Никарагуа: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
→‎Иҫкәрмәләр: өҫтәмә мәғлүмәт
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
күренеште төҙәтеү
108 юл:
== Физик-географик характеристика ==
 
=== ГеографияГеографияһы ===
Никарагуа — Үҙәк Америка илдәре араһында биләмәләре буйынса иң ҙуры, уның майҙаны 129 494 квадрат километр. Киңлеге 540 километрға етә. Бер үк ваҡытта Тымыҡ океанға — яр буйының оҙонлоғо 320 километрға яҡын һәм Кариб диңгеҙенә лә туранан-тура сығышы бар — бында яр буйының оҙонлоғо 480 километр. Океан һәм диңгеҙ яр буйҙарының дөйөм оҙонлоғо 910 км булып, диңгеҙ сиге 800 км тәшкир итә. Ҡоро ерҙә ил төньяҡтан Гондурас менән (922 км) һәм көньяҡта Коста-Рика менән (309 км) сиктәш, ил сигенең оҙонлоғо 1231 км. Дәүләттең баш һәм төп ҡалаһы — Манагуа. Никарагуа — Үҙәк Американың иң аҙ халыҡлы иле һәм был йәһәттән бары тик [[Белиз]]дан ғына ҡалыша.
 
150 юл:
Христиан диненең илдәге иң таралған төрө — [[католицизм]] (58,5 %). Шунан евангелистар 21,6 %, {{comment| Моравия ағай-энеләре |Моравские братья }} 1,6 % (индейҙар һәм Атлантик океан ярҙарында йәшәүселәр араһында), свидетели Иеговы 0,9 %, башҡалар 1,7 %. 2005 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре күрһәтеүенсә, [[Атеизм|атеистар]] ил халҡының 15,7 тәшкил итә. Дәүләттең баш ҡалаһы Манагуала 2009 йылда илдәге беренсе [[мәсет]] төҙөлә<ref>[https://www.elnuevodiario.com.ni/nacionales/49158 La primera mezquita en Nicaragua] {{Webarchive|url=https://web.archive.org/web/20141227135243/https://www.elnuevodiario.com.ni/nacionales/49158 |date=2014-12-27 }}{{ref-es}}</ref>, бындағы Ислам Мәҙәни Ассоциацияһына 320-гә яҡын ир-ат даими нигеҙҙә йөрөй<ref>{{cite web |url = http://www.islam.com.ua/news/6866 |title = Строительство мечети в Никарагуа окружено слухами об источнике финансирования |deadlink = yes }}{{Недоступная ссылка|date=October 2022 |bot=InternetArchiveBot |fix-attempted=yes }}</ref>.
 
== Дәүләт-сәйәси ҡоролошҡоролошо ==
Дәүләт ҡоролошо — президент республикаһы. Дәүләт һәм хөкүмәт башлығы —биш йыллыҡ срокка һайланыусы Никарагуа президенты.
 
172 юл:
Үҫеш темптары буйынса иҡтисадтың банк, төҙөлөш, аҙыҡ-түлек сәнәғәте, туризм һәм туҡыу тауарҙары етештереү секторҙары алдынғылар рәтендә.
 
=== ТранспортТранспорты ===
Транспорт сараларының һәм юлдарҙың күп өлөшө илдең көнбайыш өлөшөндә тупланған. Автомобиль юлдарын әүҙем һалыу 1940-сы йылдарҙа башлана, хәҙер уларҙың оҙонлоғо 30 мең километрға яҡын, юлдар башлыса ҡаты япмалаһыҙ; илдең көнсығышында ямғырҙар миҙгеле йылдың 12 айының туғыҙын тәшкил итә, бында ҡаты япмалы юлдар яҡ тиерлек, йылдың күп өлөшөндә көнсығыш яр буйҙарының илдең көнбайышы менән транспорт бәйләнеше бөтөнләй өҙөлә; урындағы халыҡ хәрәкәт итеү өсөн бындағы күп һанлы йылғаларҙы ҡуллана.
 
179 юл:
Илдең төп диңгеҙ порты Коринто Тымыҡ океан ярында урынлашҡан. Сауҙа әйләнешенең күп өлөшөн Анлантик океан ярҙарында урынлашҡан илдәр менән алыш-биреш алып торғанлыҡтан, Никарагуа Коста-Риканың Лимон һәм Гондурастың Пуэрто-Лемпир порттарын файҙаланырға мәжбүр. Эске ҡоро ер коммуникацияларының торошо һәм тәрәнлектәре етәрлек булмау илдең Блуфидс һәм башҡа бер нисә ошондай портын ҡуллланыу мөмкинлеген бирмәй. Тәрән һыулы Манки-Пойнт портын төҙөү әлегә тиклем проект кимәлендә генә ҡала килә.
 
=== Тышҡы сауҙасауҙаһы ===
2017 йылда сауҙа экспортының күләме 5,34 млрд доллар тәшкил итһә, импорт кимәле — 7,86 млрд долларға еткән.<ref>{{Cite web |url=https://oec.world/ru/profile/country/nic/ |title=Никарагуа на справочнике Внешней торговли oec.world |accessdate=2019-08-26 |archiveurl=https://web.archive.org/web/20190826122830/https://oec.world/ru/profile/country/nic/ |archivedate=2019-08-26 |deadlink=yes }}</ref>
 
198 юл:
Һөҙөмтәлә 1994—2004йылдарҙа кордобаның курсы 2,5 тапҡырға артҡан, аза, быға ҡағылышлы экспорт тауарҙарының хаҡы ҡырҡа күтәрелгән, ә импортланыусы тауарҙарға — һиҙелерлек төшкән. Илдең традицион етештереү тармаҡтары — миҫал өсөн, ҡәһүә етештереү — донъя баҙарында хаҡтар үҫеүенә ҡарамаҫтан, шул уҡ ҡәһүәгә, милли валютаның ғәҙәти булмаған курсы арҡаһында ҡыҫҡарыуға дусар ителә.
 
=== АҡсаАҡсаһы ===
Никарагуаның аҡса берәмеге — '''кордоба'''. Бер кордоба = 100 сентаво. 2021 йылдың февраленә бер [[АҠШ доллары]] яҡынса 35 кордобаға тиң.
 
211 юл:
Никарагуаның [[1979]] һәм [[1985 йыл]]дарҙағы кордобаһында [[1987]]—[[1991 йыл]]дарҙа ошондай баҫма ҡара төҫтәге ябай типография быяуы менән яһала. Ҡайһы бер осраҡта уларҙың сифаты бик тә түбән була: йә купюраның бер яғында ғына, йә ҡыйыш, йә баштан аяҡҡа әйләндерелеп, йә баҫылыуы насар кимәлдә. Ошо сәбәптән улар оҡшатып яһауға еңел бирелә, был иһә үҙ сиратында ялған аҡсаларҙың киң таралыуына килтерә.
 
== Ҡаҙылма байлыҡтарбайлыҡтары ==
[[Алтын]], [[көмөш]], баҡыр, вольфрам, ҡурғаш, цинк, никель, терегөмөш күп булмаған миҡдарҙа, океан ярҙары буйында [[нефть]] һәм [[газ]] табылған, хәҙерге ваҡытта көнбайыш компаниялар уларҙы үҙләштереү хоҡуғын алырға тырыша, әммә ятҡылыҡтарҙы үҙләштереүгә күрше илдәрҙең экологик йәһәттән хәүефләнеүе (бигерәк тә курорт-туристик тармағы ныҡ үҫешкән Коста-Рика) һәм ҡайһы бер нефть ятҡылыҡтары биләмәләренә турана-тура ҡағылған сик буйы бәхәстәре ҡамасаулай.
 
== Тышҡы сәйәсәтсәйәсәте ==
XX быуаттың икенсе яртыһында Советтар Союзы йоғонтоһонда Никарагуала һул ҡараш идеялар ныҡлап тарала башлай. Был диктатор Самоса режимын яҡлаусы АҠШ менән ҡапма-ҡаршылыҡ тыуҙыра.
 
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Никарагуа» битенән алынған