуғышы|Беренсе донъя һуғышынан]] һуң – [[Версаль Килешеүе]] буйынса Нейтраль Мореснет [[Бельгия]] ҡарамағына күсә.
 
 
9 юл:
Нейтраль Мореснет формаһы менән нигеҙе [[Ахен|Ахендан]] [[Льеж|Льежға]] барған төп юлда булған [[өсмөйөш|өсмөйөшкә]] оҡшаш була. Ауыл һәм шахта ошо юлдың нәҡ төньяғында урынлашҡан. [[1830]] йылда, Бельгия Нидерландтан бойондороҡһоҙ дәүләткә әүерелгәс, Мореснет менән идара итеүҙә ҡатнашыу Нидерландтан Бельгияға күсә.
 
Нейтраль Мореснетта йәшәүселәрҙең төп эшмәкәрлек урыны цинк шахтаһы була, һәм ул күрше илдәрҙән күп кенә эшселәрҙе үҙенә йәлеп итә, шулай ҙа был өлкәлә йәшәүселәр һаны бер ҡасан да 3000-дән артмай. Бында йәшәүҙең ҡайһы бер өҫтөнлөктәре була, мәҫәлән, түбән һалымдар, ике күрше ил өсөн дә тауар керетеү өсөн һалымдарҙың бөтөнләй булмауы, хаҡтарҙың түбәнлеге. Почта хеҙмәте һымаҡ күпселек хеҙмәттәр Бельгия һәм Пруссия араһында бүленгән былабула. Урындағы халыкхалыҡтың шулай уҡ ҡайһы илдең хәрби хезмәтен үтергә һем ҡайһы илдең юрисдикцияһына ҡарарға икәнен һайлау мөмкинселеге була. Бында йәшәүҙең кире яғы – Нейтраль Мореснетта йәшәүселәр бер илдең дә гражданиныгражданы булып һаналмай, һәм Мореснеттың үҙ хәрби көстәре булмай.
 
==Юҡҡа сығыуы==
[[1885]] йылда, шахта тотонолоп бөткәс, Нейтраль Мореснеттың артабанғы яҙмышы тураһында икеләнеүҙәр үҫә башлай. Был өлкәлә [[казино]] йә почта хеҙмәте һымаҡ үҙаллы ойошма булдырыу тураһында фекерҙәр тәҡдим ителә, ләкин был тәҡдимде урындағы үҙидара органы кире ҡаға. Иң шәп тәҡдимде доктор Вильгельм Молли яһай - ул 1908 йылда ул Нейтраль Мореснетты [[эсперанто теле]] төп теле булып һаналған илгә әүерелдерергә тәҡдим итә.
 
Шулай булыуға ҡарамаҫтан, был ҙур булмаған илдең үҙаллығыүҙаллылығы аҙағына яҡынлаша. Бельгия ла, Германия ла уға булған дәғүәһенән бер ҡасан да баш тартмай. [[1914]] йылда, Беренсе донъя һуғышы ваҡытында, Германия Бельгияны баҫып ала һәм [[1915]] йылда был өлкәне үҙ биләмәләренә ҡуша.
 
[[1919]] йылғы Версаль килешеүе Нейтраль Мореснетты Бельгия ҡарамағына биреп, йөҙ йыл элек иғлан ителгән нейтраль өлкә һорауынмәсьәләһен хәл итә. Германия [[Икенсе донъя һуғышы]] ваҡытында был өлкәне ҡыҫҡа ваҡытҡа үҙ биләмәләренә ҡайтанан ҡуша, әммә ул [[1944]] йылда Бельгияға кире ҡайтарыла.
 
Бөгөнгө көндә донъя эсперантистарында был өлкәнең тарихы Доктор Молли тәҡдим иткән Эсперанто иле булараҡ ҡыҙыкһыныу уята. Яңы Мореснеттағы ҙур булмаған музей Нейтраль Мореснетка арналған экспонаттарҙы ла үҙ эсенә ала.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Мореснет» битенән алынған