Никарагуа: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
→‎Иҫкәрмәләр: өҫтәмә мәғлүмәт
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
→‎Иҫкәрмәләр: өҫтәмә мәғлүмәт
171 юл:
 
Үҫеш темптары буйынса иҡтисадтың банк, төҙөлөш, аҙыҡ-түлек сәнәғәте, туризм һәм туҡыу тауарҙары етештереү секторҙары алдынғылар рәтендә.
 
=== Транспорт ===
Транспорт сараларының һәм юлдарҙың күп өлөшө илдең көнбайыш өлөшөндә тупланған. Автомобиль юлдарын әүҙем һалыу 1940-сы йылдарҙа башлана, хәҙер уларҙың оҙонлоғо 30 мең километрға яҡын, юлдар башлыса ҡаты япмалаһыҙ; илдең көнсығышында ямғырҙар миҙгеле йылдың 12 айының туғыҙын тәшкил итә, бында ҡаты япмалы юлдар яҡ тиерлек, йылдың күп өлөшөндә көнсығыш яр буйҙарының илдең көнбайышы менән транспорт бәйләнеше бөтөнләй өҙөлә; урындағы халыҡ хәрәкәт итеү өсөн бындағы күп һанлы йылғаларҙы ҡуллана.
 
«Ла Костенья» милли авиакомпанияһы баш ҡаланың «Аугусто Сесар Сандино» аэропортынан ил эсендәге рейстар буйынса осоштар яһай; сит ил компаниялары ла халыҡ-ара рейстар өсөн ошо аэропортты файҙалана.
 
Илдең төп диңгеҙ порты Коринто Тымыҡ океан ярында урынлашҡан. Сауҙа әйләнешенең күп өлөшөн Анлантик океан ярҙарында урынлашҡан илдәр менән алыш-биреш алып торғанлыҡтан, Никарагуа Коста-Риканың Лимон һәм Гондурастың Пуэрто-Лемпир порттарын файҙаланырға мәжбүр. Эске ҡоро ер коммуникацияларының торошо һәм тәрәнлектәре етәрлек булмау илдең Блуфидс һәм башҡа бер нисә ошондай портын ҡуллланыу мөмкинлеген бирмәй. Тәрән һыулы Манки-Пойнт портын төҙөү әлегә тиклем проект кимәлендә генә ҡала килә.
 
=== Тышҡы сауҙа ===
2017 йылда сауҙа экспортының күләме 5,34 млрд доллар тәшкил итһә, импорт кимәле — 7,86 млрд долларға еткән.<ref>{{Cite web |url=https://oec.world/ru/profile/country/nic/ |title=Никарагуа на справочнике Внешней торговли oec.world |accessdate=2019-08-26 |archiveurl=https://web.archive.org/web/20190826122830/https://oec.world/ru/profile/country/nic/ |archivedate=2019-08-26 |deadlink=yes }}</ref>
 
== Иҫкәрмәләр ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Никарагуа» битенән алынған