Мутин Илдархан Ибраһим улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Rescuing 2 sources and tagging 1 as dead.) #IABot (v2.0.8
40 юл:
 
== Биографияһы ==
Илдархан Ибраһим улы Мутин 1888 йылдың 12 июлендә [[Өфө губернаһы]] [[Минзәлә өйәҙе]] (хәҙерге [[Татарстан Республикаһы]] [[Аҡтаныш районы]]) [[Таҡталасыҡ (Татарстан)|Таҡталасыҡ]] ауылында йорт старшинаһы Ибраһим Ғәбдрәшит улы (1819  — ?) һәм Бибизифа Бакир ҡыҙы ғаиләһендә тыуған. Милләте башҡорт. Сығышы менән [[башҡорт дворяндары]] [[Мутиндар]] нәҫеленән. Шәжәрәһе: ''Йәнырыҫ → Мөтә → Тимер → Аҙнағол → Ғәбдрәшит → Ибраһим → Илдархан''. Тимер Мутин (?  — 1759)  — [[Гәрәй]] улусы старшинаһы, 1756—1763 йылдарҙағы Ете йыллыҡ һуғышта ҡатнашыусы, башҡорт делегацияһы составында мөрәжәғәтнамә менән Санкт-Петербургҡа Сенатҡа бара. Аҙнағол Тимеров (1750  — ?)  — Гәрәй улусы старшинаһы, [[1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы]]нда ҡатнашыусы. Ғәбдрәшит Мутин (1771  — ?)  — [[Башҡорт-мишәр ғәскәре]]ндә поход старшинаһы булып хеҙмәт итә{{sfn|Асфандияров А. З.|2009|с=412—415}}.
 
[[Минзәлә]]лә 4 класлы ҡала училищеһында уҡый. 1909 йылда хәрби хеҙмәткә алына, 5 йыл дауамында 12-се сик буй бригадаһы составында хеҙмәт итә. Армиянан ҡайтҡас уҡытыусы булып, артабан таможня ведомствоһында, аҙаҡ эшләй{{sfn|У истоков Башкирской республики|2017|с=40}}.
 
1917 йылдың йәйендә [[Башҡорт милли хəрəкəте]]нә ҡушыла. [[Бөтә башҡорт ҡоролтайҙары]] делегаты була. 1917 йылдың июлендә 1-се Бөтә башҡорт ҡоролтайында [[Башҡорт үҙәк шураһы]] ағзаһы, уның хәрби бүлеге етәксеһе итеп һайлана. 1917 йылдың авгуснда 2-се Бөтә башҡорт ҡоролтайы Мутинды [[Әхмәтзәки Вәлидов]] һәм [[Усман Ҡыуатов]] менән бергә [[Петроград]]ҡа Ваҡытлы хөкүмәт менән һөйләшеүҙәр алып барырға ебәрә. Бында улар министр менән осраша, әммә аныҡ яуап ала алмайҙар  — Ваҡытлы хөкүмәт барлыҡ мәсьәләләрҙе сисеүҙе [[Бөтә Рәсәй ОйоштороусыларОйоштороу йыйылышы]]на тиклем ҡалдыра. 1917 йылдың 11 ноябрендә Ырымбур крайы алтын сәнәғәтселәренең съезында ҡатнашып доклад менән сығыш яһай. 1917 йылдың ноябрендә [[Башҡортостан автономияһы]]н иғлан иткән фармандарҙы әҙерләүҙә һәм ҡабул итеүҙә ҡатнаша{{sfn|У истоков Башкирской республики|2017|с=41}}.
 
1917 йылдың декабрендә 3-сө Бөтә башҡорт ойоштороу ҡоролтайында [[Кесе Ҡоролтай]] (предпарламент) һәм [[Башҡорт Хөкүмәте]] ағзаһы итеп һайлана, хөкүмәттә финанс бүлеге мөдире вазифаһын биләй{{sfn|У истоков Башкирской республики|2017|с=41}}.
50 юл:
1918 йылдың февралендә Ырымбур губерна хәрби-революцион комитеты тарафынан Башҡорт хөкүмәтенең башҡа ағзалары менән бергә ҡулға алына. Шул уҡ йылдың апрелендә азат ителә. 1918 йылдың июлендә [[Башҡорт хәрби шураһы]] рәйесе Әхмәтзәки Вәлидовтың урынбаҫары, август-сентябрҙә рәйес вазифаһын башҡарыусы була.
 
1918 йылдың ноябрендә Колчак Башҡорт хөкүмәтен һәм ғәскәрен бөтөрөүҙе иғлан иткәс, автономия етәкселеге большевиктар менән яҡынлашыу юлдарын эҙләй башлай. Илдархан Мутин, хөкүмәт рәйесе [[Бикбов Юныс Юлбарыҫ улы|Юныс Бикбов]] һәм ҡайһы бер башҡа хөкүмәт ағзалары менән бергә совет власы менән килешеү төҙөргә ҡаршы сығыш яһай, шунлыҡтан 1919 йылдың ғинуарында улар Башҡорт хөкүмәте составынан сығарыла{{sfn|Кульшарипов М. М.|2000|с=}}.
 
1919 йылдың 1 мартынан [[АБСР]]-ҙың Эске эштәр халыҡ комиссариаты комиссары, 15 апреленән  — АБСР-ҙың социаль тәьминәт комиссары вазифаларын үтәй.
 
1919 йылдың июненән [[Башҡортостан хәрби-революцион комитеты]]ның вәкәләтле ағзаһы. Бында улус советтарын ойоштороу эшен алып бара.