Никарагуа: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
→‎Иҫкәрмәләр: өҫтәмә мәғлүмәт
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
→‎Иҫкәрмәләр: өҫтәмә мәғлүмәт
124 юл:
=== Климаты ===
Тропик, пассатлы. Марттан майға тиклем булған ҡоро осорҙа көндәлек уртаса температура 24—32 °C тәшкил итә. Ямғырҙар башлыса июнь—октябрҙә була, был осорҙоң уртаса көндәлек температураһы 26—28 °C. Илдең Тымыҡ океан яр буйҙарына һәм үҙәк райондарына сәйәхәт өсөн иң яҡшы ваҡыт— ҡоро һәм һалҡынса ҡыш башы. Атлантик яр буйҙарына ныҡ туҙанлы апрель һәм майҙан башҡа йылдың бөтә башҡа айҙарында ла барырға була.
 
== Халҡы ==
[[Файл:Nicaragua_single_age_population_pyramid_2020.png|thumb|300px|2020 йылға Никарагуа халҡының йәш-енесен күрһәткән пирамида]]
Ил халҡының һаны 1962 йылда 1,6 млн кеше
булһа<ref>С. А. Гонионский. Очерки новейшей истории стран Латинской Америки. М., «Просвещение», 1964. с. 269.</ref>, 1988 йылда 3,4 миллионға еткән<ref>Большой Энциклопедический Словарь (в 2 т.) / редколл., гл. ред. А. М. Прохоров. М., «Советская энциклопедия», 1991. Том 2. с. 31—32.</ref>; артабан 2000 йылда 4,91
млн<ref>Е. Ф. Ростов. Вся экономика планеты в цифрах и фактах: справочник. М., ООО «Издательство АСТ», ООО «Издательство Астрель», 2004. с. 475.</ref>, 2015 йылда 6,1 млн кеше тәшкил иткән.
 
Йыллыҡ үҫеш — 1,3 % (фертильность — бер ҡатын-ҡыҙға 2,5 тыуым).
 
Уртаса ғүмер оҙонлоғо — ир-аттарҙа 69,6 йыл, ҡатын-ҡыҙҙарҙа 74 йыл.
 
Иммунодефицит вирусын (ВИЧ) йоҡтороу — 0,2 % (2007 йыл мәғлүмәте).
 
Этник состав:
* метистар —69 %
* аҡ тәнлеләр —12 %
* ҡара тәнлеләр, мулаттар һәм самболар —14 %
* индейҙар — 5 %.
 
Рәсми тел — [[испан теле]], шулай уҡ индей телдәре лә ҡулланыла (1,7 %), көнсығыштағы диңгеҙ ярҙарында йәшәүсе Африка сығышлы никарагуандарҙа һәм индейҙарҙа инглиз теле урындағы диалекты ҡулланыла (0,8 %).
Халыҡтың уҡый-яҙа белеүе — 78,0 % (2010 йыл).
 
Pew Research Center тикшеренеүҙәр үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, 2010 йылда Никарагуала 4,97 млн [[Христианство|христиан]] йәшәгән, был ил халҡының 85,9 процентын тәшкил итә<ref>{{cite web|url=http://features.pewforum.org/global-christianity/population-number.php|title=Global Christianity|author=|date=2011-12-19|website = |publisher=The Pew Forum on Religion & Public Life|accessdate=2013-05-13|lang=en|archiveurl=https://www.webcitation.org/6Gocow72Q?url=http://features.pewforum.org/global-christianity/population-number.php|archivedate=2013-05-22|deadlink=yes}}</ref><ref name="features">{{cite web|url=http://features.pewforum.org/global-christianity/total-population-percentage.php|title=Christian Population as Percentages of Total Population by Country|author=|date=2011-12-19|website = |publisher=The Pew Research Center's Religion and Public Life Project|accessdate=2014-12-25|lang=en|archiveurl=https://web.archive.org/web/20120107191939/http://features.pewforum.org/global-christianity/total-population-percentage.php|archivedate=2012-01-07|deadlink=yes}}</ref>. Дж. Г. Мелтондың «Религии мира» энциклопедияһы христиандарҙың һанын 2010 йылда 96 процент йәки 5,597 млн кеше тип күрһәтә<ref name="encyc">{{книга|автор = Clifton L. Holland|часть= Nicaragua| заглавие=Religions of the World: A Comprehensive Encyclopedia of Beliefs and Practices|ответственный= Мелтон Джон Гордон (J. Gordon Melton), Martin Baumann|место=Oxford, England|издательство=ABC CLIO|год=2010|страниц= 3200|страницы = 2094 | isbn = 1-57607-223-1}}</ref>.
 
Христиан диненең илдәге иң таралған төрө — [[католицизм]] (58,5 %). Шунан евангелистар 21,6 %, {{comment| Моравия ағай-энеләре |Моравские братья }} 1,6 % (индейҙар һәм Атлантик океан ярҙарында йәшәүселәр араһында), свидетели Иеговы 0,9 %, башҡалар 1,7 %. 2005 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре күрһәтеүенсә, [[Атеизм|атеистар]] ил халҡының 15,7 тәшкил итә. Дәүләттең баш ҡалаһы Манагуала 2009 йылда илдәге беренсе [[мәсет]] төҙөлә<ref>[https://www.elnuevodiario.com.ni/nacionales/49158 La primera mezquita en Nicaragua] {{Wayback|url=https://www.elnuevodiario.com.ni/nacionales/49158 |date=20141227135243 }}{{ref-es}}</ref>, бындағы Ислам Мәҙәни Ассоциацияһына 320-гә яҡын ир-ат даими нигеҙҙә йөрөй<ref>{{cite web |url = http://www.islam.com.ua/news/6866 |title = Строительство мечети в Никарагуа окружено слухами об источнике финансирования |deadlink = yes}}</ref>.
 
== Дәүләт-сәйәси ҡоролош ==
Дәүләт ҡоролошо — президент республикаһы. Дәүләт һәм хөкүмәт башлығы —биш йыллыҡ срокка һайланыусы Никарагуа президенты.
 
[[2009 йыл]]дың октябрендә Никарагуаның Юғары суды ил Конституцияһының президентлыҡты бер генә биш йыллыҡ срок менән сикләгән статьяһын ғәмәлдән сығара. Был СФНО лидеры Даниэль Ортегаға икенсе тапҡыр һайлауҙа ҡатнашырға мөмкинлек бирә, һәм ул [[2011 йыл]]ғы һайлауҙа еңеү яулай. Юғары суд ҡарары һәм Ортеганың ҡабаттан һайланыуы легаль оппозицияның ҡаты тәнҡитенә һәм 1980-сы йылдарҙағы контрастарға оҡшаш ҡораллы оппозицияның тыуыуына килтерә.
 
Закон сығарыу орган — 92 депутаттан торған бер палаталы Милли Ассамблея. 90 депутат дөйөм тура тауыш биреү менән биш йыллыҡ срокка һайлана, уларҙың 20 — дөйөм милли исемлек буйынса булһа, 70 — округтар һәм автономиялы төбәктәрҙән. ҡалған ике — депутат: быға тиклем биш йыл хакимлек иткән президент һәм һуңғы һайлауҙарҙа еңеүсенән ҡала иң күп тауыш йыйған президентлыҡҡа кандидат.
 
== Иҫкәрмәләр ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Никарагуа» битенән алынған