Ауыл советы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Баныу (фекер алышыу | өлөш)
Баныу (фекер алышыу | өлөш)
өҫтәмә мәғлүмәт
7 юл:
== Башҡортостанда Ауыл советтары ==
Башҡортостанда 1930 йылдан — 1204 Ауыл советы, 1952 йылда — 1231, 1969 йылда — 821, 1972 йылда — 834, 1981 йылда — 847, 2002 йылда — 945 Ауыл советы иҫәпләнә. Улар 4586 ауыл биләмәһен үҙ эсенә ала. 1954—1960 ййылдарҙағы администрарив реформалар, бәләкәй колхоздарҙы ҙурайтыу һәм яңы совхоздар ойоштороу һөҙөмтәһендә, 450 Ауыл советы бөтөрөлә, ҡайһы берҙәренең исеме үҙгәртелә. Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһының урындағы үҙидара тураһындағы закондарына ярашлы, Ауыл советы ауыл биләмәләре муниципаль берәмектәргә үҙгәртеп ҡорола<ref name="БЭ" />.
== Хәҙерге Рәсәйҙә Ауыл советтары ==
 
Рәсәй Федерацияһының күпселек субъекттарында ауыл советтары 90-сы йылдар уртаһына тиклем һаҡланА. «Рәсәй Федерацияһында урындағы үҙидараны ойоштороуҙың дөйөм принциптары тураһында» 1995 йылдың 28 авгусындағы 154-се Федераль законды ҡабул иткәндән һуң ауыл округтары менән алмаштырыла. Рәсәй Федерацияһының ҡайһы бер субъекттарында (Дағстан Республикаһы, Ставрополь крайы һ.б.) «ауыл советы» һүҙе әлеге ваҡытта ике һәм унан күберәк торама пунктты үҙ эсенә алған ауыл биләмәләре атамаларында ҡулланыла. Һөйләшеү телмәрендә «ауыл советы» һүҙе менән йыш ҡына ауыл хакимиәтен, йәки ауыл муниципаль берәмеген атайҙар, рәсми атамаһында был һүҙ булмаған осраҡта ла.
== Иҫкәрмәләр ==
{{иҫкәрмәләр}}
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Ауыл_советы» битенән алынған