Вариациалы иҫәпләмә: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Баныу (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Баныу (фекер алышыу | өлөш)
51 юл:
Вариациялы иҫәпләмә йөкмәткеһе — функционал осрағында дифференциал һәм сикле үлсәмле векторлы аргументтың ҡабатландыҡ функцияһының дөйөм төшөнсәләре булып тора. Билдәләү өлкәһе булып ниндәйҙер [[күмәклек]] йәки функциялар арауығы хеҙмәт иткән функциялар, ә мәғәнәһе матдтәләр йәки комплекслы һандар күмәклегендә ята.
 
== Башҡортостанда фәнни тикшеренеүҙәр ==
[[Башҡортостан]]да вариациалы иҫәпләмә өлкәһендәге тәүге фәнни тикшеренеү булып М. А. Лаврентьевтың квазиконформлы сағылыш теорияһының вариациялы ысулдары буйынса XX быуаттың 1‑се яртыһында, 40-сы йылдарҙа, (Украина ССР‑ы ФА‑ның Өфөлә эшләү осоронда) башҡарылған ғилми хеҙмәттәре иҫәпләнә. 1960 йылдарҙа оптималләштереүҙең математика теорияһы һәм уның ҡушымталары менән бәйле вариациалы иҫәпләмә бүлектәре буйынса тикшеренеүҙәр алға китә [[Өфө дәүләт авиация техник университеты]]нда Э. А. Мухачёва етәкелегендә математик программалаштырыу мәсьәләләре һәм уның сәнәғәттә оптималь бесеү һәм төрөү мәсьәләләренә ҡарата ҡушымталары буйынса тикшеренеүҙәр үткәрелә. [[Башҡорт дәүләт университеты]]нда С. Ю. Рудерман етәкселегендә үткәргес торба трассаларын оптималләштереү буйынса эштәр башҡарыла ,С. И. Спивак етәкселегендә ҡатмарлы химик-технологик процестарҙы һәм Н. Д. Морозкин етәкселегендә фазалары сикләүле процестарҙы оптималләштереү, В. Т. Иванов, һәм Ф. В. Лубышев етәкселегендә оптималь идара итеүҙең матем. теорияһы, С. А. Щербинин етәселегендә электрохимик процестарҙың ҡулай режимдарын иҫәпләп сығарыу буйынса тикшеренеүҙәр үҫеш ала. Математика институтында М. Д. Рамаҙанов етәкселегендә иҫәпләү алгоритмдарын оптималләштереү теорияһы һәм И. И. Голичев етәеселегендә системаның торошон айырмалы сығарылмалары булған дифференциаль тигеҙләмәләр аша тасуирлау шарттарында оптималләштереү ысулдары эшләнә.