Мөхәмәтйәров Мөхәмәтғариф Закир улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә clean up using AWB
27 юл:
25 апрелдә үткән 2-се кантон съезында большевиктар менән ер мәсьәләһе буйынса бәхәс тыуа. Мөхәмәтғариф Мөхәмәтйәров [[Нуриәғзәм Таһиров]] менән бергә [[Силәбе]] һәм [[Ҡыштым]] ҡалалары күскенселәренә башҡорт ерҙәрен бүлеп биреүгә ҡырҡа ҡаршы сыға. Һөҙөмтәлә уларҙы контрреволюцияла ғәйепләйҙәр һәм төрмәгә ябалар, ә оҙаҡламай Силәбе ҡалаһы Чехословак корпусы ҡулына күскәс улар азат ителә<ref name="Ярмуллин А. З."/>.
 
1918 йылдың 12 июндә [[Башҡорт хәрби шураһы]] ойошторола һәм уның ағзалары итеп [[Ғәлимйән Таған]], Т. Ғисмәтуллин, [[Ғәбделхәй ИркәбаевтарИркәбаев]] менән бергә Ғариф Мөхәмәтйәров та һайлана. 1918 йылдың июнь-июль айҙарында [[Башҡорт хөкүмәте]]нең Хәрби бүлеге мөдире [[Әхмәтзәки Вәлиди]]ҙең сәркәтибе, һуңынан өлкән адъютанты булып хеҙмәт итә<ref name="Ярмуллин А. З."/>.
 
1918 йылдың авгусында Себер хөкүмәтенә буйһонған Урал айырым корпусы командиры бойороғо буйынса ҡулға алына, һуңынан азат ителә. 1918 йылдың сентябрендә Башҡорт хәрби шураһы фарманы буйынса Арғаяш кантоны [[Башҡорт ирекле отрядтары|ирекле отряды]] начальнигы итеп тәғәйенләнә<ref name="Ярмуллин А. З."/>.
 
1918 йылдың ноябренән [[2-се Башҡорт уҡсылар полкыныңполкы]]ның ылау начальнигы булып хеҙмәт итә, подпоручик дәрәжәһен ала. 1919 йылдың ғинуарынан [[2-се Башҡорт кавалерия полкындаполкы]]нда эскадрон менән етәкселек итә. Шул уҡ йылдың 18 ғинуарында [[Нуҡай]] ауылында Ҡыҙыл армеецтарға ҡаршы алышта күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн поручик дәрәжәһенә күтәрелә<ref name="Ярмуллин А. З."/>.
 
1919 йылдың февралендә [[Башревком]]ға ағзалыҡҡа кандидат итеп һайлана. 1919 йылдың мартынан [[Автономиялы Башҡорт Совет Республикаһы]]ның хәрби эштәр буйынса комиссары Әхмәтзәки Вәлидиҙең сәркәтибе булып эшләй. 1920 йылдың мартынан Арғаяш кантоны хәрби комиссары ярҙамсыһы, һуңынан кантондың аҙыҡ-түлек комиссары вазифаһын башҡара. 1920 йылдың июнендә отставкаға китә. Әхмәтзәки Вәлиди үҙенең иҫтәлектәрендә яҙыуынса, ул илдең архивын [[Стәрлетамаҡ]]тағы хөкүмәткә, Үҙәк музейға һәм китапханаға тапшырыу өсөн Мөхәмәтйәровҡа биргән<ref name="Ярмуллин А. З."/>.