Ауыл советы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Баныу (фекер алышыу | өлөш)
Баныу (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
3 юл:
 
== Структураһы һәм эшмәкәрлеге ==
Структураһы һәм эшмәкәрлеге ҡануниәт тарафынан көйләнә. Ауыл советы ойошторолғанда ҙур ауыл торама пункты йәки бәләкәй торама пункттар төркөмө (уларҙың береһе — адммистратив, мәҙәни‑көнкүреш һәм сауҙа үҙәге) булыуы, уның транспорт үтемлеге, коммуналь һәм социаль‑мәҙәни инфраструктураһын ойоштороу мөмкинлеге иҫәпкә алына. 1 меңдән ашыу кеше йәшәгән территорияла ойошторолоуы мөмкин. Ауыл советы хужалыҡ иҫәбен, гражданлыҡ хәле акттары яҙыуын үҙ эсенә алған халыҡтың беренсел иҫәбе алып барыла<ref name="БЭ">[http://bashenc.online/ba/articles/91776/ Башҡорт энциклопедияһы // Ауыл советы]</ref>.
 
== Башҡортостанда Ауыл советтары ==
Башҡортостанда 1930 йылдан — 1204 Ауыл советы, 1952 йылда — 1231, 1969 йылда — 821, 1972 йылда — 834, 1981 йылда — 847, 2002 йылда — 945 Ауыл советы иҫәпләнә. Улар 4586 ауыл биләмәһен үҙ эсенә ала. 1954—1960 ййылдарҙағы администрарив реформалар, бәләкәй колхоздарҙы ҙурайтыу һәм яңы совхоздар ойоштороу һөҙөмтәһендә, 450 Ауыл советы бөтөрөлә, ҡайһы берҙәренең исеме үҙгәртелә. Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһының урындағы үҙидара тураһындағы закондарына ярашлы, Ауыл советы ауыл биләмәләре муниципаль берәмектәргә үҙгәртеп ҡорола<ref name="БЭ" />.
 
== Иҫкәрмәләр ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Ауыл_советы» битенән алынған