Магна Һунгария: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
[[Файл:FriarJulianJourney.png|thumb|Магна Һунгария]]
'''Магна Һунгария''' ({{lang-la|Magna Hungaria, Hungaria maior}}, {{lang-hu|Nagy-Magyarorszag}}, {{lang-ru|Великая или Древняя Венгрия }}) — [[Плано Карпини]]ҙың (13XIII быуат) юл отчетында иҫкә алынған этно-территориаль төшөнсә. Сығанаҡтарҙа аныҡ мәғлүмәттәрҙең булмауы венгр ҡәбиләләренең Көнсығыш [[Европа]]ла төйәкләнеүе тураһында һәм «Магна Һунгария» реаль йәшәүе хаҡында күп һанлы гипотезалар тыуҙырған. Дискуссияла [[Рәсәй]] һәм [[Венгрия]] лингвистарының, тарихсыларының, этнографтарының һәм археологтарының бер нисә быуыны ҡатнашты. «Магна Һунгария» Төньяҡ Кавказда ([[Бернат Мункачи|Б. Мункачи]]), Түбәнге [[Волга]] буйында ([[Смирнов Алексей Петрович|А. П. Смирнов]]), [[Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығы]]ның көнбайыш ипкенендә ([[Кузеев Рөстәм Ғүмәр улы|Р. Ғ. Кузеев]], [[Ғарипов Талмас Мәғсүм улы|Т. М. Ғарипов]]), Урта Волга буйының урман-дала райондарында (П. Д. Степанов) урынлашыуы тураһында фекерҙәр әйтелде. Хәҙерге заманда тарихи-археологик әҙәбиәттә ике ҡараш өҫтөнлөк итә. Е. А. Халиҡова, А. Х. Халиҡов, Е. П. Казаков, [[Иванов Владимир Александрович|В. А. Иванов]] һәм башҡалар фекере буйынса, «Магна Һунгария» хәҙерге Башҡортостандың урман-дала райондарында боронғо венгр-мадьярҙар ҡалдырған Кушнаренко һәм Ҡараяҡуп мәҙәниәттәре таралған урында булған. [[Мәжитов Нияз Абдулхаҡ улы|Н. А. Мәжитов]] был ҡомартҡыларҙы боронғо [[башҡорттар]] менән бәйле тип иҫәпләй, ә күп тапҡырҙар тап килгән башҡорт-венгр лингвистик параллелдәренең [хәҙерге [[Венгрия]] территорияһында [[Башҡортостан]]дағы «[[Һаҡмар]]», «[[Таҙлар]]», «Туҡсаба», «Уриал», «[[Дим]]» һәм башҡа ер-һыу атамаларының ҡабатланыуы, «дьярмат» (башҡортса «[[юрматы]]»), «ене» (башҡортса «[[йәнәй]]»), «тарҡан» (башҡортса «тархан»), «кеси» (башҡортса «кесе») һәм башҡа этнонимдарҙың] булыуын боронғо башҡорттарҙың бәшнәктәр менән ҡәбиләләр союзына инеп, [[XI быуат|11 быуат]] уртаһында Паннония территорияһына күсенеуе менын аңлата<ref> Башҡортостан: Ҡыҫҡаса энциклопедия. Урыҫсанан тулыландырылған һәм төҙәтелгән тәржемәһе. /Баш мөхәррир [[Р. З. Шәкүров]]. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» дәүләт ғилми нәшриәте, 1997. — 392 бит </ref>.
 
== Иҫкәрмәләр ==
9 юл:
* Гарипов Т. М., Кузеев Р. Г. Башкиро-мадьярская проблема// Археология и этнография Башкирии. Т.1. Уфа, 1962;
* Иванов В. А. Magna Hungaria — археологическая реальность?// Проблемы древних угров на Южном Урале. Уфа, 1988.
{{Тышҡы һыkтанмалар}}
 
 
[[Категория:Магна Һунгария]]