Никарагуа: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
→‎Иҫкәрмәләр: күренеште төҙәтеү
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
→‎Иҫкәрмәләр: өҫтәмә мәғлүмәт
105 юл:
* 2016 —СФНО һәм ЛКП вәкилдәре тарафынан Бойондороҡһоҙ либераль партия юҡҡа сығарыла. Президент һайлауында тағы ла Ортега еңеп сыға. Уның ҡатыны вице-президент вазифаһын ала, бындай хәл хатта Самосалар хәкимлек иткәндә лә булмай.
* 2021 — Никарагуаның ғәмәлдәге президенты Даниэль Ортега сираттағы һайлауҙа тағы ла еңеү яулай, уның өсөн һайоаусыларҙың 75 процентҡа яҡыны үҙ тауышын бирә<ref>{{Cite web|lang=ru|url=https://rg.ru/2021/11/08/daniel-ortega-pobezhdaet-na-vyborah-prezidenta-nikaragua.html|title=Даниэль Ортега побеждает на выборах президента Никарагуа|website=Российская газета|access-date=2022-04-16|archive-date=2022-04-25|archive-url=https://web.archive.org/web/20220425145636/https://rg.ru/2021/11/08/daniel-ortega-pobezhdaet-na-vyborah-prezidenta-nikaragua.html|deadlink=no}}</ref>.
 
== Физик-географик характеристика ==
 
=== География ===
Никарагуа — Үҙәк Америка илдәре араһында биләмәләре буйынса иң ҙуры, уның майҙаны 129 494 квадрат километр. Киңлеге 540 километрға етә. Бер үк ваҡытта Тымыҡ океанға — яр буйының оҙонлоғо 320 километрға яҡын һәм Кариб диңгеҙенә лә туранан-тура сығышы бар — бында яр буйының оҙонлоғо 480 километр. Океан һәм диңгеҙ яр буйҙарының дөйөм оҙонлоғо 910 км булып, диңгеҙ сиге 800 км тәшкир итә. Ҡоро ерҙә ил төньяҡтан Гондурас менән (922 км) һәм көньяҡта Коста-Рика менән (309 км) сиктәш, ил сигенең оҙонлоғо 1231 км. Дәүләттең баш һәм төп ҡалаһы — Манагуа. Никарагуа — Үҙәк Американың иң аҙ халыҡлы иле һәм был йәһәттән бары тик [[Белиз]]дан ғына ҡалыша.
 
Никарагуа территорияһы ландшафтына күп төрлөлөк хас, бында өс ҙур тәбиғи өлкәне айырып ҡарарға була. Илдең күп өлөшөн көньяҡҡа табан тарая барған тау өлкәһе — Никарагуа таулығы алып тора, ул картала көрән төҫтәге өс мөйөш булып бик асыҡ күренә.
Көнсығыштан уға икенсе өлкә — Москиттар Яры терәлеп тора. Ул Кариб диңгеҙе менән уратып алынған киң уйһыулыҡтар һыҙатынан ғибәрәт. Диңгеҙ ярҙарының күп урыны һаҙлыҡҡа әйләнгән һәм манго урмандары менән үтә алмаҫлыҡ тиерлек джунглиҙы хасил итә. Ауыл хужалығы ерҙәре йә алтын ятҡылығы булыу йәһәтенән был өлкә испан конкистадорҙарының иғтибарын бөтөнләй тиерлек йәлеп итмәгән, шуға ла бында флора һәм фаунаның Колумбҡа тиклем булған Америкаға хас айырым биләмәләр һаҡланып ҡалған.
 
Өсөнсө өлкәне илдең көньяҡ ҡоро ер сиге буйлап Фонсек муйынынан көньяҡ-көнсығышҡа, Кариб диңгеҙе ярҙарына тиклем һуҙылған уйһыулыҡ тәшкил итә. Дүртенсе өлкәгә көнбайыш Никарагуаның күп һанлы ғәмәлдәге вулкандары булған биләмәләр инә. Улар наиболее заселена: беренсенән вулкан яны ерҙәре уңдырышы булыуы менән айырылһа, бындағы климат күпкә уңайлыраҡ — ҡоро һәм көнсығыш яҡтар менән сағыштырғанда бигүк эҫе лә түгел.
[[Файл:Guardabarranco.JPG|thumb|''Гуардабарранко (Eumomota superciliosa)'']]
Йылдың иң һыуыҡ айы булған ғинуарҙың уртаса температураһы илдең көнбайыш яр буйҙарындағы 1500 м бейеклектә +16 °C тәшкил итә. Көнсығыш биләмәләрҙә йыллыҡ яуым-төшөм кимәле 5000 мм-ға тиклем, көнбайышҡа табан яуым-төшөм кәмей бара. Бында ике миҙгелде айырырға була: ҡоро (ноябрь — апрель) һәм дымлы (май — октябрь).
 
Никарагуаның флора һәм фаунаһы күп төрлөлөгө менән билдәле. Илдең көнбайыш һәм үҙәктәге таулы ерҙәрҙә ағастарҙан [[имән]], [[ҡарағай]] ҡыҙыл ағас, каучуклы үҫемлектәр киң таралған. Хайуандарҙан пума, оцелот, [[болан]], маймылдарҙың бер нисә төрө, аллигаторҙар, ҡоштарҙан колибри һәм попугайҙар йыш осрай. Илдә генә түгел, бөтә Үҙәк Америкала ла иң ҙур булып һаналған Никаргуа күлендә сөсө һыуҙа йәшәүсе 2-3 метрлыҡ [[акула]]лар һәм [[ҡылыс балыҡ]] көн күрә. Бының сәбәбе тектоник процестарҙың Тымыҡ океан тигеҙлеген булдырғансы диңгеҙ ҡултығы булыуында. Күлгә ике йылға Морейра һәм Индельтаның һыуын туплаған 74 метрлыҡ Никарагуа шарлауығы ҡоя.
 
Никарагуаның милли ҡошо булып '''гуардабарранко''' (''Eumomota superciliosa'') һанала.
 
=== Климаты ===
Тропик, пассатлы. Марттан майға тиклем булған ҡоро осорҙа көндәлек уртаса температура 24—32 °C тәшкил итә. Ямғырҙар башлыса июнь—октябрҙә була, был осорҙоң уртаса көндәлек температураһы 26—28 °C. Илдең Тымыҡ океан яр буйҙарына һәм үҙәк райондарына сәйәхәт өсөн иң яҡшы ваҡыт— ҡоро һәм һалҡынса ҡыш башы. Атлантик яр буйҙарына ныҡ туҙанлы апрель һәм майҙан башҡа йылдың бөтә башҡа айҙарында ла барырға була.
 
== Иҫкәрмәләр ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Никарагуа» битенән алынған