Килдеғол: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә робот косметические изменения
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
76 юл:
* Район үҙәгенә тиклем ([[Иҫке Собханғол (Бөрйән районы)|Иҫке Собханғол]]): 56 км
* Яҡындағы тимер юл станцияһы (Белорет): 132 км
== Ауыл тарихы ==
Әлегә билдәле тәубабабыҙ – Ибраһимғужа. Ул башҡорт яуында батырҙарса һуғышып һәләк булғас, ауырлы ҡатынынан йәнә ир бала донъяға килә. Әсә ырыуҙаштары тәҡдиме буйынса балаға атаһының исемен ҡуша. Шулай итеп, Ибраһимғужаның улы Ибраһим, Ибраһимдың улдары Иглек (1758 - 1812) һәм Иғасура. Иглектең 6 улы: Нәҙерғол, Килдеғол, Миндеғол, Байрамғол, Исҡужа, Һағынбай нигеҙ ҡорған беҙҙең ауылға. Нәҙерғол менән Байрамғол ауыл урынын яратмай, аталары янына Әмделмәмбәткә ҡайтып китәләр.Ҡалған дүртәүһе беҙҙең яҡтарҙа нығына. Килдеғол Ибраһимов(1780) тап беҙ йәшәгән урынды һайлай. Ошонан алып ауылымды Килдеғол тип йөрөтә башлайҙар. Ауылым Ҡарағасты бейек, Ташморон, Түгәрмә тауҙары араһында урынлашҡан. Уны ҡап урталай бүлеп Һарағы йылғаһы аға. 3 урам (Мөхтәр Сәғитов, Фәүзиә Усманова һәм Йәштәр урамы) һуҙылған.
Ә. Тимерйәр үҙенең «Ҡарағай - ҡыпсаҡтар» китабында яҙыуынса, 1859 йылда Килдеғол ауылында 23 йортта 153 кеше, ә 1920 йылда 92 йортта 400 кеше йәшәй.
Хужалыҡтар һаны –105, уларҙа 551 кеше йәшәй. Пенсионерҙар – 44 кеше, эшҡыуарҙар – 5 кеше , 5 – пилорама, ҡорт тотоусылар – 1 ғаилә, фельдшерлыҡ пункты, мәҙәниәт һарайы, мәктәп, балалар баҡсаһы бар, һунғы йылдарҙа өй һалыусылар – 8 ғаилә, әле беҙ 9 - сыһы булып өй һалып йөрөйбөҙ, бура ултыртыусылар – 7 ғаилә. Беҙҙең ауыл, күрше Яумбай, Ҡыпсаҡ, Бәләкәй Ҡыпсап (Кардон), Ҡолғана ауылдары менән бергә “Урал” колхозын ойошторалар.
Килдеғолда тәүге мәктәп 1928 йылдың көҙөндә, әлеге мәктәп 1989 йылда асыла. Быйыл Килдеғол урта мәктәбенә 80 йыл. Килдеғол мәктәбендә 95 бала булып, үткән уҡыу йылында тағы ла тулы булмаған урта мәктәпкә әйләнде. 10-11-се синыфҡа барасаҡ 20 бала ҡайһыһы 132-се һөнәрселек училищеһына, Әбделмәмбәт, Иҫке Монасипта һ.б. урындарға белем алыу өсөн таралды. Мәктәп асылыуға 80 йыл, 61 йыл башланғыс мәктәп, тулы булмаған урта мәктәп булып 16-сы йыл, урта мәктәпкә әйләнеүенә 16 йыл. Тарих өсөн күп һан түгел, ә кеше ғүмере өсөн күп. Бөгөнгө көндә Үтәбаев Инсур Рәмил улы уҡытыусылар коллективын етәкләй. Йәштәр ситкә китмәй, ауылда 5 пилорама, 5 магазин, фельдшерлыҡ пункты, ауыл мәҙәниәт йорто бар, «Урал» АХК-һы, ситтәрәк В. С. Яхиндың пилорамаһы ла эшләп тора. Эшләйем тигән кешегә эш етерлек.
 
== Рәсемдәр ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Килдеғол» битенән алынған