Сөләймәнов Зәки Мөхәмәтвәли улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Sherbn (фекер алышыу | өлөш)
3 юл:
 
== Биографияһы ==
Сөләймәнов Зәки Мөхәмәтвәли улы [[1930 йыл]]дың [[12 июнь|12 июнендә]] [[Башҡорт АССР-ы]]ның [[Бөрйән районы]] [[Нәби]] ауылында тыуған. Нәби башланғыс мәктәбен, Байназар тулы булмаған урта мәктәбен тамамлағас, 1946—1950 йылдарҙа Темәс педагогия училищеһында уҡып башланғыс кластар уҡытыусыһы һөнәре ала. Юғары белемле кадрҙар етешмәгәнлектән, математикаға һәләтле Зәки Сөләймәновты Бөрө ҡалаһына бер айлыҡ математика һәм физика уҡытыусыларын әҙерләү курсына ебәрәләр. 1950—1952 йылдарҙа Байназар мәктәбендә математика уҡытыусыһы булып эшләй. 1952—1956 йылдарҙа хәрби хеҙмәттә була. 1956 йылда [[Ырғыҙлы]] ете йыллыҡ мәктәбенә математика уҡытыусыһы итеп тәғәйенләнә. 1958 йылдан Яңы Монасип, Нәби башланғыс мәктәптәрендә, Байназар урта мәктәбендә математиканан уҡыта. Шул йылдарҙа ситтән тороп Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының математика һәм физика бүлеген тамамлай. 1962—1983 йылдарҙа Иҫке Монасип һәм Нәби һигеҙ йыллыҡ мәктәптәренеңң директоры һәм математика уҡытыусыһы булып эшләй<ref name="Трудовая книжка" />. Ике ауылда ла хужалыҡ ысулы менән ағастан мәктәп, спортзал, уҡытыусыларға фатирҙар төҙөтөргә тура килә. Ул үҙен оҫта ойоштороусы, талапсан һәм ғәҙел етәксе итеп таныта. Мәктәптең материаль-техник базаһын нығытыуға күп көс һала. Уҡытыусыларҙың квлификацияһын күтәреү, уҡытыу-тәрбиә эшенең сифатын яҡшыртыу, йәш уҡытыусыларҙың методик оҫталығын арттырыу өҫтөндә ныҡышмалы эшләй. Был өлкәлә уға уның бөтә фәндәр буйынса ла төплө белемле, грамоталылығы ярҙам итә. 1983—2003 йылдарҙа ул Яңы Монасип тулы булмаған урта мәктәбендә һәм Нәби урта мәктәбендә математика уҡытыусыһы булып эшләй, уның 53 йыл хеҙмәт стажы бар<ref name="Трудовая книжка" />.
 
Зәки Мөхөмөтвәли улы Сөләймәнов оҫта етәксе генә түгел, ә районда иң көслө математика уҡытыусыларының береһе булып таныла. Уның уҡыусылары район кимәлендә олимпиадаларҙа призлы урындар яулайҙар. Мәктәп администрацияһының һәм район мәғариф бүлегенең күп һанлы Маҡтау грамоталары уның һөҙөмтәле эшенең күрһәткестәре. Намыҫлы хеҙмәте лайыҡлы баһалана. 1970 йылда «В. И. Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыуға фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы, 1975 йылда «9-сы биш йыллыҡ ударнигы» знагы, 1977 йылда «БАССР мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы» маҡтаулы исеме бирелә. 1990 йылда аттестация һөҙөмтәһе буйынса «Өлкән уҡытыусы» исеме бирелә. 1997 йылдан юғары квалификациялы уҡытыусы<ref name="Трудовая книжка" />.