Никарагуа: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
→‎Иҫкәрмәләр: өҫтәмә мәғлүмәт
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
→‎Иҫкәрмәләр: өҫтәмә мәғлүмәт
156 юл:
 
Закон сығарыу орган — 92 депутаттан торған бер палаталы Милли Ассамблея. 90 депутат дөйөм тура тауыш биреү менән биш йыллыҡ срокка һайлана, уларҙың 20 — дөйөм милли исемлек буйынса булһа, 70 — округтар һәм автономиялы төбәктәрҙән. ҡалған ике — депутат: быға тиклем биш йыл хакимлек иткән президент һәм һуңғы һайлауҙарҙа еңеүсенән ҡала иң күп тауыш йыйған президентлыҡҡа кандидат.
 
== Ҡораллы көстәре ==
Никарагуаның Ҡораллы көстәре хәрби-һауа, хәрби-диңгеҙ һәм ҡоро ер ғәскәрҙәренән тора, уларҙа хеҙмәт итеүселәрҙең дөйөм һаны яҡынса 14 000 кеше. Хәрби бюджет күләме 85 миллион доллар, был ил сығымдарының 0,7 проценты тирәһен тәшкил итә. Армия СССР һәм Рәсәй ҡоралдарын ҡуллана, шулай уҡ Бөйөк Британия, Франция һәм Төркиәлә етештерелгән хәрби техника ла бар.
 
== Иҡтисады ==
Никарагуа — башлыса аграр иҡтисадлы ил, Көнбайыш ярымшарҙағы иң ярлы дәүләттәрҙең береһе, Үҙәк Америкала бары тик Гондурас менән Гаити ғына унан да ярлыраҡ булып һанала. Эске тулайым продукт (ВВП) 2009 йылда йән башына иҫәпләгәндә — 4800 доллар тәшкил иткән, был донъя буйынса 168-се урын. 2005 йылда ил халҡының 48 проценты рәсми ярлылыҡ кимәленән дә түбәненерәк шарттарҙа көн иткән. 2009 йылғы мәғлүмәт буйынса эшһеҙлек 8,2 процент тәшкил итә. Дәүләттең бурысы — эске тулайым продукттың 17 процентын тәшкил итә. Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы тикшеренеүе күрһәтеүенсә, Никарагуаның 79 процент халҡы көнөнә ике долларҙан дә кәмерәк хаҡҡа тормош кисерә.
ВВП-ның 17,5 процентын биреүсе ауыл хужалығында эшләүселәрҙең 29 проценты хеҙмәт һала, улар [[ҡәһүә]], [[банан]], ҡамыштан шәкәр һәм [[мамыҡ]]<ref>{{cite web|url=http://countrystudies.us/nicaragua/38.htm|title=Nicaragua - Agriculture|publisher=Country Studies|lang=en|accessdate=2011-11-13|archive-date=2011-10-12|archive-url=https://web.archive.org/web/20111012050555/http://countrystudies.us/nicaragua/38.htm|deadlink=no}}</ref>, уларға өҫтәп [[дөгө]], [[Кукуруз (ырыу)|кукуруз]], [[Тәмәке (сеймал)|тәмәке]] һәм [[соя]] үҫтерә.
 
Сәнәғәт ВВП-ның 26,5 процентын бирә, унда халыҡтың 19 проценты мәшғүл. Бындағы эшмәкәрлек йүнәлештәре — ауыл хужалығы продукцияһын, нефть продуктарын һәм ағас эшкәртеү, эсемлектәр, туҡыу тауарҙары һәм аяҡ кейеме етештереү.
 
ВВП-ның 56 процентын биреүсе хеҙмәтләндереү өлкәһендә эшләүселәрҙең 52 проценты йыйылған.
 
Энергетика торошо проблемалы. Электр энергияһының 84 проценты йылылыҡ электр станцияларында етештерелә. 1990 йылда иһә уның яртыһын геотермаль һәм гидростанциялар биргән. Нефткә хаҡтың юғары булыуы энергия етештереүҙең бындай структураһы инфляция тыуҙыра һәм иҡтисади үҫеште тотҡарлай. Миҫал өсөн, 2007 йылда инфляция кимәле 16,88 процент булып, эске тулайым продукт үҫеше ни бары 3,7 процент тәшкил иткән.
 
Үҫеш темптары буйынса иҡтисадтың банк, төҙөлөш, аҙыҡ-түлек сәнәғәте, туризм һәм туҡыу тауарҙары етештереү секторҙары алдынғылар рәтендә.
 
== Иҫкәрмәләр ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Никарагуа» битенән алынған