Никарагуа: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
→‎Иҫкәрмәләр: өҫтәмә мәғлүмәт
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
→‎Иҫкәрмәләр: өҫтәмә мәғлүмәт
211 юл:
Никарагуаның [[1979]] һәм [[1985 йыл]]дарҙағы кордобаһында [[1987]]—[[1991 йыл]]дарҙа ошондай баҫма ҡара төҫтәге ябай типография быяуы менән яһала. Ҡайһы бер осраҡта уларҙың сифаты бик тә түбән була: йә купюраның бер яғында ғына, йә ҡыйыш, йә баштан аяҡҡа әйләндерелеп, йә баҫылыуы насар кимәлдә. Ошо сәбәптән улар оҡшатып яһауға еңел бирелә, был иһә үҙ сиратында ялған аҡсаларҙың киң таралыуына килтерә.
 
== Ҡаҙылма байлыҡтар ==
[[Алтын]], [[көмөш]], баҡыр, вольфрам, ҡурғаш, цинк, никель, терегөмөш күп булмаған миҡдарҙа, океан ярҙары буйында [[нефть]] һәм [[газ]] табылған, хәҙерге ваҡытта көнбайыш компаниялар уларҙы үҙләштереү хоҡуғын алырға тырыша, әммә ятҡылыҡтарҙы үҙләштереүгә күрше илдәрҙең экологик йәһәттән хәүефләнеүе (бигерәк тә курорт-туристик тармағы ныҡ үҫешкән Коста-Рика) һәм ҡайһы бер нефть ятҡылыҡтары биләмәләренә турана-тура ҡағылған сик буйы бәхәстәре ҡамасаулай.
 
== Тышҡы сәйәсәт ==
XX быуаттың икенсе яртыһында Советтар Союзы йоғонтоһонда Никарагуала һул ҡараш идеялар ныҡлап тарала башлай. Был диктатор Самоса режимын яҡлаусы АҠШ менән ҡапма-ҡаршылыҡ тыуҙыра.
 
Хәҙерге ваҡытта Никарагуала Америкаға ҡаршы хәрәкәт көс йыя бара, был илдең Куба, Венесуэла, Боливия һәм ҡайһы бер башҡа дәүләттәр менән яҡынайыуына алып килә. Һуңғы осорҙа ил етәкселегендә шулай уҡ Рәсәйгә ҡарата йылы ҡараш көсәй бара, быға Совет хөкүмәтенең йомарт ярҙамы тураһындағы хәтирәләр ҙә булышлыҡ итә. СССР тарҡалғанда Никарагуаның бурысы 3,5 млрд АҠШ доллары тирәһе була (илдең һәр кешеһенә 1000 долларҙан аҙ генә кәмерәк). Был бурысты Рәсәй этаплап тулыһынса ғәмәлдән сығара.
 
Никарагуаның тышҡы сәйәсәте турана-тура ил президены Даниэль Ортего эшмәкәрлеге менән бәйле. Латин Америкаһы социализмы вәкилдәре Венесуэла — Куба — Боливия, шулай уҡ Эквадор — илдең төп сәйәси партнерҙары.
 
Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының юғары суд инстанцияһы — Халыҡ-ара суд 2012 йылдың ноябрендә Кариб бассейнындағы утрауҙар төркөмөнә ҡағылышлы Колумбия менән Никарагуа араһында ун йылдан артыҡ дауам иткән бәхәскә нөктә ҡуйҙы: утрауҙарҙың Колумбияныҡы булыуы тураһында ҡарар ҡабул итте. Был ил ярҙарынан яҡынса 775 километр, ә Никарагуанан 230 километр алыҫлыҡтағы Ронкадор, Китасуэньо, Серрана, Серранилья, Бахо-Нуэво, Кайо-Боливар һәм Альбукерке утрауҙарын үҙ эсенә алған архипелаг, шулай уҡ уның тирә яҡ һыуҙары һәм диңгеҙ төбө Колумбияныҡы. Бер үк ваҡытта әйтелгән ҡарар менән Никарагуаның диңгеҙ сиге үҙгәртелде, уның территориаль һыу биләмәләре киңәйтелде. Был илгә балыҡ тотоуҙы арттырырға мөмкинлек бирә, нефть һәм газ ятҡылыҡтарына үтеү мөмкинлеген тыуҙыра. Ҡарарҙа шулай уҡ уның Коста-Рика һәм Гондурастың диңгеҙ сиктәренә һәм территориаль һыу биләмәләренә бер ниндәй ҡыҫылышы ла юҡлығы айырым билдәләнә.
== Иҫкәрмәләр ==
{{иҫкәрмәләр|2}}
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Никарагуа» битенән алынған