Таһиров Афзал Мөхитдин улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
ә clean up using AWB
33 юл:
1918 йылдан алып 1920 йылға тиклем ул граждандар һуғышында була. Халыҡ хужалығын аяҡҡа баҫтырыу, индустриализация һәм ауылдарҙы коллективлаштырыу осоронда Афзал Таһиров совет, партия һәм матбуғат органдарында яуаплы эштәр башҡара.
 
1920 йылдан Ырымбур ҡалаһында нәшер ителгән «Юҡһылдар һүҙе» гәзите мөхәррире, 1921 йылдан — РКП(б)‑ның Сәмәрҡәнд өлкә комитетының агитация‑пропаганда бүлеге һәм халыҡ мәғарифы бүлеге мөдире, 1922—1925 йылдарҙа РКП(б)‑ның Хәрәзм Үҙәк Комитеты рәйесе, бер үк ваҡытта «Инкилоб куяши» гәзите мөхәррире.
 
1925—1927 йылдарҙа Мәскәүҙә Коммунистик академияла уҡый. Академияны тамамлағас, Афзал Таһиров [[ВКП(б)‑ның Башҡортостан өлкә комитеты]]на партколлегия секретары итеп ебәрелә, ә 1931 йылда [[Башҡортостан Үҙәк башҡарма комитеты]] рәйесе итеп һайлана һәм 1937 йылға тиклем шул урында эшләй. Бер үк ваҡытта — 1934 йылдан [[Башҡортостан Яҙыусылар союзы]] етәксеһе булараҡ ҙур эштәр башҡара, 1936 йылдан — Башҡортостан тел һәм әҙәбиәт ғилми-тикшеренеү институты директоры.
 
Афзал Таһиров Октябрь революцияhына тиклем үк әҫәрҙәр яҙа башлай. Уның тәүге «Бисура» комедияһы 1907 йылда яҙыла, аҙаҡ «һатылған ҡыҙҙар», «Әтрәгәләмдәр», «Йәмәлкә тауы» кеүек проза әҫәрҙәре баҫылып сыға. Совет власы шарттарында уның ижады айырыуса активлаша. «һалдаттар», «Ҡыҙыл гвардеецтар», «Ҡыҙыл армеецтар» романдарын, «Иген фабригы», «Машиналар ҡаны», «Тәүге көндәр», «Комсомол», «Штурвалсы» кеүек повестарын һәм бик күп һандағы хикәйә һәм очерктарын ижад итә.
69 юл:
[[Категория:Хөсәйениә мәҙрәсәһе шәкерттәре]]
[[Категория:Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитеты ағзалары]]
[[Категория:Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусылар (Рәсәй)]]
[[Категория:Рәсәйҙәге Граждандар һуғышында ҡатнашыусылар]]
[[Категория:Башҡортостанда репрессияланғандар]]