Иҫке Мерәҫ: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Баныу (фекер алышыу | өлөш)
Баныу (фекер алышыу | өлөш)
77 юл:
 
== Ауылдың тарихы ==
Ауылға XVIII быуаттың 1‑се яртыһында [[Нуғай даруғаһы]] Өршәк‑Мең улусы башҡорттары аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған. Көнсығышҡа табан 49 км алыҫлыҡта [[Өршәк]] йылғаһы буйында урынлашҡан. Мерәҫ — тәүге төпләнеүсе улус старшинаһы Мерәҫ Юлымбәтов исеме. [[1815 йылдайыл]]да керҙәшлек килешеүе буйынса бында — ҡаҙаҡтар, 1817 йылда һәм 1832 йылда шундай уҡ шарттарҙа керҙәш башҡорттар килеп ултыра. 1795 йылда 25 йортта 160 кеше йәшәгән, 1865 йылда 71 йортта — 397 кеше.
 
Ауыл халҡы малсылыҡҡ, умартасылыҡ, игенселек, урман кәсептәре менән шөғөлләнгән. Мәсет, училище, һыу тирмәне булған. 1906 йылда мәсет, министрлыҡ мәктәбе теркәлгән. 1835 йылда [[Иҫке Мерәҫ]] 7‑се башҡорт кантонының үҙәге булған. XIX быуат аҙағында — XIX быуат башында [[Яңы Мерәҫ]] ауылы барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙерге исемен ала<ref>[http://bashenc.online/ba/articles/76021/ Иҫке Мерәҫ ауылы, Дәүләкән районындағы ауыл]</ref><ref>{{китап |автор= А.З.Асфандияров |заглавие=«История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий» |место=Өфө |издательство=«Китап» |год=2009 й |страницы=369—370-се б. }}</ref>.
 
Ҡаҙаш тархан легендаһынан өҙөк:
 
{{Цитата|Иҫке Мерәҫ – бик боронғо ауыл. Юлымбәт исемле бай Ҡаҙаш тархан нәҫеленән булған. Юғарыла әйтелгән бөтә ауылдар ҙа Ҡаҙаш нәҫеленән, уларҙы Ҡаҙаш тархан башҡорттары тип һанайҙар. Юлымбәт байҙың улы Мерәҫ [[Өршәк]] буйындағы күренекле старшина булған, ул идара иткән осорҙа ауылдарҙа мәҙрәсә, мәхәлләләр һалынған, бик башлы аҡыл эйәһе булған. Уның улы Ибраһим Мерәҫов Салауат яуында ҡатнашҡан, күренекле старшина. Уның улы Усман, 7-се башҡорт кантоны старшинаһы, Ҡаҙморонға ( хәҙер [[Уҫман (Төрөмбәт ауыл советы, Ауырғазы районы)|Уҫман]]) күсә<ref>{{китап |автор= А.М.Хәкимйәнова, Р.Г.Мөхәмәтғәлин |заглавие=«Дәүләкән ынйылары» |место=Өфө |издательство=«Эшлекле династия» |год=2008 й |страницы=333-сө б. }}</ref>.}}
 
== Урамдары ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Иҫке_Мерәҫ» битенән алынған