Никарагуа: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
→‎Иҫкәрмәләр: өҫтәмә мәғлүмәт
80 юл:
* 1981—1988 йылдар — хакимлек итеүсе СФНО менән Контрас хәрәкәте араһында тоҡанған градандар һуғышының актив фазаһы. Ортега хөкүмәте тағы ла тығыҙыраҡ Советтар Союзы позицияларына яҡынайһа, контрас хәрәкәте Америка Ҡушма Штаттарының [[Рональд Рейган]] етәкләгән хакимиәтенең актив ярҙамы менән файҙалана. Шулай итеп Никарагуалағы ҡаршы торош глобаль [[Һалҡын һуғыш]]тың мөһим элементына әйләнә.
* 1984 йыл — СФНО ойошторған һайлауҙа Даниэль Ортега Никарагуа президенты итеп һайлана. Ҡораллы оппозиция тауыш биреүҙең ҡануни нигеҙҙәрҙә үтеүен танымай.
 
* 1987 йыл — контрас ойошмалары: ''Никарагуаның демократик көстәре (FDN)'', ''Никарагуа демократик хәрәкәте (MDN)'', Социал-христиан партияһы, мискито индейҙары хәрәкәте, ''YATAMA'' — Никарагуа ҡаршылығы (''RN'') тигән коалицияға берләшә. FDN һәм ''Революцион-демократик альянс (ARDE'' формированиелары төньяҡтан ([[Гондурас]]тан) һәм көньяҡтан ([[Коста-Рика]]нан) ойошҡан һөжүм башлай. Контрастарҙың хәрби уңыштары әллә ни һиҙелерлек булмаһа ла хөкүмәт улар менән сәйәси һөйләшеү алып барырға ризалаша.
* 1988 йыл — YATAMA менән тыныслыҡ килешеүе төҙөгәндән һуң сандинистик хөкүмәт RN менән дә уртаҡ фекергә килә. Граждандар һуғышы туҡтала, оппозиция легалләшә, ирекле президент һәм парламент һайлауҙары тәғәйенләнә.
 
=== Либераль хөкүмәттәр ===
* 1990 — социологтар күҙаллауына ҡарамаҫтан демократик һайлауҙа СФНО көтмәгәндә уңышһыҙлыҡҡа осрай. Властҡа уң үҙәк ҡараштарҙа торған Виолетта Барриос де Чаморро етәкләгән Оппозицияның милли союзы килә. СФНО оппозицияға күсә, шул уҡ ваҡытта көс структураларында үҙ кадрҙарын һаҡлап ҡала. Яңы хөкүмәт сәйәси и иҡтисад системаларында либераль реформалар комплексын тормошҡа ашыра.
* 1991 — билдәһеҙ шарттарҙа контрастарҙың хәрби етәксеһе Энрике Бермудес үлтерелә.
* 1992 —RN ойошмаһының штаб начальнигы Исраэль Галеано автомобиль фәжиғәһендә һәләк була.
* 1993 —FDN-ды ойоштороусыларҙың береһе Аристидес Санчес ауырыуҙан вафат була.
* 1996 — Сомосаның элекке режимы менән тарихи бәйләнештәрҙә булған Либераль-конституция партияһы (ЛКП) етәксеһе Арнольдо Алеман яңы президент итеп һайлана. ЛКП СФНО менән формаль булмаған килешеүҙәр төҙөй, һөҙөмтәлә илдә «ике партия диктатураһы» тип исемләнгән режим урынлаша.
* 2001 — президент итеп ЛКП вәкиле Энрике Боланьос һайлана. 1979 йылда ҡолатылған диктаторҙың улы Анастасио Сомоса Портокарреро Боланьосты түгел, ә СФНО лидеры Даниэль Ортега кандидатураһы өсөн тауыш бирә, сөнки ул Сомоса режимы ҡиммәттәрен һәм тәртиптәрен күберәк индергән була.
* 2002 — Арнольдо Алеман коррупцияла ғәйепләнеп ҡулға алына, артабан 20 йылға төрмәгә ултыртыуға хөкөм ителә. Был ваҡиға либераль хөкүмәттең абруйын һиҙелерлек кәметә.
 
=== СФНО-ның икенсе хакимлеге ===
* 2006 — сираттағы һайлауҙа Даниэль Ортега яңынан президент итеп һайлана. СФНО власҡа традицион ҡиммәттәрҙе һаҡлау лозунгыһы менән кире ҡайта. Нәҡ ошо нигеҙҙә Ортега хөкүмәте контрастарҙың күпселеген берләштергән Никарагуа ҡаршылыҡ партияһын да яҡлап сыға.
* 2008 — СФНО муниципаль һайлауҙа еңеүгә өлгәшә. Мәҫәлән, Манагуа мэры итеп билдәле боксёр Алексис Аргуэльо һайлана (киләһе йылда асыҡланмаған шарттарҙа һәләк була). Оппозиция хөкүмәтте һайлау һөҙөмтәләрен боҙоп һәм ялғанлап күрһәтеүҙә ғәйепләй.
* 2009 — Юғары суд президент мөҙҙәттәренең һанын сикләүҙе юҡҡа сығара. Был ҡарар парламент раҫлауын үтә алмай, был иһә үҙ сиратында Бойондороҡһоҙ либераль партияның ҡаршылығын тыуҙыра. Самосистарға һәм Ортегаға ҡарата оппозицияла булған эшмәкәрҙәр президент Ортеганы ғүмеренең аҙағына тиклем власта ҡалырға ниәтләнеүендә ғәйепләйҙәр. Әммә Либераль-конституция партияһы бер ниндәй ризаһыҙлыҡ менән дә сығыш яһамай. Арнольдо Алеман өй һағынан азат ителә.
* 2010 — Ҡораллы подполье ойошмалары (Команданте 380 демократик көстәре, Милли ҡотҡарыу ҡораллы көстәре, Халыҡ армияһы, Никарагуа патриот командаһы) СФНО хөкүмәтенә ҡаршы партизан һәм террористик эшмәкәрлек башлай.
* 2011 — президент һәм парламент һайлауҙары. Даниэль Ортега ҙур өҫтөнлөк менән яңы мөҙҙәткә президент итеп һайлана. Никарагуаның Милли ассамблеяһында СФНО күпселекте тәшкил итә.
2012 йылдың ноябрендә Никарагуа һәм Колумбия араһындағы диңгеҙ сиктәре тураһындағы эште ҡарау тамамлана. Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Халыҡ-ара Суды Кариб диңгеҙендәге бәхәсле ете утрауҙың барыһы ла Никарагуаныҡы түгел, тулыһынса Колумбия биләмәләре тигән ҡарар сығара<ref>[https://news.un.org/ru/story/2012/11/1213111 Международный Суд ООН постановил, что семь спорных островов в Карибском море принадлежат Колумбии, а не Никарагуа] // официальный интернет-сайт ООН от 19 ноября 2012</ref>.
* 2013 — сандинистик махсус хеҙмәттең элекке башлығы Ленин Серна ил суд системаһының сәйәси координаторы итеп тәғәйенләнә. СФНО етәкселеге сәйәси система һәм иҡтисади активтар өҫтәнән контролде көсәйтеүен дауам итә.
* 2014 — 19 июлдә Сандинистик революцияның 35 йыллығы киң билдәләнә. 20 июлдә резонанслы теракт яһала: подпольелағы FASN—EP ойошмаһы ағзалары тантанала ҡатнашыусыларҙың автобусы утҡа тота, һөҙөмтәлә биш кеше һәләк була, 19-ы — төрлө яра ала.
* 2015 — «Милли коалиция демократия өсөн» оппозиция блогы консолидируется — Эдуардо Монтеалегре етәкләгән Бойондороҡһоҙ либераль партияға контрастарҙың элекке командирҙары төркөмө ҡушыла. Уларҙың киләһе һайлауҙарҙа СФНО һәм Даниэль Ортеганы властан ситләтеү теләге иғлан ителә.
* 2016 —СФНО һәм ЛКП вәкилдәре тарафынан Бойондороҡһоҙ либераль партия юҡҡа сығарыла. Президент һайлауында тағы ла Ортега еңеп сыға. Уның ҡатыны вице-президент вазифаһын ала, бындай хәл хатта Самосалар хәкимлек иткәндә лә булмай.
* 2021 — Никарагуаның ғәмәлдәге президенты Даниэль Ортега сираттағы һайлауҙа тағы ла еңеү яулай, уның өсөн һайоаусыларҙың 75 процентҡа яҡыны үҙ тауышын бирә<ref>{{Cite web|lang=ru|url=https://rg.ru/2021/11/08/daniel-ortega-pobezhdaet-na-vyborah-prezidenta-nikaragua.html|title=Даниэль Ортега побеждает на выборах президента Никарагуа|website=Российская газета|access-date=2022-04-16|archive-date=2022-04-25|archive-url=https://web.archive.org/web/20220425145636/https://rg.ru/2021/11/08/daniel-ortega-pobezhdaet-na-vyborah-prezidenta-nikaragua.html|deadlink=no}}</ref>.
 
== Иҫкәрмәләр ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Никарагуа» битенән алынған