Йәғәфәрова Гүзәл Ғабдулла ҡыҙы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
14 юл:
 
== Фәнни эшмәкәрлеге ==
Фәнни эшмәкәрлеге тирә яҡ мөхитте экотоксиканттарҙан һаҡлауға арналған. Йәғәфәрова етәкселегендә тупраҡты, һыуҙы нефттән һәм нефть продукттарынан, нефть шламдарынан, быраулау ҡалдыҡтарынан таҙартыу технологиялары һәм биопрепараттары; нефть промыслаһы ҡорамалдарының биоген коррозияһын булдырмаусы реагенттар уйлап табыла<ref name="ЙБЭ" />. Уның ҡатнашлығында родотрин биопрепаратын сәнәғәттә етештереүе яйға һалына. 350 нән ашыу фәнни хеҙмәт, 50 нән ашыу уйлап табыу авторы, 25 уҡыу әсбабы бар.
Г.Ғ. Йәғәфәрованың ғилми етәкселегендә 16 кандидатлыҡ һәм 1 докторлыҡ диссертацияһы яҡлауға әҙерләнә<ref>[http://ntj-oil.ru/ Ягафарова Гузель Габдулловна]</ref>
 
== Ағзалығы ==
Ғ.Ғ. Йәғәфәрова - Өфө дәүләт нефть техник университетының Ғалимдар советы ағзаһы, «Экология (химияла һәм нефть химияһында)» белгеслеге буйынса докторлыҡ һәм кандидатлыҡ эштәрен яҡлау буйынса ғилми совет ағзаһы: Д 212 289.03 Өфө дәүләт нефть техник университеты ҡарамағында, «Башҡортостан эксперттар ассоциацияһы» ағзаһы.