Сергеев Леонид Иванович: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
9 юл:
[[1942 йыл]]да Мәскәүҙең Шәрҡиәт институтына малсылыҡ кафедраһы мөдире һәм биология доценты вазифаһына эшкә күсә.
1942 йылдың октябрендә үҙенең шәхси ғаризаһы буйынса армияға саҡырыла, һәм уны Харьков артиллерия училищеһына уҡырға ебәрәләр. 1943 йылдың ноябрендә уны Иранға ебәрәләр, һәм 2 йыл ул танкыға ҡаршы артиллерия командиры булып хеҙмәт итә. 1945 йылдың аҙағында Артиллерияның баш идаралығы уны демобилизациялау өсөн Баҡыға ебәрә. 1945 йылда «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнә<ref name="Татищевский край" />.
Демобилизациянан һуң Леонид Иванович ғилми хеҙмәткәр, 1949 йылдан фән буйынса Никита ботаника баҡсаһы директоры урынбаҫары (Ялта). 1955 йылдан ботаника бүлеге мөдире, Биология институты лабораторияһы мөдире.<ref name="Б.Э.БЭ" />.
 
Күпмелер ваҡыттан һуң яҙмыш Леонид Сергеевты Башҡортостанға алып килә. 1955 йылдың ғинуарында ул ботаника секторы мөдире була, 1957 йылда СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Биология институтында ағас үҫемлектәр физиологияһы лабораторияһы ойошторолғандан һуң, (1957-1958) биология фәндәре докторы, профессор Л.И. Сергеев уға етәкселек итә<ref name="Башинформ">[https://www.bashinform.ru/news/social/2014-11-09/on-posvyatil-svoyu-sudbu-raskrytiyu-tayn-prirody-k-105-letiyu-so-dnya-rozhdeniya-uchenogo-biologa-leonida-sergeeva-2220453 Он посвятил свою судьбу раскрытию тайн природы (К 105-летию со дня рождения ученого-биолога Леонида Сергеева)]</ref>.